Еләк-емешкә бай осор12.07.2014
Еләк-емешкә бай осор
Июль – йылдың еләк-емешкә күмелгән, ялан-ҡырҙарҙа салғы тауыштары сыңлаған миҙгел. Тәбиғәт ҡосағында кинәнеп ял итергә лә, төрлө витаминдарға бай көртмәле, сейә һәм башҡа емеш-еләк йыйырға ла мөмкин. Гәзит уҡыусыларыбыҙ йәйге ялын нисек үткәрә? Ошо һорау менән уларға мөрәжәғәт иттек.



Зөлфиә ХИСАМОВА, Өфө ҡалаһы:
– Ғаиләбеҙ менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратабыҙ. Сит илдәрҙә, санаторийҙарҙа ял иткәнебеҙ булһа ла, үҙебеҙҙең тәбиғәт ҡосағына сығыу ниңәлер күңелгә яҡыныраҡ. Республикабыҙҙы юҡҡа ғына Урал ынйыһы тип атамайҙар, хатта икенсе Швейцарияға тиңләйҙәр. Ысынлап та, мул һыулы йылғалары, төпһөҙ ҙур күлдәре, күп һанлы тәбиғәт һәйкәлдәре һәм ҡомартҡылары менән дан тота Башҡортостаныбыҙ. Минең Талҡаҫ, Асылыкүл, Ҡандракүл буйында ял иткәнем, Әй, Ағиҙел йылғалары буйлап кәмә менән ағып төшкәнем бар. Тәбиғәт беҙҙә иҫ киткес!
Күптән түгел Бөрйәндә ял итеп ҡайттыҡ. Бындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе беҙҙе таң ҡалдырҙы. Донъя кимәлендә танылыу алған был ташкеләттә тәүтормош кешеләренең һүрәттәрен күреп, палеолит дәүерендә лә һынлы сәнғәт оҫталары булғанлығына шаһит булдыҡ. Ҡурсаулыҡ биләмәһе булғас, тәбиғәт бында тейелгеһеҙ итеп һаҡланған. Бөтә тирә-яҡ тәртиптә тотола. Бер ҡайҙа ла сүп-сар күрмәнек. Туристик комплекста тәбиғәт, умарталыҡ музейы булыуы ла ҡурсаулыҡ эшмәкәрлеген күҙ алдына баҫтырыу мөмкин­леген бирә. Бындағы биләмә тирәләй ҡунаҡханалар төҙөлөүе лә ял итеүселәр өсөн уңайлы.
Әллә ҡайҙа диңгеҙ күрәм тип, Ҡырым, Абхазия, Сочи, Анапаға барғансы, үҙебеҙҙә лә ял итергә мөмкин. Өҫтәүенә, сығымдар ҙа аҙ буласаҡ.

Дилә БАРЛЫБАЕВА, Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты:
– Үҙем уҡыйым да, эшләйем дә. Өҫтәүенә, бәләкәй улыбыҙ бар. Шуға ниндәйҙер сит илгә барып ҡайтыу, тәбиғәт ҡосағына сығыу артыҡ тәтемәй. Әммә бер аҙ ваҡыт булһа, ғаиләм, туғандарым, дуҫ­тарым менән респуб­ликабыҙҙағы йыл­ға-күлдәргә, урмандарға, тауҙарға юлла­набыҙ. Шулай итеп, быйыл Өфө районындағы Алексеевка ауылы эргәһендәге Ломоносов күле, Ағиҙел, Ҡариҙел йылға­лары ярында ҡояш­та ҡыҙындыҡ. Әле бына еләк-емеш бешкән осор. Уларҙы йыйып алып ҡайтып, таҙартып, ҡыш­ҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ. Йәй­ҙең һәр көнө ҡәҙерле. Шуға уны бушҡа үткәр­мәҫкә тырышабыҙ.

Дамир ИЛЬЯСОВ, эшҡыуар:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буш ваҡытым күп түгел. Әммә ял итеү форсаты килеп сыҡһа, дуҫтарым менән республикалағы йылға-күлдәргә юлланабыҙ. Беҙгә һыу инеү һәм балыҡ ҡармаҡлау оҡшай. Әлбиттә, Башҡортостандағы тәбиғәт ҡабатланмаҫ сихри һәм матур. Әммә бер нисә йылға бер тапҡыр ғына булһа ла сит илгә сығыу зыян итмәй тип уйлайым.


Вернуться назад