Ағас нәҫеле – ерҙә, ир нәҫеле – илдә11.07.2014
Ауылдарға күҙ һалһаң, һәммәһенең булмаһа ла, күптәренең шул ерлеккә дан, хөрмәт, йәм өҫтәгән шәхестәре бар. Уларҙың ата-бабаһы ла, ғәҙәттә, ауыл тарихында шаҡтай урын биләгән кеше булған. Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылы хаҡында һүҙ алып барғанда, Аҡсулпановтарҙы телгә алмау мөмкин түгел. Был нәҫел борон-борондан шул ерлектең даны ла, йәме лә булып тора.


XVIII быуатта тирә-яҡта дан тотҡан Күсәрбай Аҡсул­па­нов дворянлыҡ титулына эйә була. 1812 йылғы ваҡи­ғаларҙы иҫкә төшөрһәк тә, улар был ауылды, әлеге нәҫелде урап үтмәй. Аралбай Аҡсулпанов – Парижғаса барып еткән яу батыры, полк командиры. Хәйер, уның III дәрәжә “Изге Анна” ордены (Рәсәй империяһы буйынса бындай хөр­мәткә 17 кеше генә лайыҡ булған), “Парижды алған өсөн”, “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә” миҙал­дары Аралбайҙың ниндәй яугир булғаны хаҡында үҙҙәре үк һөйләй. Эйе, башҡорт улдары бер яуҙа ла баш бирмәҫ!
Совет заманында ла шул уҡ ауылдан Аҡсулпановтар нәҫеленән Тәмербәк исемле батыр Бөйөк Ватан һуғы­шын­да ҡатнаша. Беренсе көндән үк фронтҡа китеп, фа­шис­тарҙы тар-мар иткәндән һуң, илде тергеҙеүҙә ҡат­наша һәм тыуған яғына 1947 йылдың июнендә генә ҡайта.
Бала саҡтан етем ҡалған, аслы-туҡлы тормош кисер­гән егет бөгөлөп төшә торғандарҙан булмай. Иҫән бул­һа­лар, яуҙаштары Тәмербәкте Донды бер тында ике тапҡыр йөҙөп сыҡҡан батыр тип иҫләйҙер. Эйе, Донды ла йөҙөп сыға, 214-се дивизия составында Сталинградты ла азат итә, ата-бабалары һымаҡ Берлинға ла барып етә ул.
Әлбиттә, тыуған яғына ҡайтҡас та хөрриәт тормош көтмәй Тәмербәк Сәйәх улын: бар ерҙә аслыҡ, хәл­һеҙлек, ҡот осҡос күренеш.
– Һуғыштан ҡайтҡанымда мине баҫыуҙан серек бәрәңге эҙләп йөрөгән ас ауылдаштарым ҡаршы алды, йөрәкте шунда уҡ шом биләп алды, – тип хәтерләй ул йылдарҙы ветеран. Әммә ни эшләмәк кәрәк, башты ташҡа ороп булмай, артабан йәшәргә, эшләргә, тырышырға кәрәк. Тәмербәк иртәгәһенә үк колхоз эшенә төшә һәм артабанғы ғүмерен шул өлкәгә бағышлай: бригадир, ферма мөдире, ревизия комиссияһы рәйесе була. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, барыһын да еренә еткереп башҡара.
Колхозда ғына түгел, ғаилә тормошонда ла “алдынғы” була Тәмербәк Аҡсулпанов: хәләл ефете Миңлегөл менән ун ике балаға ғүмер бирәләр! Ул заманда әсәлек капиталы, “Ауыл­дың социаль үҫеше” программалары булмай, бөтә ауырлыҡты үҙ иңендә күтәреп, иҫән ҡалған балаларын бынамын итеп үҫтерә улар.
Бөгөн иһә фермер Кинйәбай Аҡ­сул­пановты тирә-яҡ ауылдарҙа ғына түгел, күрше райондарҙа ла яҡшы беләләр. Үҫтергән игенен дә, етеш­тергән итен дә маҡтап туй­майҙар. Ғөмүмән, бар яҡтан да килгән йүнсел ул.
