Быйыл күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең элекке Думаһы депутаты, дин әһеле һәм мәғрифәтсе, Башҡортостан автономиялы республикаһы Диниә назаратының беренсе мөфтөйө, Бөрйән-Түңгәүер кантонының тәүге рәйесе, Ырымбур губернаһының почетлы гражданы ахун Шаһишәриф Мәтиновтың тыуыуына 160 йыл тулды. Баймаҡ районында һәм Сибай ҡалаһында ошо датаға бағышлап төрлө саралар үткәрелә. Күптән түгел, 14 июндә, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм Баймаҡ районы хакимиәте башланғысы менән арҙаҡлы ахундың тыуған ауылы Атанғолда Мәтиновтарҙың шәжәрә байрамы ойошторолдо. Ошо уҡ көндө Моҫтай ауылында эшҡыуар Фәнис Кәримов төҙөгән мәсетте асыу тантанаһы булды. Мәсеткә халыҡтың һорауы буйынса “Шаһишәриф” исеме бирелде.
Олуғ шәхес Шәһишәриф Мәтинов 1854 йылдың февралендә Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙенең Наҙар (Атанғол) ауылында затлы ғаиләлә тыуған. Уның ҡартатаһы Сиксәнбай — зауряд-яҫауыл, ә атаһы Мидәтғәле обер-офицер дәрәжәһендә 2-се Бөрйән волосының 4-се йорто старшинаһы булған. Атаһының дворян чинын йөрөткәнлеге, йәштәргә белем биреү ниәте менән 1870 йылда атаҡлы Муллаҡай мәҙрәсәһен төҙөүҙә, асыуҙа ҡатнашҡанлығы ла билдәле.
Шаһишәриф Мәтинов башланғыс дини белемде Моҫтай мәҙрәсәһендә ала. 1867 йылдан алып был мәҙрәсәлә “Изге хажи” исемен йөрөткән Мөхәмәт хажи Аҙнағолов (1833 йылғы) имам-хатип һәм мөғәллим вазифаларын үтәгән була.
Урта белемде иһә Шаһишәриф атаҡлы Муллаҡай мәҙрәсәһендә ала. Бында уның менән бер осорҙа киләсәктә миллионер сәнәғәтселәр буласаҡ Шакир һәм Закир Рәмиевтәр ҙә уҡый. Уларҙың дуҫлығы оҙаҡ йылдар һаҡлана.
Муллаҡай мәҙрәсәһен тамамлағас, Шаһишәриф атаһының кәңәше һәм Юрматыла йәшәгән Вәлидовтарҙың тәҡдиме буйынса Ҡазан губернаһында урынлашҡан Ҡышҡар юғары мәҙрәсәһенә юллана. Унда Әхмәтзәки Вәлидиҙең олатаһы Хәбибназар (әсәһе Өммөлхаят яғынан), атаһы Әхмәтша хәҙрәттәр ҙә белем алған. Ирәндек буйында йәшәгән Мәтиновтар менән Юрматынан Вәлидовтар араһындағы дуҫлыҡ оҙаҡ йылдар дауам итә. Шаһишәриф ахундың улы Әбделхаҡтың һөйләүе буйынса, уның ҡартатаһы Мидәтғәлиҙең бер ҡатыны Вәлидовтар нәҫеленән булған. Ошо мәҡәләнең авторына заманында Әбделхаҡ Шаһишәриф улы менән осрашырға тура килгәйне.
Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең «Хәтирәләр» китабында Шаһишәриф Мәтиновты «атайымдың дуҫы» тип яҙа. 1906 йылда Әхмәтша Вәлидов улы Әхмәтзәки менән Ирәндек буйында сәйәхәт иткәндә Күсейҙә Рәмиевтәрҙә һәм Атанғолда Мәтиновтарҙа ҡунаҡ булып китә. 1912 йылда Әхмәтзәки Бөрйән башҡорттары еренә килеп, фольклор һәм тарих материалдары йыйып йөрөгәндә лә Атанғолда туҡтала. Ә инде Шаһишәриф Мәтинов 1908 һәм 1912 йылдарҙа Вәлидовтарҙа ҡунаҡта була.
Шаһишәриф Мәтинов, Ҡышҡар мәҙрәсәһен тамамлағас, тыуған яҡтарына ҡайтып, Темәс урыҫ-башҡорт мәктәбендә мөғәллим булып эшләй. Ошо осорҙа ул шәхси дәрестәр алып, урыҫ телен ныҡлап үҙләштерә. 1880 йылда имам-хатип дәрәжәһендә тәүҙә Моҫтай мәҙрәсәһендә эшләй, унан Ырымбурҙағы Каруанһарай мәсетенең имамы була. Был осорҙа ул үҙен ҙур дини белгес һәм эшлекле хеҙмәткәр итеп таныта, халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙана. 1890 йылда Диниә назаратының тәҡдиме буйынса Бөтә Рәсәй Мәкәрйә (Түбәнге Новгород) һәм Ирбит (Пермь) йәрминкәләрендә бер нисә мәртәбә ахун булып торған, дини хеҙмәткәр, дәүләт кәңәшсеһе, тәржемәсе лә һаналған. Шулай итеп, яҡташыбыҙ Рәсәй күләмендә ҙур белгес һәм дин әһеле булып танылған.
