Һыу инеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар12.07.2014
Һыу инеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар Тәбиғәт менән осрашыу – һәр кемдең ғүмерендәге иң бәхетле мәлдәрҙең бе­реһе. Әммә ҡайҙа – хозурлыҡ, рәхәтлек, шунда хәүеф-хәтәр барлығын да оноторға ярамай. Был бигерәк тә йәй мәленә ҡағыла, сөнки халыҡ кинәнеп һыу инер өсөн йылға-күлдәргә ашыға. Өҫтәүенә, тап йәйге миҙгелдә организмды сыныҡтырып өлгөрөргә мөмкин. Әммә ошо онотолмаҫ мәлдәрҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәлә­рен боҙ­май ғына матур итеп үткәрһәк ине. Ҡайһы бер осраҡта эҫе көндәр кешене һыу сығанаҡ­тарының хәүеф­ле булыуы хаҡын­да онотор­ға мәжбүр итә. Тап ошо осорҙа илдәге йылға-күлдәрҙә йыл һайын тиерлек ун меңдән ашыу кеше һәләк була.
Табиптар әйтеүенсә, һыу ингәндә бик иғтибарлы булырға кәрәк. Юғиһә, йәрәхәт­ләнеүең, хатта ғүмерең менән хушлашы­уың ихтимал. Бигерәк тә эскән килеш сумырға ярамай. Ҡайһы берәүҙәр һыу инеү ҡағиҙәләрен бөтөнләй инҡар итә. Шуға күрә һыуҙа һағалаған хәүеф хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртмәксебеҙ. Ҡағи­ҙәләр ябай ғына:
lмахсус йөҙөү өсөн тәғәйенләнмәгән урын­дар­ҙа һыу инеү хәүефле;
lпляждан ситкә сығырға ярамай;
lтамаҡ ялғап алғандан һуң бер-ике сәғәт үткәс кенә йөҙөү сәләмәтлегегеҙгә зыян килтермәҫ;
lалкоголле эсемлек эскән килеш йылға-күлдәргә яҡын бармағыҙ;
lһыуға сумыр алдынан ҡояшта артыҡ ҡыҙыныу зыянлы;
lтәбиғәт көйһөҙләнгәндә йәки төндә һыу инеү хәүефле.
Бигерәк тә кескәйҙәр өсөн йылға-күл­дәрҙең ҡурҡыныс менән янауын хәтерҙән сығарырға ярамай. Уларҙы өлкәндәрҙән тыш йылға-күл буйҙарына ебәрмәгеҙ.
Бына ошо үрҙә әйтелгән ябай ғына ҡағиҙәләр һеҙҙе оло бәлә-ҡазанан һаҡлар.


Вернуться назад