Ҡан ҡойош дауам итә24.01.2012
Нигерияла булған теракт һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар һаны 215-кә етте. Террорсылар Кано ҡалаһында ҡылған хаяһыҙлыҡтан һуң да туҡтамай, күрше ҡалаларҙы шартлата һәм утҡа тотоуын дауам итә.
Ҡалала комендант сәғәте иғлан ителгән. Урамдарҙа ҡоралланған полиция хеҙмәткәрҙәре күп. Террорсылар иң тәүҙә тап хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткән дә инде. Шартлауҙар полиция идаралығы алдында, һуңынан иммиграция хеҙмәте офисында, полиция участкаларында яңғыраған.


Вернуться назад