Бынан һуң Ырымбур губерна канцелярияһында тәржемәсе һәм оҙаҡ йылдар Орск өйәҙенең ахуны, йәғни дин һәм мәктәптәр бүлеге мөдире вазифаларын үтәгән ул. Шаһишәриф Мәтинов етәкселегендә Орск өйәҙендә күпләп мәҙрәсәләр һәм йәдитселек программаһы буйынса эшләүсе мәктәптәр, китапханалар асылған. Бер Бөрйән волосында ғына ла урта белем биреүсе I Этҡол (1891), Таналыҡ-Баймаҡ (1891), Юлыҡ (1898), Билал (1898) урыҫ-башҡорт мәктәптәре асылған. Ә инде 1893 йылда — Таулыҡайҙа Хәлил хәҙрәт Рәхимов, 1891 йылда Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ерендәге Хәлил ауылында Хужәхмәт Йәсәүи Бикмәтов тарафынан урта белем биреүсе дини мәктәптәр булдырылған. Аҡһаҡал Ғәйнислам Бураншин һөйләүенсә, 1914 йылда Иҫән ауылында яңыса мәҙрәсә асыуға Шаһишәриф ахун үҙе килгән һәм шундағы сығышында былай тип әйткән: «Йәштәр, уҡығыҙ, белем алығыҙ! Милләтебеҙҙең киләсәк яҙмышы — белемлелектә». Бынан тыш, китапханалар ҙа асылған. Ахун хатта үҙенең өйөн китапханаға биргән, Темәстә иһә земство китапханаһы булдырылған. Бына шулай милләтенең яҙмышын ҡайғыртҡан ул.
Һис шикһеҙ, Шаһишәриф Мәтинов үҙенең уҡымышлылығы йәһәтенән башҡорт мәғрифәтселәре Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Зәйнулла Рәсүлев, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғабдулла Сәиди һәм башҡалар менән бер рәткә ҡуйырлыҡ. Ул киң күләмле йәмәғәт эшмәкәре лә булған. Мәҫәлән, 1906 йылда Ырымбур ҡалаһының мосолман халыҡ фирҡәһенә ағзалыҡҡа ҡабул ителгән. Депутатлыҡҡа һайланыу өсөн мөлкәт цензы етмәгәс, Рәмиевтәр үҙ милкенең бер өлөшөн Мәтиновҡа яҙҙырған, һәм ул Рәсәй Думаһына (парламентына) депутат итеп һайланған мосолман фракцияһы ағзаһы булып иҫәпләнгән. Депутат булған осорҙа башҡорт халҡының үҙаллы йәшәүен һәм еренә хужа булыуын талап итеп сығыш яһағаны ла билдәле. Әхмәтзәки Вәлиди «Хәтирәләр» китабында ошоға бәйле бер хәлде яҙып үткән: «Атайымдың дуҫы һәм иҫке «икенсе Дума» ағзаһы Шаһишәриф ахун Мәтинов рәсемдә минең урыҫ дворяндарынан уға таныш кенәзгә йәнәш тороуымды оҡшатмауын белдереп хат яҙҙы. Был кенәз Кочубей (керәшен татары) Мәтинов Дума ағзаһы булғанда башҡорт ере һәм урыҫ күскенселәре мәсьәләһенә ҡағылышлы проекттарҙы кире ҡаҡтырыусыларҙың береһе булған». Тарих фәндәре кандидаты Ф.М. Сөләймәнов яҙыуынса, 1-се Думаға индерелгән «Основные положения гражданского равенства» исемле закон проектында Ш. Мәтиновтың да ҡултамғаһы тора. Тиҙҙән батшаға оҡшамаған Дума (парламент) таратылған, депутаттар үҙ төйәгенә ҡайтарылған.
Шаһишәриф ахун артабан да халыҡҡа хеҙмәт итеүҙән туҡтамай, халыҡ яҙмышын ҡайғыртып йәшәй. 1907 йылда Ырымбурҙа уның етәкселегендә төҙөлгән «Бөрйән улусының мосолман йәмәғәтселеге» исемле ойошманың уставында былай тип яҙылған: «Общество башкир Бурзянской волости имеет целью просвящать башкир и знакомить с событиями политическими и экономическими, оказывать нуждающимся всевозможную помощь» (Д.Ж. Валеев, «Нравственная культура башкирского народа». Уфа. 1989 г.).
