Каникул булыуға ҡарамаҫтан, ҡалабыҙ уҡыусыларының бер-береһенән айырылғаны юҡ: улар өсөн ҡыҙыҡлы саралар уҙғарылып тора. Мәҫәлән, күптән түгел үҙәк майҙанда шар байрамы үтте.
Унда асфальтҡа һүрәт төшөрөү ярышы, коляскалар парады, башҡа ҡыҙыҡлы конкурстар, күңелле старттар булды. Йәйҙә тыуған көнөн билдәләгәндәр йыр-моңло ҡотлау ҡабул итеп һөйөндө.
Был мәлдә шулай уҡ ҡала китапханаһында физик мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр өсөн “Бала саҡ — изге ил” тигән күркәм сара ойошторолдо.
Майҙандағы байрам һуңында балалар, изге теләктәрен әйтеп, күккә шарҙар осорҙо. Тамашаға килгән йәш быуын вәкилдәренән берәү ҙә бүләкһеҙ ҡайтманы: ҡалалағы “Римал” аяҡ кейеме компанияһы уларға тәмлекәс, шар, туп, сандалийҙар өләште.