Был донъяның бөтә йәме – ғәзиз тыуған ерҙә!12.07.2014
Был донъяның бөтә йәме – ғәзиз тыуған ерҙә!
Йәй – һәр кемдең көтөп алған миҙгеле. Тап ошо осорҙа күптәр тәбиғәт ҡосағына сығырға ашыға. Кемдер сит илдәрҙе үҙ итһә, кемдер үҙебеҙҙең Башҡортостанда ял итергә ярата. Һуңғылары бер ҙә отолмай, минеңсә. Аҡса ла янда ҡала, өҫтәүенә, беҙҙәге тәбиғәт сит илдәрҙекенән бер ҙә ҡалышмай. Шул уҡ ваҡытта кеше үҙенең тыуған яғын яратмай тороп, бөтә донъяға ла таң ҡала алмайҙыр.
Бөгөн – шәмбе, ял көнө. Бар мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып, ғаиләгеҙ, туғандарығыҙ йәки дуҫтарығыҙ менән сәйәхәткә юлланырға мөмкин. Республикалағы бейек тауҙарҙы, хозур урмандарҙы, зәңгәр күлдәрҙе, йылғаларҙы, ялан-ҡырҙарҙы күреү үҙе бәхет түгелме?! Беҙ төйәк иткән ер ҡарап туймаҫлыҡ матур ғына түгел, бәрәкәтле лә. Бынан тыш, һәр кем тыуған яғына ниндәйҙер күренмәгән сихри ептәр менән бәйле. Ул өҙөлә генә күрмәһен.


Күккә ашҡан Ирәмәл

Республикабыҙҙың Белорет һәм Учалы райондары сиктәрендә урынлашҡан ике түбәле Ирәмәлгә ҡарап кем генә һоҡланмаған да кем генә йыр һуҙмаған! Ҙур Ирәмәлдең бейеклеге 1582 метр булһа, Кесе Ирәмәлдеке – 1449 метр. Ундағы үҫемлектәр, тереклек донъяһы ғәжәйеп бай. Өҫтәүенә, бындағы көртмәле, мүк еләге телеңде йоторлоҡ. Иң ғәжәпләндергәне: тауҙың бейек түбәһендә һыу бар. Бынан тыш, Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғаларының ҡушылдыҡтары ошо ерҙән баш ала. Илдең төрлө төбәктәренән килгән туристар: «Башҡортостанда ла ошондай иҫ киткес тәбиғәт мөйөшө бар икән!» – тип юҡҡа ғына һоҡланмай. Ҡышын да, йәйен дә был изге тау менән танышырға теләүселәр бихисап.

Таң ҡалдыра Бөрйән

Бөрйән – республикабыҙҙың ҡабатланмаҫ бер тәбиғәт мөйөшө ул. Юҡҡа ғына башҡорт халҡының мәшһүр «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Бабсаҡ менән Күҫәк» кеүек эпик ҡомартҡылары был ерҙә тыумаған. Уларҙа һүрәтләнгән Шүлгәнташ мәмерйәһе, Йылҡысыҡҡан күле, Мәсем, Ҡурыуҙы тауҙары ла тап ошо төбәктә урынлашҡан. Әйткәндәй, Шүлгән мәмерйәһе 17 мең йылдан ашыу тарихты үҙендә һаҡлай. Бынан тыш, Бөрйәндең солоҡ балы ғына үҙе ни тора!
Райондың үҙенсәлекле тәбиғәтен күреү, солоҡсоларҙың шифалы балын ауыҙ итеү һәр кемдә онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡаласаҡ. Әйткәндәй, башҡорт балы 2001 йылда Звездный ҡаласығына юҡҡа ғына килтерелмәгән. Етмәһә, ул «Мир» йыһан станцияһы ағзалары Йыһанға осор алдынан мотлаҡ ашарға тейешле көндәлек рационға индерелгән. Космонавтар һәм астронавтар үҙҙәре менән махсус төргәктәргә төрөлгән башҡорт балын ала. Был тикмәгә түгел. Тәбиғәттең ошо үҙенсәлекле аҙығында әллә күпме витамин, микроэлементтар һәм минераль матдәләр бар. Уны ашағандан һуң хатта бер нисә минутта уҡ көс өҫтәлә, ти белгестәр.

