Бейеш батырҙың зат-ырыуынан булған Афзаловтар, Иҫәнбулатовтар, Мөхәмәтовтар әле лә Ҡусҡар, Асҡар, Ишҡол, Ярылған һәм башҡа ауылдарҙа, Сибайҙа, Өфөлә йәшәй.
Ә инде Бейештең ер аҫты юлына килгәндә, эш былай булған. Бер ваҡыт уны дошмандары эҙәрлекләй. Батыр уларҙың күҙ алдында тау ҡыуышлығына инеп юҡ була. Аҙнанан ашыу көтә дошмандары Бейеште мәмерйә ауыҙында. Ахырҙа, аты менән тонсоғоп үлгәндер был, иҫән булһа, сығыр ине, тип тынысланып кире боролалар. Ә Бейеш батыр, ер аҫты буйлап үтеп, Малайташ мәмерйәһенән сыға ла иптәштәрен йәнә көрәшкә күтәрә...
Остотауҙа, әле бынан ҡырҡ – илле йыл элек кенә асыҡ мәмерйә булған урында, торам. Мәмерйә ауыҙын ҡаплап, гөлйемеш ҡыуаҡлыҡтары, селек үҫә. Ҡолағымда Бейештең йыры яңғыраған кеүек:
Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем,
Тышҡынайын ниҙән тышлайым?
Йәйгелеген бында йәйләгәйнем,
Ҡышҡынайын ҡайҙа ҡышлайым?
4. Исмәғил ишан зыяраты Был Әүлиә зыяраты районымдың Салауат һәм Ҡужан ауылдары араһында бер ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Элегерәк тирә-яҡтан дин әһелдәре килеп, шунда намаҙ уҡып, ҡунып ҡайта торғайны. Сирле кеше зыярат эргәһендә төн үткәрһә, сире ҡаса, тип һөйләгәндәрен дә хәтерләйем.
Бында Салауат ауылынан Исмәғил ишан ерләнгән.
...Исмәғилгә — ун өс, ҡустыһы Ғабдрахманға — ун бер, һеңлеләре Факиһаға туғыҙ йәш булғанда, улар өсәүләп, мәҙрәсәлә уҡыйбыҙ тигән маҡсат менән Троицкиға ҡасалар. Факиһаны ата-әсәһе кире бороп алып ҡайта. Ул замандарҙа ҡыҙҙарҙы бик уҡыта һалып бармағандар. Факиһа — олатайымдың әсәһе, барыбер ғәрәпсә, иҫке төркисә уҡырға өйрәнгән, заманына күрә уҡымышлы, әкиәтсе әбей ине. Дарыу үләндәрен, һылау, быуын ултыртыу кеүек им-томдо яҡшы белде, оҫта итексе булды. Бик оҙаҡ йәшәп, мин VIII класты бөтөр йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Ғабдрахман олатай арҙаҡлы Зәки Вәлиди яҡлы булып, хәрби табип һөнәрен үҙләштереп, Төркиәгә сығып киткән һәм шунда эҙе юғалған.
Ә инде өлкәндәре, Исмәғил, дин һәм дауалау юлынан китеп, ғүмер буйы Салауат ауылында йәшәгән. Быуындан быуынға килгән хәтерләүҙәр буйынса ул гипнозға ла эйә булған.
Олатайым (әсәйемдең атаһы) Ҡорманғәле бик шаян булғас, ике ул менән тол ҡалған Факиһа өләсәйем уны Исмәғил ағаһына тәрбиәгә бирә. Ишандың үҙ балалары булмай.
