“Башҡортостан”дың тиҙ ярҙамы11.07.2014
Баймаҡ районының Ҡаратал ауылында әлегәсә газ юҡ. Ни өсөн был мәсьәләне һаман да хәл итмәйҙәр икән? Район хакимиәтенә күпме генә мөрәжәғәт итмәнек, һәр ваҡыт “тиҙҙән газ булыр”, тиҙәр. Һуңғыһында “2013 йылда газ яғып рәхәтләнерһегеҙ” тигән яуап килде. Тик һаман да ҡоро вәғәҙә менән ауыҙҙы ябалар.
Илсун Нурлығаянов.
“Башҡортостан” гәзитенең 27 июнь һанында минең һорауға яуап баҫылды. Уның менән риза түгелмен, минән көлгән һымаҡ килеп сыҡҡан. Тел тураһындағы законға бөтөнләй һылтаныу юҡ, тимәк, улар законды белмәй. Был һорауға төплө яуапты көтәм.
Владик Ҡыҙрасов.
Күгәрсен районы, Аҙнағол ауылы.
Араҡы эсеүгә, тәмәке тартыуға ҡағылышлы закондар үтәлмәй. Мәктәп янында көйрәтәләр, унда һыра ла һатыла. Был хаҡта ауыл советына мөрәжәғәт иттек, ләкин бер ниндәй ҙә фәтүә юҡ.
Мәҙинә.
Күгәрсен районы, Түбәнге Бикҡужа ауылы.
Йортомдоң ҡаршыһында ғына шиномонтаж астылар. Машина күбәйҙе, билдәле, туҙан уйнап тора, тәҙрәләрҙе асыу мөмкин түгел. Эргәлә күпереп үҫкән үләндең “ү”һе лә ҡалманы. Был турала ҡала хакимиәтенә әйттек, ләкин ундағы чиновниктар мөрәжәғәтте иғтибарға алманы.
Рәшиҙә Мезетова.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.