Шаршыларға бай Инйәр

Кесе Инйәр күркәм Машаҡ һәм Нары тауҙары араһынан ағып сыҡһа, Оло Инйәр Ҡомарҙаҡ итәктәрен иңләй. Улар икеһе лә нәҙек, береһенән-береһе үҙенсәлекле тарлауыҡтар хасил итә. Бындағы төрлө шаршылар-тупһалар ҙа һәр кемдә һоҡланыу тыуҙырмайынса ҡалмай. Был йылғалар бәрҙе балығына бай. Бынан тыш, уның ярҙарында ағастар үҫкән. Бигерәк тә йүкә күп был яҡтарҙа. Кесе Инйәрҙең оҙонлоғо яҡынса 109 саҡрым булһа, Оло Инйәрҙеке – 305 саҡрым самаһы.
Белорет яҡтары бейек тауҙары менән дә дан тота. Мәҫәлән, ҡаланан алыҫ түгел ятҡан Бәләкәй Ҡурташ, Оло Ҡурташ буйҙарынан туристар өҙөлмәй. Унда хатта ҡаяға үрмәләү буйынса ярыштар ойошторола, өйрәнергә теләүселәр өсөн инструкторҙар бар. Бер мең метрҙан ашыу бейеклектәге Оло Ҡурташ тауының иң бейек нөктәһенән тирә-яҡтағы хозур, ҡабатланмаҫ күренештәрҙе күҙәтергә мөмкин. Урындағы халыҡ, тау исемендәге «ҡур» һүҙе «бай, мул» мәғәнәһен аңлата, ти.

Ғәҙелша шарлауығы

Баймаҡ районындағы Ғәҙелша – республикалағы иң ҙур шарлауыҡтарҙың береһе. Уның бейеклеге 15 метрға барып етә. Әйткәндәй, шарлауыҡ эргәһендә 300-гә яҡын төр үлән үҫә. Уларҙың күбеһе «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Ер өҫтөндә шулай уҡ йәшмә ятҡылыҡтарын күрергә мөмкин.
Шарлауыҡ өс баҫҡыстан тора. Дөйөм бейеклеге – 15 метр. Иң өҫкө баҫҡыстың бейеклеге 1,2 метр булһа, ҡалған икәүһенеке – 7-шәр метр. Ғәҙелша шарлауығы халҡыбыҙ өсөн әллә күпме сәсән, ҡурайсы, йырсы бүләк иткән төйәктә урынлашҡан. Тап ошо яҡта данлыҡлы Мәхмүт сәсән ижад иткән.

Күлдәр иле ҡайҙа?

Ҡайһы берәүҙәр Әбйәлил, Учалы райондарын күлдәр иле тип йөрөтә. Был юҡҡа ғына түгел. Бындағы һыу ятҡылыҡтарының һәр береһе үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ. Әбйәлилдәге Ҡырҡты­тау буйындағы күлдәр урынында борон хатта диңгеҙ булған, тиҙәр. Йәй буйы райондағы Ҡарабалыҡлы, Сыбаркүл, Үләнле, Мулдаҡ һәм башҡа күлдәр буйынан халыҡ өҙөлмәй. Мулдаҡ күленең ләме шифалы булыуы менән бөтә донъяла танылыу алды.
Бөгөн Учалы ерендә урынлашҡан Ҡалҡан күле тураһында һөйләмәксебеҙ. Ике быуат элек бында хатта йәшмә сығар­ғандар. Унан эшләнгән әйберҙәрҙе әле Эрмитажда осратырға мөмкин. Мәҫәлән, Ҡалҡан йәшмәһенән эшләнгән ваза 1867 йылда Парижда үткәрелгән Бөтә донъя күргәҙмәһенә ҡуйылған. Өҫтәүенә, тап ошо күл эргәһендә ҡасандыр алтын ятҡылыҡтары булған. Ҡалҡан янында урынлашҡан тирмән дә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Күлдә рәхәтләнеп, ҡолас йәйеп йөҙөргә генә түгел, балыҡ ҡармаҡларға ла яраталар. Бындағы һоҡланғыс тәбиғәт туристарҙы үҙенә күпләп йәлеп итә. Шуға күрә Ҡалҡан буйында төрлө слеттар ҙа ойошторола.

Ҙур йылғалар бәләкәй инештән башланһа...