— Апамдың (беҙҙең яҡта ата-әсәйҙән олораҡ ир кешегә шулай тип өндәшәләр — авт.) сылбырлы алтын сәғәте бар ине. Миңә һигеҙ генә йәш. Эй, шул сәғәткә күҙем ҡыҙа бит. Эсен аҡтарып ҡарағым килә. Бер көн инәй менән апа баҙарға киткәс, онотоп ҡалдырылған сәғәтте алдым да йәшереп ҡуйҙым. Һуңғараҡ эсен асып ҡарарға инде иҫәп. Баҙарсылар ҡайтты, сәй эсеп ултырабыҙ. “Бабыҙ, сәғәтең ҡайҙа?” — тип һорай инәй. “Уны ни Ҡорманғәле уйнатып ҡына алып торҙо ла, ана, иҙән башындағы ярыҡҡа һалып торҙо, хәҙер алып бирер”, — ти апам. Ә ярыҡ ситтән ҡарағанда бөтөнләй күренмәй, өҫтөнә кейеҙ түшәлгән. Миңә бик оят булды, шул хәлдән һуң ғүмерем буйы кешенең энәһенә лә ҡағылманым, — олатайым Исмәғил ишандың башҡа ғәжәйеп хәлдәрен дә аптырап һөйләр ине.
Нотоҡ та уҡымаған, әрләмәгән дә ишан олатай, ипле генә итеп тәрбиә лә биргән.
Беҙгә килгән кеше:
— Ҡалай китап күп һеҙҙә, — тиһә, олатайым:
— Эй-й, Исмәғил апамдың китапханаһын күрһәгеҙ! Мин һуғышта йөрөгәндә әллә таратып алып бөткәндәр, әллә ырғытҡандар, шул тиклем әрәм булды, — тип көрһөнә торғайны. Шул китаптарға бәйле бер ваҡиға һөйләгәне иҫемдә олатайымдың:
— Ике стена буйҙан-буйға туп-тулы китап. Юғарылағы кәштәләргә апамдың да буйы етмәй, шунда уҡ ағас баҫҡыс тора. Миңә тәғәйенләнгән китаптар аҫта теҙелгән. Башҡаларына тейергә рөхсәт юҡ. Ә минең матур-матур тышлы, ҡалын китаптарҙы ҡарағым килә. Апам тышта мал-тыуар менән булып йөрөй ине, тыйылған китаптарға үрелдем бит. Бер ваҡыт гел шунда, бер урында ятҡан һыңар аҡ бирсәткә мине ҡытыҡларға керешмәһенме! Һыным ҡатып, иҙәнгә тәгәрәнем, саҡ тышҡа сығып йүгерҙем. Сыҡһам, апам миңә көлөмһөрәп ҡарап тора. “Шунан, Ҡорманғәле, ул китаптарға әлегә тейергә ярамағанлығын аңланыңмы инде?” — ти.
Ҡыҙғаныс, Исмәғил ишанды күреп-белеүселәр күптән инде мәңгелеккә күскән. Әммә уның ҡәберен беләләр. Әүлиә зыяраты тип йөрөтәләр. “Башҡорт революцияға тиклем уҡымаған, наҙан булған”, — тиеүҙәре төптө буш икәнлеген тағы бер раҫлар өсөн яҙам мин быларҙы. Ана, ниндәй зыялылары, әүлиәләре булған халҡымдың.
5. Шишмәләре лә шифалы Әйбәлилдә Ағиҙел, Дим, Яйыҡ ише оло йылғалар юҡ. Уның ҡарауы, Оло Ҡыҙыл, Кесе Ҡыҙыл, Әүнәш, Таңатар һымаҡ бәләкәйерәк йылғалары, иҫәпһеҙ-һанһыҙ шишмәләре һәр ҡайһыһы үҙе бер холоҡло, үҙе бер ҡылыҡлы. Данлы Һаҡмар ҙа беҙҙән башлана. Ҡыҙыл йылғаһының башланған урыны беҙҙә — Салауат утары эргәһендә. Ер аҫтынан урғылып сыға ул. Элек Һаҡмар ҙа, Ҡыҙыл да ҙур йылға булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар йылдан-йыл һайыға.
