Уҡырға өйрәнгең киләме?15.07.2014
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Белгем килә бөтәһен” тип аталған китапсыҡ донъя күрҙе.

Ул мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән. Ижекләп яҙылған шиғырҙар уҡырға өйрәнгән бәләкәстәрҙе ҡош-йәнлек донъяһы менән таныштырыр. Шулай уҡ рәссам Майя Ҡәйүмованың сағыу һүрәттәренә ҡарап, тәҡдим ителгән контурҙарҙы буярға мөмкин. Был эш балаларҙың ҡул моторикаһын үҫтереү­гә булышлыҡ итәсәк.


Вернуться назад