Кисә Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Иҡтисад тармаҡтарынан һәм социаль өлкәнән 47 белгестең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән баһаланды.
– Бөгөн был залға республиканың ғорурлығы булған кешеләр йыйылған. Улар тырышып эшләй, үҙ хеҙмәтен яҡшы ойоштора, һөнәри оҫталыҡҡа эйә, йәштәргә өлгө күрһәтә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Бөгөн беҙ күптән түгел генә Украинанан ҡайтҡан журналистарыбыҙҙы бүләкләйбеҙ. Улар ошо илдәге дөрөҫлөктө беҙгә еткереүҙә ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтте. Бурыстарын намыҫ менән үтәгән егеттәргә рәхмәт белдерергә теләйем.
Төбәк башлығы әйтеүенсә, бер йылдан Өфөлә ШОС һәм БРИКС дәүләттәре башлыҡтарының оло саммиты уҙғарыла, шуға күрә беҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Ҡунаҡтарға республикабыҙҙы, баш ҡалабыҙҙы лайыҡлы күрһәтергә тейешбеҙ.
– Беҙ бай төбәктә, күркәм ҡалала йәшәйбеҙ. Әлбиттә, хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ, әммә тормош улар менән генә сикләнмәй. Ғүмер бер генә, уны ҡара төҫтәрҙә генә күрергә ярамай. Ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ бар. Уларға ярҙам итергә, һәр йәһәттән булышлыҡ күрһәтергә тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.