Ҡәҙерле дуҫтар!11.07.2014
«Башҡорт балы – Бөрйән даны» этнофестивалендә ҡатна­шыусыларҙы ихлас тәбрикләйем!
Башҡортостан – боронғо солоҡсолоҡ кәсебен һаҡлаған берҙән-бер төбәк. Бөгөн башҡорт балының даны бөтә донъяны яулай, сөнки уның файҙаһы барыһына ла мәғлүм.
Республикала төбәк-ара мәҙәни туризм бәйләнештәрен булдырыу һәм үҫтереү – мөһим бурыстар иҫәбендә. «Урал батыр ере» туристик маршруты проекты ошо йүнәлештәге тәүге башланғыстарҙың береһе булды. «Башҡорт балы – Бөрйән даны» этнофестивале тап шул проектҡа ярашлы ойошторолдо һәм республика Президенты грантын алды. Башҡорт балының тыуған төйәге Бөрйән ерендә ошондай күркәм фестивалдең башланғыс алыуы бик тәбиғи.
Байрамда ЮНЕСКО вәкилдәренең ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы. Бөрйән еренең матурлығын күреп, белгестәр был яҡтағы ҡомартҡыларҙың, шул иҫәптән Шүлгәнташ мәмерйәһенең ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә инеүгә лайыҡ икәнлегенә инаныр, тип ышанам.
Этнофестивалдең халыҡтарҙы һәм төбәктәрҙе берләштереүсе сараға әүерелеүенә иманым камил.
Бөтәгеҙгә лә күңелле ял һәм яңынан-яңы уңыштар теләйем! Байрам менән, туғандар!

Башҡортостан Республикаһы Президенты
вазифаһын ваҡытлыса
башҡарыусы Рөстәм ХӘМИТОВ.



Вернуться назад