Йәмле Гәрә буйҙары, их, тәмле ҡымыҙҙары!12.07.2014
Йәмле Гәрә буйҙары, их, тәмле ҡымыҙҙары!
Һуңғы йылдарҙа ҡымыҙ етештереүгә иғтибар арта. Тик, үкенескә ҡаршы, ҡымыҙ бешеү менән һәр ерҙә лә әүҙем шөғөлләнәләр, тип әйтергә иртәрәк әле. Тейешле тәбиғи шарттар булған хужалыҡтар ҙа, ауыл эшҡыуарҙары ла был кәсепкә тотонорға әллә ни атлығып бармай шул.


Йәмле Гәрә буйҙары, их, тәмле ҡымыҙҙары!Республикабыҙҙың төнья­ғын­да урынлашҡан Тәтешле районында ла был файҙалы эсем­лекте бары тик Крупская исемендәге хужалыҡта ғына етештерәләр. Әйтергә кәрәк, боронғо башҡорт ауылдарының береһе булған Ҡашҡаҡта ҡымыҙ бешеүҙе уҙған быуаттың 60-сы йылдары уртаһында башла­ғандар һәм шунан бирле туҡтатҡандары юҡ. Был, әлбиттә, тәү сиратта хужалыҡты сирек быуатҡа яҡын етәкләгән Баш­ҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фаил Нур­ғәлиевкә туранан-тура бәйле. Уның көндәлек иғтибары арҡа­һында йылҡысылыҡ тармағы һаҡланып килә.
Бөгөн бында 270 баш йылҡы ҡараһалар, шуларҙың 50-гә яҡыны хужалыҡтың көндәлек эшендә даими файҙаланыла. Ҡашҡаҡ бригадаһындағы яҡынса 120 баш йылҡының дүрт тиҫтәгә яҡыны ҡымыҙ бешеүселәр ҡара­мағында. Улар йәй айҙарында тәүлегенә уртаса 100 литрҙан ашыу ҡымыҙ етештерә һәм үҙҙәренең хужалығына аҙмы-күпме табыш килтерә.
Баш зоотехник Радмир Рә­химйәнов йылҡы йәйләүе менән таныштырған арала сираттағы һауын ваҡыты етте. Айгөл Солтанова, биҙрә-силәктәрен алып, үҙенең көндәлек эшенә тотондо. Күп ерҙән айырмалы рәүештә бында ҡул менән һауыуҙан ҡотол­ғандар.
– “Dеlaval” швед фирмаһы сығарған һыйыр һауыу аппаратын бейә һауыуға ҡулайлаш­тырҙыҡ, – тип маҡтанып алды Радмир Нәсимйән улы. -– Өсәү булһалар ҙа, 25-28 бейәне көнөнә дүрт тапҡыр һауыу бик еңел түгел бит ҡатын-ҡыҙға. Ҡымыҙ бешеүселәр эсемлек етештереү, уны һатыуға әҙерләү буйынса бөтә эште үҙҙәре башҡара. Шөғөлдәренә бар күңелен һала улар, маҡтап бөтөргөһөҙ.
Был йылы һүҙҙәрҙе етәксе ҡымыҙ етештереүгә тиҫтә йылдан артыҡ хеҙмәтен арнаған Хәлиҙә Ахуноваға, һауынсы булып хаҡлы ялға сыҡҡан һәм әле бында тырышып эшләп йөрөгән Гөлсимә апай Сафинаға ла төбәп әйтте. Йылҡы өйөрөн ҡараусы малсылар Илгиз Ахунов, Радил Ғәфиуллин һәм Радик Сафин да үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара. Уларҙың дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәһе шул: көндәлек етештерелгән ҡымыҙҙы шунда уҡ алып бөтөрәләр, иртәгәгә ҡалғаны юҡ. Ҡайҙалыр һатыуға сығарыу тураһында уйлайһы ла түгел.
Тәтешле, яҡын-тирәләге ра­йон-ҡала, күрше Пермь крайы һәм Свердловск халҡы Ҡашҡаҡ ҡымыҙын күптән үҙ иткән, уны маҡтап бөтә алмайҙар. Башҡа ерҙә етештерелгәне менән са­ғыштыра алған баш ҡала ҡунаҡ­тары ла тик йылы һүҙ әйтеп китә.
Республика ҡымыҙсыларының Учалы районында үткән ярышында Ҡашҡаҡ эсемлеге тәме һәм сифаты буйынса иң яҡ­шыларҙың береһе тип табылған. Был тәү сиратта халҡыбыҙҙың элек-электән килгән рецептарын ҡулланыуҙан һәм, әлбиттә, бар эште күңел биреп башҡарыуҙан килә.
Хужалыҡ етәксеһе Фаил Ну­рый улы башланғысы менән ҡымыҙ тултырылған литр ярым­лыҡ пластик шешәләргә йәбеш­тереү өсөн типографияла төҫлө ярлыҡ та баҫтырылған. “Гәрә моңдары” ҡымыҙы үҙенә саҡырып тора…

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.


Вернуться назад