Хәлил ауылы аша ағып ятҡан Дарыуҙының шишмәһен юҡҡа ғына шулай атамағандар. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, сәсән, хәҙер инде мәрхүм Ғаззали олатай Мусиндың һөйләүенсә, әүәл-әүәлдән халыҡ Дарыуҙының һыуын һәр төрлө ауырыу-сиргә ҡаршы ҡуллана торған булған. Күрәһең, уның составында кеше организмы өсөн кәрәкле минераль тоҙҙар барҙыр.
— Ҡатын-ҡыҙ Дарыуҙының һыуы менән битен йыуһа, һылыуланып, йәшәреп китә, — ти торғайны Ғаззали олатай.
Дарыуҙы һыуы, күрәһең, йәнгә лә шифа булғандыр, юҡҡамы ни, был яҡтарҙа йәшәгән халыҡ дәртле, талантлы, төҫ-башҡа матур булыуҙары менән айырылып тора. Хәлил борон-борондан үҙенең баҙары менән дә дан тотҡан. Иван Грозный Ҡазанды баҫып алғас, башҡорт ерҙәренә суҡыныуҙан ҡасҡан татарҙарҙан бер төркөм Хәлилгә килеп төпләнә, урындағы халыҡ менән аралашып, үҙенә бер башҡа ара хасил була. Татарҙар араһында сауҙагәрҙәр, тегенселәр күп булған. Хәлил баҙарын улар ойошторған да инде.
“Яҡтыкүл” шифаханаһынан әллә ни алыҫ түгел, Ташбулат — Асҡар юлы буйында йәнә бер үҙенсәлекле шишмә аға. Ул сатнама һыуыҡ ҡыштарҙа ла туңмай, әҙәм балаһын һоҡландырып, селтер-селтер үҙ көйөн көйләй. Шуныһы ғәжәп: ҡыш көнө уның һыуы бик һалҡын түгел, ә йәйге селләләрҙә уртлармын тимә – теште ҡамаштыра. Йылғасыҡты элегерәк “Ямантай шишмәһе” тип йөрөтә торғайнылар. Уның яңы исеме лә бар: Гөлгизәр шишмәһе.
Бәғзе берәүҙәр уның туңмау сәбәбен ағымының шәплегендә күрә. Ә Ташбулат ауылында йәшәүсе ололар әйтеүенсә, ул тирәлә ер аҫтынан ҡайнар сығанаҡтар урғыла, имеш, улар шишмәгә туңырға бирмәй.
Халыҡ был шишмәнең һыуын да шифалы тип бара, моғайын, бында дөрөҫлөк барҙыр, сөнки шишмә һыуы иҫ киткес тәмле, оҙаҡ иҫкермәй, сәй ҡайнатҡанда ҡомған-самауырға бер ниндәй юшҡын да ултырмай.
Ҡыҙыл йылғаһы хаҡында ла һөйләп үтмәү мөмкин түгел. Салауат утары (хәҙер унда бер генә ғаилә ҡалған) эргәһенән башланып, район аша бормаланып-бормаланып ағып үтә лә Силәбе өлкәһенә барып сыға, унан тағы әллә ҡайҙарға юл ала ул. Атаманы, моғайын, йылға төбөн биҙәгән ҡыҙыл төҫтәге йәшмәләргә бәйле биргәндәрҙер... Йәшмә, тигәндәй, ул беҙҙә бик күп. Ҡыҙылы, йәшеле, ҡарағусҡыл көрәне, ҡараһы, һорғолт төҫтәгеһе, тағы әллә ниндәйҙәре. Элегерәк көрән-ҡыҙыл йәшмәне юлға түшәнеләр, шуға күрә район юлдары ҡып-ҡыҙыл булып ятыр ине. Төрлө биҙәүес әйберҙәр, ҡумталар яһау урынына шулай әрәм-шәрәм ителә ине йәшмә. Хәҙер юлдарҙың күпселек өлөшөнә асфальт түшәлгән.
Ә йәшмәгә әллә ни иғтибар биреүсе юҡ. Ул тау битләүҙәрен, йылға ярҙарын биҙәп ята бирә. Бәлки, был яҡшығалыр ҙа, сөнки әҙәм балаһы былай ҙа ер ҡыртышын кимереп бөтөп бара бит инде.
