25 ғинуарҙа "Башҡортостан" гәзите редакцияһында республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Байғондо улы НӘБИУЛЛИН менән "Башҡортостан урмандары: бөгөнгөһө һәм иртәгәһе" тигән темаға тура бәйләнеш ойоштороласаҡ. Министрға һорауҙарығыҙҙы хат менән йә баҫманың
[email protected] электрон адресына алдан ебәрергә мөмкин, шулай уҡ уларҙы 272-42-83 телефоны аша ла еткереү мөмкинлеге бар. Тура бәйләнеш көнөндә иһә сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем 272-75-30, 272-05-43 телефондарына шылтыратып, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы туранан-тура министрҙың үҙенә бирә алаһығыҙ.