Бөртөкләп йыйылған йәдкәр11.07.2014
Б

баҙарған и., фарс. – баҙарсы, сауҙагәр
баиғ и., ғәр. – һатыусы
баин с., ғәр. – күренеп торған, асыҡ
байтар и., ғәр. – мал дауалаусы; ветеринар
баҡта и., фарс. (мамыҡ) – малдың яҙ ҡойған йөнө
баҡый с., ғәр. – 1. ҡалған; 2. мәңгелек
бани и., ғәр. – төҙөүсе
бану и., фарс. – бикә, ханым
бари и., ғәр. – бар ҡылыусы, яратыусы
барид с., ғәр. – һыуыҡ (көҙгө барид ел)
барса и., фарс. – ебәк туҡыма (барса күлдәк)
бата и., ғәр. – ҡара: фатиха
батил с., ғәр. – 1. ялған (батил тәғлимәт); 2. файҙаһыҙ, буш
батин с., ғәр. – 1. эске; 2. йәшерен, серле
батинан р., ғәр. – эстән, йәшерен
батни с., ғәр. – эскә, эс-ҡарынға мөнәсәбәтле
баүәр и., фарс. – ышаныс
баһар и., фарс. – яҙ, яҙғы көн
баһи с., ғәр. – матур, гүзәл
баһир с., ғәр. – 1. асыҡ, аныҡ; 2. бик матур, гүзәл
баян и., ғәр. – һөйләнгән һүҙ (баян итеү – хәбәр итеп һөйләү)
бешә и., фарс. – йәш ҡарағай
биби и., фарс. – бикә, хужа ҡатын
биғәйбә фарс.-ғәр. – “ғәйеп итмәгеҙ”, “ғәфү итегеҙ” тигән мәғәнәлә әйтелә
биғәйни фарс.-ғәр. – “нәҡ шулай” тигән мәғәнәлә
биғәйәт р., фарс.-ғәр. – сиктән тыш, сикһеҙ (биғәйәт матур)
бидғәт и., ғәр. – 1. яңылыҡ; 2. дингә ҡаршы килгән теләһә ниндәй яңылыҡ
бизарур фарс.-ғәр. – 1. кәрәкһеҙгә, юҡҡа; 2. Кәрәкһеҙ
бизер и., ғәр. – орлоҡ, иген орлоғо
бикер с., ғәр. – таҙа, ғиффәтле (ҡыҙ)
бикәр с., фарс. – файҙаһыҙ, буш
биҡалә и., ғәр. – аҙыҡ-түлек, йәшелсә сауҙаһы


Ҡыҫҡартмалар:
ғәр. – ғәрәп теленән; фарс. – фарсы теленән; ур. – урыҫ теленән; фр. – француз теленән; лат. – латин теленән; фарс.-ғәр. – фарсы һәм ғәрәп телдәренән; нем. – немец теленән; ингл. – инглиз теленән
и. – исем; с. – сифат, ҡ. – ҡылым; к. – киҫәксә; күпл. – күплек формаһы; хәб. функ. – хәбәр функцияһында; инш. – инеш һүҙ; р. – рәүеш; т. – теркәүес


Вернуться назад