1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башланғас, Шаһишәриф Мәтинов Александров исемендәге Шәфҡәтлелек ойошмаһы ағзаһы була, һуғыш инвалидтарына һәм яуҙа һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша. Ахундың Муллаҡай ауылында йәшәгән өлкән ҡыҙы Хәҙисә Мәҡсүтова заманында былай тип яҙған: «Атайымдың халыҡ, дәүләт алдында хеҙмәте ҙур булған. Ул ике көмөш миҙал тағып йөрөй торғайны. Улар юҡҡа бирелмәгәндер». Ш. Мәтиновтың беренсе наградаһы, Ф.М. Сөләймәнов яҙыуынса, Станислав таҫмаһына беркетелгән «За усердие» исемле көмөш миҙал булған, ә икенсеһе – билдәһеҙ.
Күп авторҙар яҙыуынса, Шаһишәриф ахун Ырымбур ҡалаһының почетлы гражданы булған. Ләкин шуныһы ғәжәпләндерә: ул күберәк Орскиҙа яуаплы эштәр башҡарған. Бәлки, “Ырымбур губернаһы Орск ҡалаһының почетлы гражданы” исемен йөрөткәндер? Киләсәктә был мәсьәләне ентекләп өйрәнеү талап ителә.
ХХ быуат башында Башҡортостанда үҙаллылыҡ өсөн көрәш йәйелдерелгәс, Ш. Мәтинов милли азатлыҡ хәрәкәтенең рухи етәксеһе була. Әхмәтзәки Вәлидиҙең сәйәсмән булып китеүендә уның роле ҙур.
«Хәтирәләр» китабында уның тураһында былай тип яҙылған: «Беҙгә атайымдың дуҫы, Дума (парламент) ағзаһы Шаһишәриф Мәтинов килде. Ул миңә атайым алдында урыҫса өйрәнеүемде дауам итергә кәңәш бирҙе, мөғәллимлектән бер ни сыҡмаҫ, тине. Урыҫса бик яҡшы белгән был зат ошо килгәнендә Украинала барған үҙаллылыҡ хәрәкәттәре хаҡында профессор Грушевскийҙың һәм милләттәрҙең хоҡуғы хаҡында профессор Максим Ковалевскийҙың әҫәрҙәрен һиҙиә итте. Шуның менән мине үҙ яғына, йәғни сәйәсәт өлкәһенә сығармаҡсы ине». Үрҙә әйтелгәндәрҙән күренеүенсә, ахун үҙе лә сәйәсмән булған һәм Әхмәтзәкиҙе лә сәйәсмән, ғалим итеп күрергә теләгәндер. Ул бының өсөн урыҫса белергә һәм башҡа милләттән булған алдынғы ҡарашлы кешеләрҙең хеҙмәттәрен өйрәнергә ҡушҡан. «Ахун миңә М. Ковалевскийҙың революцион рух менән яҙылған «Закон ҡоролошонда милләт мәсьәләһе һәм граждандарҙың хоҡуҡи тигеҙлеге» исемле китабын бүләк итте. Бында автор Рәсәйҙәге һәр милләттең үҙе теләгәнсә йәшәргә, милли мәҙәниәтен үҙе белгәнсә үҫтерергә хоҡуҡлы булыуын билдәләй», — тип яҙа З. Вәлиди.
1917 йылғы Октябрь революцияһы һәм Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлөүе ваҡиғаларын Шаһишәриф ахун Темәс ауылында сағында ҡаршы ала. Ҡайһы бер тарихсылар, ул бында Ырымбурҙан Әхмәтзәкиҙең ҡушыуы буйынса Бөрйән волосында автономияны ойоштороу өсөн ебәрелгән, тип һанай. Темәстә халыҡ йыйыны үткәрәләр, унда ҡатнашыусылар, Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлөү менән ҡотлап, Ырымбурға телеграмма ебәрә. Шаһишәриф Мәтиновты ваҡытлыса Бөрйән-Түңгәүер кантонының беренсе рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ул урында автономия власын урынлаштырыу өсөн ойоштороу эштәре алып бара. Ләкин автономия оҙаҡ йәшәй алмай, 1918 йылдың февралендә Башҡорт Хөкүмәте ағзалары большевиктар тарафынан ҡулға алына. Таналыҡ-Баймаҡта фажиғәле хәлдәр булып ала: Ырымбурҙан автономия һәм армия ойоштороу өсөн килгән Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын һәм бер нисә башҡорт офицерын ҡыҙылдар атып үлтерә. Шаһишәриф Мәтиновты ла ҡулға алалар, әммә, оло йәштә булыуы иғтибарға алынып, ул язанан ҡотолоп ҡала.
1918 йылдың авгусында Башҡорт автономияһы өсөн көрәш яңынан тергеҙелеп, яҡташыбыҙ прапорщик Мөхәмәтйән Булатов Бөрйән-Түңгәүер кантонының рәйесе итеп һайлана. Ә Шаһишәриф Мәтинов, Башҡорт Хөкүмәте Ырымбурҙан Темәскә күскәс, 1918 йылдың декабрендә Башҡортостан автономиялы республикаһы Диниә назаратының беренсе мөфтөйө булып китә. 1919 йылдың февралендә, ҡыҙылдарға ҡушылыр алдынан, Темәстә кәңәшмә үткәрелә. Ошо ваҡытта ахундың йөрәге ҡапыл тибеүҙән туҡтай. Большевиктар, мөфтөй тиф ауырыуынан үлде тип, үҙҙәренең бысраҡ эшен йәшерә. Ләкин, балаларының әйтеүенсә, ул ағыуланған. Ошо мәҡәләнең авторына бер мәл ахундың улы Абдулхаҡ Мәтинов менән осрашырға тура килгәйне. Ул: «Атайымды дошмандар ағыулап һәләк итте. Ғаиләбеҙҙә бер кем дә тифтан үлмәне», — тип һөйләгәйне. Ахунды ҙур хөрмәт менән Атанғолға алып килеп ерләйҙәр. Һуңғы юлға оҙатыуҙа һыбайлылар полкы командиры Муса Мортазин һәм Әхмәтзәки Вәлиди ҙә ҡатнаша.
Шулай итеп, бөтә ғүмерен Рәсәй дәүләтенә һәм башҡорт халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған көрәшсе, Башҡорт автономиялы республикаһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Шаһишәриф ахундың тормошо фажиғәле өҙөлә. Ләкин тормош дауам итә. Уның ике ҡатынынан—Шәһиҙә һәм Шәрифъямалдан — 11 балаһы, шул иҫәптән дүрт улы ҡала. Абдулхаҡ оҙаҡ йылдар «Ирәндек» хужалығында бухгалтер булды. Мөхәмәтшәкир, Троицкиҙағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлап, ауылда мулла булып торҙо. Мирсәйет граждандар һуғышында, 1919 йылда Петроградты Юденичтан һаҡлауҙа ҡатнашҡан, Муса Мортазиндың атлылар дивизияһында хеҙмәт иткән, эскадрон командиры булған. Һуңынан, НКВД системаһында Ҡаҙағстанда етәксе органдарҙа эшләп, шунда мәрхүм булған. Мөнир Үзбәкстанда яуаплы эштәр башҡарҙы, шунда ерләнгән.
Бөгөн төрлө тарафтарҙа Мәтиновтар нәҫеленән сыҡҡан 100-ҙән ашыу кеше йәшәй. Улар иленә һәм халҡына тоғро хеҙмәт итә. Араларында етәкселәр, инженерҙар, уҡытыусылар, табиптар һәм башҡа төрлө һөнәр эйәләре бар.
Халыҡ Шаһишәриф Мәтиновтың изге эшен онотмай. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында үҙгәртеп ҡороу осоронда ахундың исеме халыҡҡа кире ҡайтарылды. Ауыл халҡы уның тыуыуына 140, 150 йыл тулыуҙы киң билдәләне. Ә инде 160 йыллығында шәжәрә байрамы үткәрҙеләр. Ошо сара ваҡытында Әхмәр мәктәбенә уның исемен биреү һәм музей асыу кеүек тәҡдимдәр ҙә булды. Киләсәктә Моҫтай ауылында асыласаҡ туристик базаның программаһында бөйөк ахундың ҡәберенә барыу һәм уны иҫкә алыу сараһы үткәреү ҙә ҡаралһын ине. Шаһишәриф Мәтиновтың исемен Башҡортостандың һәм Баймаҡ районының арҙаҡлы шәхестәре исемлегенә индерергә, республиканың һәм райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында уға арналған мөйөш булдырыуҙы хәстәрләргә кәрәктер. Былар йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү йәһәтенән ҙур бер сара булыр ине.
Бөйөк шәхес Шаһишәриф ахун Мәтиновтың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүҙе республика һәм район йәштәре, ғалимдар дауам итер, биографияһында «аҡ таптарға» урын ҡалмаҫ, тип ышанғы килә. Сал Ирәндек күгендә Шаһишәриф ахундың йондоҙо ҡалҡып сыҡты, ул һәр ваҡыт маяҡ булып янып торһон, халҡыбыҙҙы аң-белемгә, мәғрифәтселеккә әйҙәһен.