Эскән икәнһең, өйҙә ултыр!11.07.2014
Дәүләт Думаһы депутаттары эскән килеш автомобиль йөрөтөүселәргә ҡарата язаны арттырырға тәҡдим яһағайны. Хәҙер ундайҙарҙың енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы мөмкин. Был закон проекты Дәүләт Думаһында икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде.


Ҡанун проектына ярашлы, һалмыш көйө рулгә ҡабат ултырғанда йә медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡанда, ҡаты яза көтөлә. Был осраҡта водителде Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекс түгел, ә Енәйәт кодексы буйынса хөкөм итәсәктәр.
Иҫерек килеш йәнә машина менән идара иткәндәргә 200 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф, 480 сәғәтлек мотлаҡ йәки 2 йыл­ға ҡәҙәр мәжбүри эш, шул уҡ ваҡытҡа иректән мәхрүм ителеү янай.
Ә иҫерек водитель арҡаһында кемдер вафат булһа, яза тағы ла арта. Бер кешенең ғүмере өҙөлһә – 2-нән 7 йылға, һәләк булғандар ике һәм унан күберәк булһа, 4-тән 9 йылға ҡәҙәр төрмә көтә.
Әле иҫерек килеш автомобиль йөрө­төүселәр 30 мең һум штраф түләй, йыл ярымдан 2 йылға тиклем водитель таныт­маһынан мәхрүм ителә. Икенсе ҡабат тотолған белекһеҙҙәргә яза тағы ҡатыраҡ: 50 мең һум штраф түләттерелә, 3 йылға танытмаһы тартып алына.


Вернуться назад