6. Ҡуңыр буға һуҡмағы Башҡорт халыҡ йыры “Ҡуңыр буға”ны кемдең генә ишеткәне юҡ икән!? Риүәйәт һөйләүенсә, борон бер ҡыҙҙы бик йыраҡҡа кейәүгә биргәндәр. Ата-әсәһе ҡыҙҙы кейәү йортона оҙатҡанда, Ҡуңыр буға ла бүләк иткән.
“Тыуған йортобоҙҙоң төҫө, ейәндәребеҙгә аҡ булыр”, — тигән яҡындары ҡыҙға.
Һыйыр яңы урынды һис кенә лә һушһынмаған. Көтөүлеккә сығарһалар, гел генә үҙен ҡыуып алып килгән яҡҡа ҡарап, ашамай-эсмәй торор булған.
Берҙән-бер көн Ҡуңыр буға юғалған. Ян-яҡҡа сапҡын ебәреп эҙләп ҡарағандар, һыйырҙы тапмағандар. Йәш килен бик болоҡһоған. Былай ҙа тыуған яғын, ата-әсәһен һағынған күңелен һағыш баҫҡан. Иртән күнәген сылтыратып, Ҡуңыр буғаға арнап йыр сығарған. Ахырҙа сыҙамаған, һыйыр һалған эҙҙән Ҡуңыр буғаны эҙләп киткән. Ҡуңыр буғаның тояҡ эҙҙәре Ирәндек, Ҡырҡты тауҙары итәгендә ярылып, ҡуйы үлән тапалып ҡалған икән. Шул һуҡмаҡтан атлай торғас, йәш килен үҙҙәренең йәйләүенә барып еткән. Ә Ҡуңыр буға элекке көтөүендә йәйрәп китеп ашап йөрөй, имеш.
Ҡырҡты битләүенән һуҙылған һуҡмаҡ әле лә бар. Моғайын, бер һыйыр ғына үткән юл улай уҡ ярылып, оҙаҡ йылдар һаҡланып ҡалмаҫ ине. Әлеге һуҡмаҡтың башҡа тарихы ла барҙыр кеүек.
7. Ул минең тыуған ауылым Һәр ҡайһыбыҙға үҙ яғы, үҙ ауылы ғәзиз. Тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһаған, тәү ҡат уның тупрағына баҫып, икһеҙ-сикһеҙ йыһан киңлектәренә баҡҡан тыуған ерҙе бер ни ҙә алыштыра алмай. Тыуған ауылым Юлдаш мин унда донъяға килгән өсөн генә түгел, ә ысынлап та үҙенсәлекле бер төбәк булыуы менән районымдың ете мөғжизәһе иҫәбенә инәлер, тим.
Әбйәлилдең тау-урман зонаһы яланға күскән урында, бәрәкәтле Ҡоръятмаҫ тауы эргәһендә урынлашҡан ул. Күккә ашҡан ҡаялары, хуш китерлек гөрләүектәре, үтеп сыҡҡыһыҙ урмандары булмаһа ла, үҙенсә матур Юлдаш. Малай ташы, Сурағойо, Олотау, Күстән, Ҡарасман, Таштығойо, Үмбәр түбә... Ер-һыу атамалары ошо яҡтың данлы ла, зарлы ла тарихын һаҡлай.
Әммә ауылымдың иң оло хазинаһы — уның эшһөйәр, намыҫсан кешеләре.