Ҙур йылғалар, ғәҙәттә, бәләкәй инештән хасил була. Әммә Нуриман районындағы Саруа шишмәһе, киреһенсә, киң булып башлана. Ул башта Һалдыбаш, артабан Ҡариҙел йылғаһына ҡоя. Уның тәрәнлеге 45 метрлыҡ карст ҡойоһонан баш ала. Өҫтәүенә күлдә мәмерйә бар. Уның иң осонда ер аҫты шишмәһе сыға. Бындағы һыу температураһы ни бары 5 градус ҡына, 12 метр тәрәнлектә хатта таштар күренә. Башҡорт­остандың тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән был күлде бигерәк тә һыу аҫтына сумыусылар, аквалангистар үҙ итә.
Шулай уҡ Нуриман районында урынлашҡан Ҡыҙыл шишмә федераль кимәлдә тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Уның һыуы төрлө микроэлементтарға бай. Йылдың ниндәй генә миҙгеле булмаһын, бындағы һыу температураһы 5 градус йылылыҡта. Күптәр бында йәй көндәре барыуҙы яҡшыраҡ тип иҫәпләй, сөнки был миҙгелдә тәбиғәт бигерәк матур.

Төрлө төбәктәрҙән киләләр

Башлыса Ғафури районы биләмәһенән аҡҡан Еҙем йылғаһының оҙонлоғо – 215 саҡрым. Бындағы тәбиғәттең сих­рилеге, бигерәк тә йылға ағымының көслө булмауы туристарҙы үҙенә ылыҡтыра. Был маршрут республикала ғына түгел, хатта илдә иң билдәле туристик маршрут тип танылған. Ағиҙелгә барып ҡушылған йылғаның ярҙарында текә ҡаялар ҡаршылай, төрлө ағастар үҫә. Еҙемдә бер тапҡыр һыу инеү ҙә күңелдә ғүмерлек хәтирәләр ҡалдыра.
Урал тауҙарындағы иң оҙон мәмерйәләренең береһе һаналған Киндерле лә Ғафури районында урынлашҡан. Уның оҙонлоғо – 8 саҡрым, тәрәнлеге 215 метр тәшкил итә. Мәмерйә өңөнән алыҫ түгел боҙлоҡ бар. Уның киңлеге 12 метрға барып етә. Мәмерйәләге һауа температураһы 12 градустан юғары булмай. Шуға борон урындағы һунарсылар уны һыуытҡыс итеп тә файҙаланған, тип һөйләй урындағы халыҡ. Әйткәндәй, спелеологтар ҡасандыр тап ошо мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан.

Ярыштау

Дәүләкән районы хаҡында һүҙ сыҡһа, данлыҡлы Асылыкүл, Балҡантау кеүек ерҙәр күҙ алдына баҫа. Бөтәһе лә тап ошо тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында һоҡланып һөйләргә ярата. Балҡантауҙан 10 – 15 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ярыштау тураһында бәйән итмәксебеҙ. Уның тирә-яғы матур, еләкле урындар ҙа күп бында, һирәк осрай торған үләндәр ҙә бар. Был тауға менһәң, 30 – 35 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Асылыкүл эргәһендәге тауҙар күҙгә салына. Уларға оҙаҡ бағып торһаң, төрлө хәтирәләргә сумаһың, тарих сөңгөлдәренә төшөп урайһың. Ошондай минуттарҙы кисереү өсөн генә лә Балҡантауға сәйәхәткә барырға мөмкин. Бигерәк тә тәбиғәттең әлеге илаһи миҙгелендә, еләк-емешкә бай осоронда.

Һуңғы һүҙ урынына

Элек-электән Башҡортостан тәбиғәте тураһында һоҡланып әллә күпме әҫәрҙәр ижад ителгән, бихисап сәйәхәтселәрҙе, яҙыусыларҙы ул таң ҡалдырған. Беҙҙәге һәр күл-йылға, урман-тау үҙенсәлекле. Юҡҡа ғына элек-электән халҡыбыҙ улар хаҡында легенда-риүәйәттәр һөйләп ҡалдырмаған. Йылға-күлдәребеҙ, урман-тауҙарыбыҙ тураһында бәйән итә башлаһаҡ, бер генә гәзит бите етмәҫ. Бөгөн уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында ғына яҙҙыҡ. Һөҙөмтәлә республикабыҙ тәбиғәтенең сит илдәрҙекенән бер ҙә ҡалышмауына, хатта ҡайһы бер осраҡтарҙа, киреһенсә, үҙенсәлекле булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ.


Вернуться назад