Ҡулы йомшаҡ, энәне ҡаҙағаны беленмәй ҙә ҡала, ҡулдарының име бар, тип баһа бирәбеҙ табиптарға. Быға өҫтәп, йылы һүҙе менән дә дауалай, тип ебәрәбеҙ ҡайһы берҙә. Ысынлап та, һәр кем өсөн иң ҡәҙерлеһе һаулыҡ булғас, яҡшы белгес алтын бәрәбәренә тиң.
Заманалар үҙгәреп, күп ауыл ерҙәре табипһыҙ ҡалғас, халыҡ зар иланы. Әлдә дәүләт сара күреп, “Ауыл табибы” программаһын тормошҡа ашыра башланы. Һөҙөмтәлә төпкөл төбәктәргә белгестәр, бигерәк тә йәштәр ағылды. Балтас үҙәк район дауаханаһында ла был хәлгә һөйөнәләр. Айырыуса ошонда тыуып үҫкән ҡыҙҙар, егеттәрҙең үҙ яғына ҡайтыуы кешеләрҙең кәйефен күтәрә.
Мәҫәлән, Салауат Фуат улы Ғилметдинов – Көндәшле ауылынан. Бөрө медицина колледжында фельдшерлыҡҡа уҡып сыҡҡас, бер йыл эшләп ала ла Өфөгә Башҡорт дәүләт медицина университетына юллана. Өс йыл элек махсус программаға ярашлы анестезиолог-реаниматолог булып Балтасҡа эшкә ҡайтмаһа, тормош юлы ҡайһы тарафҡа боролор ине – билдәһеҙ. Ә хәҙер донъяһы теүәл, күңеле бөтөн уның.
– Тейешле бер миллион һумға өйлө, гаражлы булдыҡ, мунса төҙөнөк. Кәләшем менән ике бала тәрбиәләйбеҙ. Балтастан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым, халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртып йәшәйәсәкмен. Район хакимиәте башлығы Рәфил Әмин улы Ғәлләмов йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Тағы ни кәрәк инде?! – ти ул ҡәнәғәтлек менән.
Хеҙмәттәшенең һүҙен терапевт Рәүиә Замил ҡыҙы Шәйҙуллова ла ҡеүәтләй. Бәләкәйҙән “духтыр” булырға хыялланған Үрге Ҡарыш ауылы ҡыҙы, мәктәпте тамамлағас, ике йыл баш ҡалала лаборант, һуғыш ветерандары госпиталендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Юғары белем алғас, былтыр “Ауыл табибы” программаһы буйынса тыуған яғына ҡайта. Йорт һатып алғас, тормошо бөтәйә. Әммә йәш белгесте халыҡтың үҙ һаулығына битараф булыуы хафаландыра.
– Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре йышая. Йәштәр ҙә шәкәр диабеты кеүек ауырыуҙар менән яфалана. Алкоголле эсемлектәр эсмәй, дөрөҫ туҡланып, спорт менән шөғөлләнеп йәшәргә кәрәклеген әле күптәрҙең аңлап етмәүе борсой мине, – ти ул.
Хаҡ һүҙҙәр. Юҡҡамы ни һаулыҡ торошоноң 20 проценты нәҫелдән килә, 20 проценты экологияға бәйле, 10 проценты – табиптан, ә 50 проценты кешенең үҙенән тора, тимәйҙәр. Ә ҡулдарының име булған табип тырышлығына үҙеңдекен дә ҡушһаң, сәләмәтлеккә лә туйырбыҙ, тормош та матурыраҡ күренер, эйе бит?