Силәбелә 80 кеше ағыуланған24.01.2012
Силәбе ҡалаһында сифатһыҙ аҙыҡ-түлек менән ағыуланғандарҙың һаны 80-гә еткән. Уларҙың 12-һе — балалар.
Ҡала дауаханаларына сәләмәтлегенең насарланыуына зарланып мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. 15 кешенең хәле ауыр. Сальмонеллез менән ауырыусыларҙың барыһы ла эклер ашаған булған. “Роспотребнадзор” тикшереүенән һуң, етештереү мәлендә лә, аҙыҡ-түлекте һатыуға сығарғанда ла ҙур етешһеҙлектәр булыуы асыҡлана.