Бынан теүәл ун йыл элек башлай ул үҙ эшен: 25 гектар ерҙә иген сәсеп ҡарай. Әлбиттә, ер кешеһе булһа ла, тәүге йылда “уңырмынмы-туңыр­мынмы?” тип борсола, сөнки бизнес донъяһы – бер ваҡытта ла уҡып сыға алмаҫлыҡ китап. Күпме яғыулыҡ кәрәк? Документтарҙы ҡасан тапшырырға? Игенде нисә һумдан һатырға?.. Барлыҡ һорауға ла яуап табырға кәрәк. Ә улары бер-бер артлы тыуып ҡына тора. Әммә, яу хафаһы ҡурҡыта алмағанды, дау мәшәҡәте генә өркөтәме һуң бил бирмәҫ Аҡсулпановтар нәҫелен?! Бер нисә йыл дауамында Кинйәбай Шәйбәк улы сәсеүлек майҙанын бермә-бер арттыра. Уңыш та ергә һәм тырышлыҡҡа ҡарап үҫә.
– Иң мөһиме – ваҡытты дөрөҫ һайлау. Оҙаҡҡа һуҙып сәсһәң, һуңлап ҡына эшкәртһәң, яйлап ҡына урһаң, әлбиттә, мул уңыш алам тип иҫәп тотоп булмай. Бәлки, һөҙөмтәле эшләүҙең төп сере лә шундалыр, – тип һөйләне Кинйәбай ағай. Эйе, ер эше тырыштарҙы һәм өлгөрҙәрҙе яратыусан бит. – 2010 йылда ҡоролоҡ булды, әммә беҙҙең фермер хужалығында иген ҡотороп уңды.
Йүнселдең хужалығы кеше һаны буйынса ҙур түгел. Һин дә мин, Мөхәмәт тә Сәлим, тигәндәй, төп терәк-таянысы – ике улы. Данир гел атаһы янында булһа, йәш ғалим Юлай ял ваҡытында Өфөнән ҡайтып ярҙам итә. Ә бына техникаһы иһә байтаҡ Кинйәбай ағайҙың: “Т-150”, “МТЗ-82”, “КамАЗ”-дар, “ЗиЛ”…
Бынан тыш, мал һимертеп тә һата фермер Аҡсулпанов. Ғөмүмән, ауылдаштарын иген-һалам, ит ризығы менән тәьмин итеп тора. Улай ғына ла түгел, Кинйәбай Шәйбәк улы – ауылдың төп таянысы, тип әйтһәм дә, хата булмаҫ! Кәрәк саҡта аҡса менән дә ярҙам итә, техникаһын да йәл­ләмәй.
Ауылдың тарихына ла һаҡсыл ҡарай ишле ғаилә. Былтыр, мәҫәлән, Күсәрбайҙа Аралбай Аҡсулпанов рухына бағышлап таҡтаташ асыуға күп көс һалған улар. Ауыл тарихын, ырыу шәжәрәһен буласаҡ ғалим Юлай ғына түгел, эштән бушаған арала Кинйәбай ағай үҙе лә ныҡлы өйрәнә.
– Күпме генә тырышып эшләһәң дә, үҙ тарихыңды белмәй йәшәүҙән ни файҙа? Шуға күрә нәҫел ептәрен, тел-еребеҙҙе ҡурсалауҙы төп бурысым һанайым, – тип күңелендәгеһе менән бүлеште Кинйәбай Шәйбәк улы. Аҡыллы һүҙгә тағы ни өҫ­тәйһең?!
Белеүемсә, Аҡсулпановтар нәҫеле вәкилдәре Стәрлетамаҡ районында ғына түгел, Мәләүез, Ғафури яҡ­тарында ла йәшәй. Был шәжәрәнең ҡайһы ғына тармағына барып туҡ­талма, һәр береһе тиерлек ҙур абруй ҡаҙанған. Тырышып эшләгән, тор­моштоң уртаһында ҡайнаған, ерем-телем тип янып йәшәгән бындай нәҫелдәр ғүмерле булһын!




Вернуться назад