үҙешмәкәр коллективтарҙың ижадын күрһәтеү, мәҙәниәтте үҫтереү, республиканың берҙәм социаль-мәҙәни киңлеген булдырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, халыҡ ынйылары менән яҡындан танышыу маҡсатында ойошторолған “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә ул Күмертау ҡалаһына ла килеп етте.
Был мөһим сара Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә тура килде. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина республика марафоны штандартын тантаналы рәүештә Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Наталья Лапшинаға тапшырҙы. Ошо айҡанлы ҡалала бер аҙна буйы төрлө мәҙәни саралар үтәсәк.
Байрамға килеүселәргә “Ғаилә бәхете” тип аталған бай йөкмәткеле концерт тәҡдим ителде, ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Өҫтәлдә экспонаттарҙың ниндәйе генә юҡ: ағастан яһалғаны ла, бәйләнгәне лә, сигелгәне лә, тегелгәне лә, мәрйендән теҙелгәне лә, кейеҙҙән баҫылғаны ла.
Килендәр һәм йәш әсәләр парады байрамдың төп биҙәгенә әүерелде. Тәүгеһендә һәр ҡыҙ үҙен әкиәттәге батша ҡыҙы итеп тойһа, икенсеһендә ҡатнашыусылар үҙҙәре биҙәгән сабый коляскалары менән майҙандан үтте.
Был көндә оло байрамға йыйылған тамашасылар донъя халыҡтары бейеүҙәрен ҡарап кинәнде, моң тулҡындарында йөҙҙө. Һәр сығыш дәррәү алҡыштар менән оҙатылды.
15 июлдә Мәҙәниәт йылы штандарты Федоровка районына тапшырыла.