Ата-баба юлын дауам итеп11.07.2014
Ата-баба юлын дауам итеп
“Бал хужалары”ның тормошо менән яҡындан танышыу маҡсатында борон-борондан оҫта умартасылары, солоҡсолары менән дан алған Ғәлиәкбәр ауылына юлландыҡ. Бер нисә саҡрымға һуҙылған Баҙал тауы аша артылып, Кесе Нөгөш буйына килеп төштөк.


Умартасылыҡ менән шөғөллән­гәндәрҙе түгел, ә нәҡ солоҡсолоҡто күреү ниәтендә килгәнебеҙҙе белгәс, ғәлиәкбәрҙәр беҙгә Самат Сабитовтың өйөнә юлды өйрәтеп ебәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иртәрәк килергә кәрәк булған: хужаның урмандағы эшен бөтөрөп ҡайтып ингән мәленә тап килдек.
– Солоҡтарҙы ҡарап әйләндем, – тип ҡаршы алды Самат Хәмит улы. – Көн дә шулай күҙәтеп тормайынса булмай: илке-һалҡылыҡтың айыу өсөн бик уңай тура килеүе бар. Бында ҡәҙәр килеп еткәс, солоҡҡа менгәнде ҡарамайынса ҡайтып китмәҫһегеҙ инде. Әйҙә, иртәгә иртүк барып әйләнербеҙ.
... Бөрйәндә – йәйге таң. Ғорур Таҡыя­сусаҡ тауы, уның итәге буйлап сылтырап аҡҡан Кесе Нөгөш томан-юрғанын әкрен генә шылдырып, ҡояшты ҡаршылай. Ылыҫ еҫе аңҡыған һалҡынса һауа, ҡоштар моңо, ара-тирә балыҡ ҡарпыған тауыш... Ошо һиллекте боҙоп, Самат Сабитовтың урманға йөрөй торған машинаһында ҡуҙғалып киттек.
– Солоҡсолоҡто ағас ҡыуышлығынан еңел генә бал алып йөрөү тип күҙ алдына килтерә ситтән килгәндәрҙең күбеһе, – тип йылмайып ҡуйҙы юлдашыбыҙ. – Улай түгел шул. Муллыҡта йәшәйем тиһәң, урмандан ҡайтып инмәйһең инде. Ҡорттар һәйбәт торамы, уларға уңайлыҡ өсөн нимә етмәй – барыһын да белеп торорға кәрәк. Хәлен осоуы, тауышы аша һиҙҙерә улар. Кәрәкле шарттарҙы еренә еткереп үтәй барһаң, әлбиттә, күңелең көр, табының мул буласаҡ.
Өйҙә йыбанып ятһаң, уңыштан ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал. Айырыуса һыуһар аптырата. Бер йылды улар 20-гә яҡын солоғомдо туҙҙырҙы. Шулай ҙа иң ныҡ кәрәкте биргәне – айыу. Әле яңыраҡ ҡына бер солоғомдо емерҙе. Нисек туҙҙырғанын һеҙгә лә күрһәтер инем, йыраҡ – икенсе берәй мәл алып барырмын.
– Солоҡтарығыҙ нисәү, Самат ағай?
– Ике йөҙ тирәһе. Аралары 60 саҡрым булғандары бар. Шуға күрә һәр береһен ҡарап сығам тиһәң, көноҙоно йөрөргә тура килә – беҙҙәге урман араһындағы юлдарҙың ниндәй икәнен беләһегеҙ.
– Солоҡ балын күпмегә һатаһығыҙ?
