“Киләсәк быуын өсөн эшләнек”11.07.2014
Ағаһы Көҙәндән почтаны алып ҡайтыу менән кескәй Марат, гәзит-хаттарҙы күтәреп, урамға сығып йүгерә. Елдән етеҙ малайға бөтә ауылға, ул ваҡыттағыса әйткәндә, корреспонденция таратып сығыу бер ни түгел. Ауылдаштары ла: “Ана, Марат килә!” – тип көтөп ала үҙен. “Һай, ҡустым, уңғанһың да!” – тигән маҡтаулы һүҙҙәр ҙә һәр саҡ ишетелә.


Шулай бала сағынан уҡ хеҙмәттең дә, уның емешенең дә тәмен татып үҫә Марат Ғөбәйҙуллин, бергә көс түккән иптәштәрен, уларҙың эшен ҡәҙерләргә өйрәнә. Шуға­лыр­мы, Марат Әбдрәхим улы хәҙер инде ярты быуаттан ашыу ғүмерен бер эшкә – Стәр­лета­маҡ­тың 2-се “ВНЗМ”-ына (“Востокнефтезаводмонтаж”) арнай. Ә башҡа урында эшләгәнен һәм әрмене иҫәпкә алғанда, дөйөм хеҙмәт стажы 59 йыл булып китә! Әле 77 йәшендә лә ул егеттәрсә баҫып, һаман да туған заводында хеҙмәт юлын дауам итә.
Күрше ятҡан Маҡар ауылы мәктәбен (хәҙерге Ишембай районында урынлашҡан) тамамлағас та, быуындаштары һымаҡ бөйөк коммунизм, ғәйрәтле ил төҙөү маҡсатында Марат ағай Салауат ҡалаһына электрик һөнәрен үҙләштерергә юллана. Уҡып сыҡҡас та эшкә тотона йәш егет, ә бер йылдан һуң әрме сафына алына.
Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Марат Ғөбәйҙуллин Салауат ҡалаһында күп тә тормай, Стәрлетамаҡҡа йүнәлә, монтажсы булып эшкә төшә. Шул ваҡыттан алып уның тормошо ошо ҡалаға бәйле.
Ир-егет башы ни генә күрмәй: яҙмыш тыуған төйәгенән дә, ҡәҙерле кешеләренән дә алыҫлаштырып ҡына тора. Тик ирмен тигән ир кеше генә, үҙенең һәм ғаилә­һе­нең ҡәҙерен белгәндәр генә ауырлыҡтарға сыҙамлы була, сит тарафтарҙа булһа ла яҡын­дарын уйлап йәшәй. “ВНЗМ”-ды завод төҙөүсе ойошма булараҡ беләбеҙ. Ә уның етеш­тереү майҙансыҡтары бер Стәрлетамаҡта ғына түгел бит. Туғандарынан өс-алты айға айырылып, сит өлкәләргә шундай производстволар ҡорорға йөрөй Марат Әбдрәхим улы. Ырымбурҙа, Томскиҙа, Тольяттиҙа ла була, хатта Азербайжанға ла барып етә. Бер туҡтауһыҙ командировкалар шулай ҙа ялҡытмай үҙен.
Бер аҙ тәжрибә туплағас, Марат ағай белемен дә камиллаштыра: Стәрлетамаҡ химия-технология техникумын тамамлай. Йәш белгескә артабан предприятиелағы төрлө ва­зи­фаларҙы ышанып тапшыралар. Иң мөһиме – күҙгә күренмәгән һәр эшкә лә яуаплы ҡараған инженер Ғөбәйҙуллин бер ҡасан да һынатмай. Әле ул заводта йәш белгестәр әҙерләй.
Марат ағай бигерәк тә ҡалала заводтар төҙөүҙә ҡатнашыуын ғорурлыҡ менән иҫкә ала.
– Беҙ төҙөгән заводтар ҙур ҡала һымаҡ ине. Үҙебеҙҙең киләсәк быуын өсөн ҡалһын тип дәртләнеп, ҙур теләк менән эшләнек. Тик… йәш быуынға тәтемәгән дә һымаҡ хеҙмәт емешебеҙ, – тип әсенеп һөйләне Марат Әбдрәхим улы, аҫты-өҫкә килгән тормош хаҡында уйланып. – Хәйер, йәштәр үҙҙәре лә бик эшләргә теләмәй бит…
Иң үкенеслеһе шул: Марат ағай менән килешергә тура килә. Һауынсы, монтажсы булырға, эшсе һөнәрен үҙләштерергә ашҡынып тормай шул бөгөнгө йәштәр.




Вернуться назад