“Һеҙҙең хеҙмәткә ихтыяж ҙур”12.07.2014
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рөстәм Хәмитов Рәсәй почтаһы көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.
Төбәк етәксеһе “Рәсәй почтаһы”ның филиалы – республикалағы федераль почта элемтәһе идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Предприятиеғыҙ хеҙмәткәрҙәре һөнәри һәм кешелек сифаттары, оҫталығы һәм тырышлығы менән юғары абруй ҡаҙанды, республика халҡының ышанысын яуланы. Илдә “Рәсәй почтаһы”ның иң ҙур филиалы булған республика идаралығында 10 меңгә яҡын кеше эшләй. Шуларҙың яртыһы тиерлек – почтальондар. Иңбашына ауыр сумка аҫҡан был тырыш, намыҫлы һәм үтә лә яуаплы кеше образы беҙгә бәләкәйҙән яҡын, – тине Рөстәм Зәки улы. – Айырыуса төпкөлдә почта элемтәһенә ихтыяж ҙур. Был биләмәләрҙәге халыҡ, бигерәк тә ололар, гәзит-журналдарға өҫтөнлөк бирә, әлегә тиклем хатты ҡулдан яҙа. Улар өсөн почта бүлексәһе – цивилизация билдәһе генә түгел, бәлки, “ҙур донъя” менән берҙән-бер бәйләнеш алымылыр. Рентабеллелек, бер хеҙмәткәргә һәм элемтә бүлексәһенә тура килгән килем буйынса беҙҙәге почта хеҙмәте Волга буйы федераль округында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инә.
Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, донъяла баҫмаларҙың тиражы түбәнәйеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан Рәсәйҙең иң күп уҡыусы төбәге булып ҡала. Республикала 1 мең кешегә 443 дана матбуғат баҫмаһы тура килә. Был ил буйынса уртаса күрһәткестән ике тапҡырҙан ашыуға күберәк.