“Дача амнистияһы” һәм торлаҡты хосусилаштырыу: яҙға тиклем өлгөр11.07.2014
“Дача амнистияһы” һәм торлаҡты хосусилаштырыу: яҙға тиклем өлгөр
Башҡортостандың Техник инвентаризация бюроһы иҫкәртеүенсә, киләһе йылдың 1 мартында граждандарҙың шәхси торлаҡ йорттарға хоҡуҡтарын теркәүҙең һәм торлаҡ биналарҙы хосусилаштырыуҙың 93-сө Федераль закон менән билдәләнгән ябайлаштырылған тәртибе ғәмәлдә булыуҙан туҡтай.


“Дача амнистияһы” ошондай объекттарға милек хоҡуғын теркәү өсөн документтар йыйыу тәртибен ярайһы уҡ ябайлаштыра. Йорттарына хоҡуғын ябайлаштырылған тәртиптә рәсмиләштерергә өлгөрмәгән кешеләргә өҫтәмә документтар тупларға, байтаҡ аҡса түгергә, айырым осраҡтарҙа документтарҙы суд тәртибендә йыйырға тура киләсәк.


Торлаҡты бушлай хосусилаштырыу өсөн йылдан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды

Социаль яллау килешеүенә ярашлы биләнгән торлаҡты хосусилаштырыу – күсемһеҙ мөлкәткә милек хоҡуғын теркәү алымдарының береһе. Ул киләсәктә милексегә ошо мөлкәтте үҙе теләгәнсә файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Киләһе йылдың 1 мартынан һуң граждандар бындай торлаҡты дәүләттән баҙар хаҡы буйынса һатып алырға тейеш.
Хосусилаштырыу тамамланыр алдынан ығы-зығы сыҡмаһын өсөн доку­менттарҙы бөгөн үк тултыра башларға кәңәш итәбеҙ. Был йәһәттән ошо эште тапшырырлыҡ ойошманы дөрөҫ һайлау ҙур әһәмиәткә эйә. Бик күп фирмалар араһында дәүләт предприятиеһы өҫтөнлөккә эйә, әлбиттә. Башҡортостанда Техник инвентаризация бюроһы – тап шундай ойошмаларҙың береһе. Ҡеүәтле структураның бөтә район, ҡалаларҙа бүлексәләре бар. Үҙ эшенең оҫталары ер участкаларына межа һалыу, күсемһеҙ милектең техник пландарын һәм техник паспорттарын әҙерләү, инженерлыҡ тик­шереүҙәре, күсемһеҙ мөлкәтте баһа­лау һәм килешеүҙәр төҙөүҙә ярҙам итеү кеүек хеҙмәттәр тәҡдим итә.
Предприятие заманса ҡорамалдар, квалификациялы белгестәр менән тәьмин ителгән. Уның структур подразделениелары тураһындағы мәғлүмәт менән www. btirb.ru сайтында танышырға мөмкин.




Вернуться назад