Моңдаштарын йыйҙы ашҡаҙар буйы11.07.2014
Моңдаштарын йыйҙы ашҡаҙар буйы
Стәрлебашта дини шиғыр-мөнәжәт башҡарыу­сыларҙың “Иман нуры” тип аталған фестиваль-конкурсы уҙғарылды.


Район хакимиәтенең был баш­лан­ғысы респуб­ликаның Мәҙәниәт министр­лығы тарафынан хуп­ланды. Конкурста ете район һәм дүрт ҡаланан 36 яңғыҙ башҡарыусы, биш фольклор ансамбле ҡатнашты. Жюри составына З. Исмәғилев исе­мен­дәге Өфө дәүләт сәнғәт ака­де­мияһы доценты, филология фән­дә­ре кандидаты Г.С. Ғәлина, Баш­ҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙә­ниәт хеҙмәт­кәре, “Нур” татар дәүләт теат­рының музыкаль етәксеһе Ә.С. Аҡ­су­рин һәм Ейән­су­ра ра­­йо­ны ха­­ки­миә­тенең мәҙәниәт бүлеге мөдире А.З. Мөхәмәтйәнов инде.
“Яңғыҙ башҡарыу” номинация­һында I урынды Дәүләкән райо­нынан Зүләрәм Снегирёва алһа, икенсе баҫҡысты – Фёдоровка районынан Әлмира Ғәбдрә­шитова, өсөнсөнө Күгәрсендән Рәсих Са­диҡов яуланы. Ансамблдәр ара­һында Күгәрсен районынан – “Ынйылар”, Миә­кәнән – “Күгиҙел” төркөмдәре, Архангел район мәҙәниәт һарайын­дағы халыҡ хоры тәүге урындарҙы бүлеште.
Конкурстың төп бүләге Стәрлебаш районының “Күндрәкәй” фольклор ансамбленә тапшырылды.




Вернуться назад