Сталин диктатураһы осоронда бында бер генә кешене лә сәйәси золом йәберенә бирмәгәндәр. Яхъя Искәнйәров менән Ҡорманғәле Әхмәтҡужинды яҡташтары ҡурсалап алып ҡалған. Ауылдаштарым иң хурлыҡлы һыҙат итеп ошаҡ һәм ялағайлыҡты һанаған, бер ҡасан да береһе өҫтөнән икенсеһе ялыу яҙмаған, яла яҡмаған. Ил өҫтөнә килгән ауырлыҡтарҙы улар бергә күтәргән, йотлоҡ мәлендә лә бында, ҡайһы бер бүтән яҡтарҙағы һымаҡ, асыҡҡан баланың йәки ҡатын-ҡыҙҙың бер ус бойҙайын талап алып ҡалмағандар, һуңғы телем икмәген бүлешкәндәр. Бригадир йәки колхоз рәйесе булып торған кешеләр Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡтан көлмәгән, ҡатын-ҡыҙҙы йәберләмәгән.
Бында заманында бөтә районға бер кеше һәр урында тәртип урынлаштырырға ынтылған Хәсән Шәйхисламов йәшәне. Ул иҫән саҡта ауыл эргәләрендә, юл буйҙарында әлегеләй сүп-сар өйөлөп ятманы. Хәсән апаның хикмәттәрен һөйләү өсөн бер китап та етмәҫ ине. Ләкин уның иң оло батырлығы, моғайын, үҙ тормошо менән башҡаларға өлгө күрһәтеү булғандыр. Халыҡҡа займ тарата башлағас, Х. Шәйхисламов һуңғы һыйырын һатып, шул займдарҙы ала. Яңы тормош төҙөү, кешеләрҙе киләсәктә бәхетлерәк күреү ынтылышында яһалғандыр, моғайын, был аҙым. Бөгөнгө юҫыҡтан ҡарағанда, әлбиттә, уның был аҙымы бер ҡатлылыҡ һымаҡ ҡабул ителә, сөнки хәҙер икенсе “ҡиммәттәр” баһалана.
Юлдаш — арҙаҡлы кенәз Шәғәли Шаҡман тоҡомдарының төйәге. Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире, фронттан бихисап орден һәм миҙалдар менән ҡайтҡан Ҡаһарман Сәйетғәлин шуларҙың береһе ине. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре Муллайән Ғәлин, Иштимер Шаһивәлиев, Хәлфетдин Ғафаров, Ғәлимйән Шәйхисламов, Рәхмәтулла Усманов, Шәйхислам Хәбиров һәм башҡалар Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөштәрен индереп, һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡандар һәм емерелгән хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа ең һыҙғанып эшләгәндәр. Ҡыҙғаныс, бөгөн бер генә һуғыш ветераны ла иҫән түгел.
Юлдашта башлыса Тамъян ырыуы йәшәй, бөгөн бында бүтән ырыу вәкилдәре лә бар: түңгәүерҙәр, күбәләктәр, ҡыпсаҡтар, бөрйәндәр.
Ауылдаштарым тәүге комсомол Һарун Әхмәтҡужинды, тәүге “избач” Миңлебикә Биккининаны, тәүге колхозсылар Ғәлиә менән Ҡорманғәле Әхмәтҡужиндарҙы, Бибинур менән Хәсән Шәйхисламовтарҙы ла оло ихтирам менән иҫкә ала. Хатта заман үҙгәреп, совет власы ергә һалып тапалған осраҡта ла...
Бала саҡтан мин ауылым кешеләрен иң күп уҡыған, әҙәбиәтте һөйгән халыҡ итеп хәтерләйем. Ғәлиә Искәнйәрова, Разифа Вәлиева, Мәфтуха Ғәлина һәм башҡаларҙың ҡыҙыҡлы китаптарҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыуы әле лә күҙ алдында. Бөгөн улар хаҡында хәтирәләр генә йәшәй.
Илгә бына тигән табиптар, уҡытыусылар, танылған механизаторҙар һәм һауынсылар биргән ауыл ул Юлдаш. Уларҙың һәр ҡайһыһы оло ихтирамға лайыҡ.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, башҡа урында хужалыҡтар тарҡалғанда ла Юлдаш ауыл хужалығын һаҡлап алып ҡалды: фермалар киңәйтелде, иген сәселде, ауыл продукцияһын етештереүҙең яңы төрҙәре булдырылды.
Бына шундай ул минең ауылым — Юлдаш.
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.