Бөгөнгө башҡорт ауылы нисек йәшәй? Заман ауырлыҡтары уны бөлдөрөп, ахыр килеп, бөтөнләй бөтөрөп ҡуймаҫмы? Был шарттарҙа ниндәй сара күрергә?
Минеңсә, ауылдарҙы бөлөүҙән һәм бөтөүҙән һаҡлап ҡалыуҙың бер сараһы – ауыл байрамдарын уҙғарыу. Үткән быуат аҙаҡтарында Әбйәлил тарафтарында башланғыс алған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», яңы быуатта тамырланып киткән шәжәрә байрамдары кесе ватаныбыҙҙы һаҡлап-яҡлап алып ҡалыуҙа бик ҙур әһәмиәткә эйә. Бындай сараларҙы һәр ҡайҙа ойошторорға кәрәк.
Ғафури районында ла ауыл байрамдары даими уҙғарылып тора. Ситтә йәшәгән яҡташтар ярҙамында ойошторолған бындай байрамдарҙан һуң ауылдар төҙөкләндерелеп, күркәмләнеп, ә урындағы халыҡ рухланып ҡала.
19 июлдә (сәғәт 12-лә) «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын районыбыҙҙың кескәй генә Яҡтыкүл ауылы үткәрәсәк. Архангел районы сигендә урынлашҡан был ауыл хәҙер икенсе йәшлеген кисерә тиһәк тә хата булмаҫ. Танылған халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов, Башҡортостан Арбитраж судының элекке рәйесе Әсҡәт Шәмсетдинов һәм башҡа билдәле шәхестәр тыуып үҫкән бай тарихлы ауылым үҙ балаларын ҡунаҡҡа көтә. Рәхим итегеҙ тыуып үҫкән ерегеҙгә, ҡәҙерле ауылдаштар, ҡан-ҡәрҙәштәр!
Ғаяз ӘМИНЕВ,
мәғариф ветераны.