– Килограмын ике мең һумға. Ҡыйбат тиһегеҙҙер. Минеңсә, түгел. Хеҙмәтенә күрә таман. Ошоно аңлаһындар, шулай уҡ тәбиғәтте күрһендәр тип, ситтән солоҡ балы һатып алырға килгәндәрҙе үҙем менән урманға алып барырға тырышам. Ҡала кешеһе өсөн беҙҙең яҡтар ниндәйҙер сер һаҡлаған ҡырағай урын кеүек күренә бит инде. Минең саҡырғанды ҡабул итеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән киләләр. Солоҡ балы алып төшкәнемде ут яғып, сәй ҡайнатып, еләк, ҡарағат япраҡтары йыйып ҡаршы алғандар ҙа, шомло тауыштарҙан ҡурҡып, ағас төбөнә һыйынып көтөп торғандар ҙа осрай. Ҡунаҡтарға Бөрйән балы, ата-бабабыҙҙың шөғөлдәре, райондың бөгөнгө тормош-көнкүреше тураһында һөйләйем, солоҡ балы алғанда кәрәкле ҡорамалдарҙы күрһәтеп аңлатам. Ғөмүмән, ситтән килгәндәр бал ғына түгел, ә данлыҡлы төбәгебеҙ, уның аҫаба халҡы тураһында бай мәғлүмәт, йылы тәьҫораттар алып китһен тип тырышам. Мин генә түгел, райондағы солоҡсоларҙың барыһы ла шулай ул.
– Үҙегеҙ Ғәлиәкбәрҙәнме?
– Эйе, ошонда тыуып үҫтем. Абдрахман олатайымдың – йөҙҙән ашыу, Ибраһим олатайымдың етмешкә яҡын солоғо булған. Был эште бәләкәйҙән белеп үҫтем. Ғаилә ҡорғас, тәүҙә умартасылыҡ менән булашҡайным, аҙаҡ солоҡсолоҡҡа күстем. Хеҙмәте ауырыраҡ булһа ла, алдан әйтеп үткәнемсә, хаҡы ла юғарыраҡ, тәме лә татлыраҡ, һаулыҡҡа файҙаһы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Солоҡло ҡарт ҡарағай янына килеп туҡтаныҡ. Ергә төшкәс, Самат ағайыбыҙ шым булды. Баҡтиһәң, бал ҡорто тауышланғанды яратмай икән. Солоҡсо машинаһындағы ҙур тоҡто сығарып, уның эсенән кәрәкле ҡорамалдарын алды. Батманды ла ағас эргәһенә килтереп ҡуйҙы.
– Бына был ҡайыш кирәм тип атала, – тип аңлата башланы солоҡсо, ярым шыбырҙап. – Түңәрәккә йыйылған ҡайышты тағатаһың да бер яҡ осон ағасты уралтып, шулай уҡ үҙең инеп торорлоҡ урын ҡалдырып бәйләйһең. Ә быныһы – ләңге, солоҡто асҡанда баҫып торор өсөн эшләнгән бәләкәй таҡта.
Самат ағай тиҙ генә ағас ҡайырҙарын йыйып, күректә ут тоҡандырып ебәрҙе. Унан кирәмгә солоҡто асыр өсөн кәрәк-яраҡ һалынған тоҡто, ләңгене, батманды бәйләп ҡуйҙы.
– Мосолмандарҙа һәр эш “бисмилләһир-рахмәнир-рахим”дан башлана, – тип, ҡарағай төбөндә тубыҡланып ултырып, доға ҡылып алды (әйткәндәй, Самат Сабитов – Ғәлиәкбәр ауылы мәсетенең имам-хатибы ла).
Доға ҡылынғас, солоҡсо ағасты уратып бәйләнгән кирәмдең эсенә инеп тороп, уны ҡуҙғата-ҡуҙғата ҡарағай олононан өҫкә үрмәләп китте. Солоҡҡа яҡынлашҡас, бал алғанда баҫып торор өсөн ләңгеһен ағасҡа ныҡ итеп бәйләп ҡуйҙы. Аҙаҡ уға баҫып, кәүҙәһе менән кирәмгә ышаныслы терәлеп, битлеген йәтешләп кейеп, солоҡто аса башланы. Эскә күректән төтөн ебәреү менән бал ҡорттарының гөж итеп ҡалғаны ишетелде. Хужаларын һағынып та өлгөргәндәр икән – ҡулын сағып-сағып алалар. Быға иғтибар ҙа итмәйенсә, батманын өҫкә һөйрәп алып, солоҡсо һауытҡа кәрәҙле бал тултыра башланы. Ә йөҙөндәге ҡәнәғәтлекте күрһәгеҙ!
Батманының башын көпләп, аҫҡа төшөргәс, Самат ағай солоҡто киренән ябып ҡуйҙы. Битлеген систе лә кирәм ярҙамында ергә төштө.
– Күреп торҙоҡ: эшегеҙ шул ҡәҙәр күп көс талап итә. Ә солоғом ике йөҙ тирәһе, тинегеҙ. Уларҙың барыһын да ҡарап сығыу өсөн ҡеүәтте ҡайҙан табаһығыҙ һуң һеҙ?
– Әлләсе... Егерме биш кенә йәш бит әле миңә, – тип шаяртып яуап бирҙе солоҡсо. – Урманда, бынауындай хозурлыҡта, арыймы ни инде кеше?! Ғаиләңде ҡарар, белмәгәндәргә өйрәтер, төбәгеңде танытыр шөғөлөң булыуы үҙе үк ҙур бәхет бит: көс шунан киләлер ул. “Аяҡ барҙа йөрөп ҡал”, “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә”, “Хәрәкәттә – бәрәкәт” ти халыҡ. Йыбанып, кемдеңдер килтереп биргәнен көтөп, замандың ҡат­марлылығына зарланып, битарафлыҡҡа сумып йөрөргә ярамай. Был “һаҙлыҡ”ҡа яҡындарыңды, милләтеңде, ереңде ба­тырыуың ихтимал. Беҙҙең Бөрйәндә лә, белеүегеҙсә, ауырлыҡтар юҡ түгел: эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ күптәрҙе йонсота. Уйлап ҡараһаң, ата-бабабыҙҙың ҡулына ла бер нәмәне лә килтереп тоттормағандар. Улар үҙ көсө менән йәшәгән: ер һөргән, иген иккән, мал көткән, ҡымыҙ бешкән, бал алған, арба-сана яһаған, көйәнтә бөккән... Беҙгә уларҙың юлын дауам итергә кәрәк. Белмәгәндәрҙе өйрәтеү, бер-беребеҙгә тормошобоҙ, эшмәкәрлегебеҙ менән өлгө күрһәтеү мөһим. Әҙәм балаһы яҡшылыҡты, изге ниәтте барыбер күрә, аңлай ул.
Самат Хәмит улы Бөрйәндәге данлыҡлы солоҡсо ғына түгел, районды, хатта республиканы үҙе яһаған батмандар менән тәьмин иткән кеше лә.
– Был шөғөлөмә йәштәрҙе ҙур теләк менән өйрәтәм, – ти ул. – Шул уҡ ваҡытта ағастан һырлап аштабаҡтар, төрлө ҡашығаяҡ эшләп ҡарарға ниәт бар. Кисә генә район хакимиәтенән шылтыраттылар. “Бал байрамына батмандарыңды алып кил”, – тинеләр. Бөрйәндең байлығын күрһәтерлек ундай байрамдарҙан ҡалып булмай инде!
Самат Хәмит улын борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Бөрйән ҡортоноң һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡырылыуына айырыуса ҡайғыра.
– Күсе менән юҡ булғандары бар, – ти ул. – Һуңғы өс йыл эсендә ауылда 400 тирәһе ҡорт ғаиләһе үлгәндер. Милли байлы­ғыбыҙҙы һаҡлау мәсьәләһенә ҙурыраҡ иғтибар бүленһен ине.
...Кәрәҙле бал тейәп, Ғәлиәкбәр урамынан үткәндә осраған бер кешенең – өлкәндәрҙән алып бәләкәй балаларға тиклем – рулдәге Самат ағай менән ҡул күтәреп, йылмайып иҫәнләшеүенә иғтибар иттек. Баҡтиһәң, юлдашыбыҙ ауылдаштарын үҙе шулай өйрәтеп алған икән. Имам-хатиптың иман таратыу юлында ихлас эшләүе бына ниҙә күренә! Ғөмүмән, бөгөнгө башҡорт ир-аты тап уның кеүек булырға – иман таратырға, ғаиләһен ҡарарлыҡ, милләтен, тыуған төйәген хәстәрләрлек, үҫтерерлек эш менән шөғөлләнергә, эргә-тирәһендәгеләргә өлгө күрһәтеп, алға ҙур маҡсаттар уйып йәшәргә – тейештер. Ватаныбыҙ, телебеҙ, еребеҙ бөгөн тап шундай ихтыяр көсөнә эйә ир-азаматҡа мохтаж бит.


Вернуться назад