“Алыҫтарҙан ағарып, ай, күренә
Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.
Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар күрмәй
Әлеге уҡыусыларҙың хаҡ башы”,
– тип төшөмдә йырлап ебәргәнмен.
Ошо Берҙәм дәүләт имтиханы барғанда енем ҡоторорға тотона. Тыныс йоҡлай алмайым. “Шулай инде, мин дә бит уҡытыусы булдым”, – ҡапыл уянып, шундай уйҙарға биреләм. Йөрәгем әрней. Беҙ БДИ-ның нимә икәнен дә белмәнек, әммә төрлө ҡалалағы юғары уҡыу йорттарында белем алып, тормошта үҙ урынын тапҡан, ғалим дәрәжәһенә күтәрелгәндәр күп булды. Уҡыусыларым араһында ла кемдәр генә юҡ: дан ҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре...
Бөгөн бындай ауыр уйға бер мин генә бирелмәйемдер. Фекеремде уртаҡлашыусылар күп, әммә уларҙы ишетеүсе генә юҡ.
Бынан тиҫтә йыл элек тә Берҙәм дәүләт имтиханына кире мөнәсәбәтемде белдергәйнем.
“Иртән тороп, БДИ-ға килде,
Йөҙ саҡрым – алыҫ ара ул.
Ингәс, бәҙрәфкә лә бара алманы –
Ян-яғында тора ҡарауыл.
Имтихан түгел был, ә мең михнәт,
Йөрәктәрҙә ҡалыр яра ул”,
– тип яҙғайным.
Ысынлап та, иртүк тороп, автобуста соҡор-саҡырлы юлдан әллә нисәмә саҡрым юл үткән ас уҡыусыла имтихан ҡайғыһымы ни?
Үҙем барлыҡ ғүмеремде мәғарифҡа арнаным, бөгөн дә унһыҙ йәшәүҙең мәғәнәһен тапмайым. 80 йәштән аша атлауыма ҡарамаҫтан, уҡытыусыларым һаман да иң изге ярҙамсым, кәңәшсем, ҙур тормошҡа юл күрһәткән бөйөк шәхес булып күҙ алдымда тора. Дөрөҫ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, аслыҡ-яланғаслыҡ шарттарында беҙгә йүнләп уҡыу мөмкинлеге булманы, шулай ҙа белемгә, яҡты киләсәккә ынтылыш бер ваҡытта ла һүнмәне. Уҡытыусыларыбыҙҙы фәрештә кеүек күрҙек, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ.
Урта мәктәпте тамамлағас, дәүләт комиссияһы алдында имтихан тота торғайныҡ. Белем кимәле менән бер рәттән тормошҡа әҙерлегебеҙ, ватансылыҡ, рух кимәле баһаланды. Имтихан тамамланыу менән яландан тере сәскә йыйып, гөлләмә яһап, уҡытыусыға, класс етәксеһенә, комиссия ағзаларына бүләк итә инек...
Остаздарымдың “Илдең, республиканың киләсәген тәьмин итергә тейешһегеҙ. Беҙгә ышаныслы алмаш булып киләһегеҙ” тигән һүҙҙәре әле булһа күңел түремдә һаҡлана. Шулай өлкән һәм йәш быуын араһында тоғролоҡ, ныҡлы ышаныс булды. Бер-беребеҙ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә, серләшә инек. Уҡытыусы һәр баланың холоҡ-фиғелен, белем кимәлен яҡшы белде, зауығына ярашлы һөнәр һайларға булышлыҡ итте.
БДИ тапшырмаһа ла, замандаштарым тәүгеләрҙән булып йыһан карабы төҙөп, Йыһанды айҡаны, атом станцияларына нигеҙ һалды, донъя кимәлендә дан ҡаҙанған завод-фабрикалар ҡорҙо. Һөҙөмтәлә башҡалар беҙҙең системаны, тәжрибәне өйрәнеп, үҙ практикаһына индерҙе. Шул осорҙа тәрбиәләнгән бихисап ғалимыбыҙ әле сит илдәргә хеҙмәт итә.
Хәҙер тотош мәғариф тармағы тик БДИ мәнфәғәте өсөн эшләй, башҡа хәстәрлектәр онотолдо кеүек. Мәктәптәрҙә илдең киләсәген тапшырырлыҡ лайыҡлы быуын әҙерләнәме? Йәй башынан киң мәғлүмәт сараларында “имтихан үтәсәк кабинеттарға фәләнсә видеокамера ҡуйылды, металл эҙләү ҡорамалдары һатып алынды, күҙәтеүселәрҙең һаны шунсаға артты” кеүек отчеттар яңғырай башлай. Тимәк, балаларыбыҙ “ышанысһыҙ быуын”мы ни? Үҙебеҙҙең киләсәк быуынды шулай түбәнһетеү мәғариф тармағы өсөн килешкән хәлме?
Белем биреү өлкәһендә хәҙер тикшереүсе өҫтөнә тикшереүсе беркетелгән: министрлыҡта инспекторҙар бар, шундай уҡ вазифалы кешеләр һәр район-ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында эшләй. Элек иһә бер комиссия ентекле тикшереү үткәрә лә ғәмәли ярҙам күрһәтә торғайны. Бер нисә йыл элек, инспекторҙарҙан тыш, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ булдырылды. Республикалағы бындай ойошмала 60 тирәһе кеше эшләй. Был да аҙ икән: быйыл федераль министрлыҡтан БДИ-ны тикшереү өсөн өҫтәмә көс ебәрелгән.
Имтихандың тағы бер бәләһе бар: бала үтә юғары балл йыйһа, уға, уҡытыусыһына, ата-әсәһенә, директорға, хатта мәғариф идаралығы етәксеһенә ышаныс бөтә, йәнәһе, улар алдаҡ менән шөғөлләнә. Балды аҙ йыйһаң да, шул уҡ хәл.
Минеңсә, БДИ баланың белем кимәлен сағыштырмаса ғына билдәләү мөмкинлеген бирә. Йәштәрҙе илдең лайыҡлы гражданы, инсафлы, намыