Аҡсаң ғына булһын...11.07.2014
Аҡсаң ғына булһын...
Эх, йәшлек! Илерткес, әүрәткес, донъяның бар тәмен татып ҡарағы килгән саҡ. Тик ҡиммәтселек заманында нисек теттереп йәшәйһең дә, зауыҡлы кейенеп, сифатлы косметика алаһың инде?! Әммә үткерерәк, кеше һүҙенән ҡурҡмаған, оялыу белмәгән йәштәр ялтырауыҡлы Өфөлә үҙен бер нәмәнән дә мәхрүм итмәй йәшәү ысулын таба.



Бөтә нәмә лә матди байлыҡҡа барып төртөлгән заманда шағирҙар яҙған мө­хәббәткә, саф хистәргә урын ҡалмай, тип бала саҡтан мейегә һеңдерелгән. Шуны белә тороп, ниндәй күңелең тартҡан кешене эҙләү ти ул?! Ана, ҡыҫҡа итәк­тәреңде кейеп, ялтырауыҡтарыңды таҡ та, төнгө клубҡа елдер. Атайыңа тиң йә йәшерәк булып та ҡорһағы бүҫелеп килгәндәр һағыҙаҡ һымаҡ йәбешергә генә тора бөрөләнеп килгән ҡыҙҙарға, тик үҙеңде тота, күрһәтә белеү шарт. Хә­йерселектән ялҡып, күптәр һөйәркә бу­лырға ла риза, ә сосораҡтар пеләш баш­тарға ҡамыт кейҙереп тә ҡуя.
Башлы студенттарҙың эреле-ваҡлы түрәләрҙе майлау яғын ҡарауы модаға инә бара. Ә ниңә, шәп ысул, баш ҡалаға онотҡанда бер юлдары төшкән “ағай­ҙарға” кө­нөңдө, кәмендә бер нисә сәғә­теңде, бүләк итеп, ай һайын ҙур ғына сумма алып торһаң, һораған һайын теле­фоныңа аҡса һалһалар… Йомарт­ланған саҡтарында тунлы булыу өмөтө лә бар бит әле. Артислығыңды эшкә генә ек инде, барыһы ла алдыңа килеп ята!
Хоҙай Тәғәлә бәхетте тигеҙ өләшмәгән кеүек, барыһына ла бизнесмен һәм түрә тәтемәй, бәғзе берәүҙәре, кеҫә яғы таҡы­рыраҡ, “ыштанһыҙ” егет­тәрҙе һығыу форсатын да таба. Уларҙан аҙыҡ-түлек кил­тертә­ләр, ялҡауыраҡтары көн аралаш кафеға алып барып аша­тыуҙы талап итә, каталог буйынса биҙән­гестәр алдырып ҡалалар. “Минең егетем­дең мотлаҡ машинаһы булырға тейеш!” тигәнде аңы­на һеңдереп, мәмәй ауыҙҙарҙы елдер­тәләр генә. Бындай тоҙаҡҡа бер ҡатлы ауыл егеттәре эләгеүсән.
Тормош көҙгө көн һымаҡ: әле генә ҡояшы менән иркәләһә, ҡарлы ямғырын килтереп бәреүгә лә күп һорамай. Бына шулай төнгө ҡала буйлап көслө музыка шауҡымында елдергәндә, юл хәрәкәте фажиғәһенә тарып ҡуйыусылар ҙа бар. Был осраҡта кемдер мәңгелеккә күҙҙәрен йома, кемдер, тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға оҙатыла. “Ауыр хәлдә ятҡан кешене кем ҡарар?” тигән һорау килеп баҫа. Йорт-ҡураһын, малын ташлап, әсә­һе килеп етерме, әллә йән йәрәхәте алған һөйгәнеме?
Бер танышымды бер нисә аҙна ғына осрашҡан егете шаҡ ҡатырҙы: сәйнәп аша­та, бәҙрәфкә йөрөтә, йыуын­дыра, эске кейемдәренә тиклем йыуа, ссуда юллап, ҡиммәтле уколдар ала, врач­тарға аҡса “төртә”. Был – һөйгәне янында булған мәшәҡәттәр генә, ә өйҙә уны үгәй әсәһе, йәшлек хатаһы менән 18 йәшендә өйләнеп, хәҙер яңғыҙ тәрбиә­ләгән балаһы һәм суд көтә. Был егет, мөхәббәт тип, барыһын да тышҡа сығар­май түҙә, әммә, эске яныу үҙенекен итеп, уны ҡоро һөлдәгә ҡалдыра. Өс ай тигәндә һөйгән ҡыҙы аяҡҡа баҫа, ҡулына телефон алып, элекке егеттәре менән иркенләп һөйләшә башлай. Был мәлдә улар бергә йәшәгән, ашарға бешергән, өй эштәренең барыһы ла егеттең яңғыҙына йөк­мәтел­гән була.
Ныҡлап һауыға ҡыҙ. Ҙур аҡса артынан баяғы егеттең Себер яҡтарына юлланыуы була, рәхмәт урынына “төнгө күбә­ләк”кә әйләнеп ала. Шул уҡ ваҡытта үҙен ысын күңелдән яратҡан кешенән аҙна һайын аҡса таптырыуҙан да тартынмай. “Һин минең менән үҙеңә файҙалы яҡты ғына ҡарап йөрөгәнһең, үҙем ҡайтма­йынса, һиңә аҡса ебәрмәйем” тигән һүҙҙе ишетеүе була, ҡыҙ: “Минең прокурор егетем бар, тиҙҙән ул ҡатыны менән айырылыша, һинең һымаҡ наҙанға көн ҡалған тиһеңме?” – тип трубканы һелтәй. Ошо хәлдән һуң ике айҙан ҡайтырға тейеш егеттең дүрт ай буйы күренгәне юҡ әле.
Туҡталышта бер ҡыҙ яу һала: “Заман биргә-бир принцибы буйынса ҡоролған. Мин атай-әсәйемдән аҡса алырға йыйынмайым, мөхәббәт, ихтирам тип яратҡан кешемде эҙләргә лә теләк юҡ. Мөхәббәт­һеҙ ҙә балалар ярала. Ә әлегә минең бар нәмәм дә етеш: беренсеһе ауылдан картуф, кишер, ит-һөтөн аҙна һайын ташый, ә үзбәгем ике бүлмәле фатир өсөн түләй”...
Шунан аҡыл өйрәтергә кереште: “Бына һин ниңә шулай эшләмәйһең? Ике урын­да бил бөгәһең. Хәтереңә төшөр әле –ҡайҙа һуңғы тапҡыр ял иттең? Кем һине ҡиммәтле ресторанда һыйланы? Нисек һин аңлай алмайһың: бөгөн тәртипле, намыҫ һаҡлаған, саф килеш кейәүгә сыҡҡандар модала түгел! Күҙең­де ас, бәхет даръяһында тормоштоң матурлы­ғын күреп йәшәй башларһың!”
“Эш хаҡынан әсәйеңә өлөш сығарма! Үҙеңә 15 меңен алып ҡал да, ҡалғаны – миңә. Юҡ икән, һинең тормошоңдан мин дә тү-тү!” Был – үткер танышымдың егетте “быуыуы”. Уларҙың осрашыуына дүрт йыл. Нисек кенә булмаһын, егет ҡыҙҙы ташларға ла ашыҡмай, ә өйләнеү тураһында һүҙ сыҡһа, һүҙҙе ете яҡтан икенсегә бора, бер нисә тәүлеккә фатир­ҙы ҡуртымға алып, һөйгәненең шарты буйынса, эш хаҡын ҡалдырып, ауылына юллана. Себергә китер алдынан тағы ла Өфөгә һуғыла, ләкин кеҫәһе таҡырайған егеткә ҡыҙ “ах” итеп тормай, аҡса менән ҡайтыуын теләп, вокзалға оҙата һала.
Ахырызаманмы? Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ? Бәлки, был хәйерселектән, эш хаҡының тинен-тингә ялғап йәшәүҙән талсыҡҡан­лыҡтан барлыҡҡа киләлер? Һәр кемдең тормошта үҙ юлы, үҙ яҙмышы – беҙҙең уға ҡыҫылырға хаҡыбыҙ юҡ. Тик “бер һы­йырҙың бәләһе – бар көтөүгә” тигән һы­маҡ, еңел тормош менән йәшәгән ҡыҙҙар башҡаларҙың йөҙөн бысратып, тотош гүзәл затты уңайһыҙ хәлдә ҡалдыра.




Вернуться назад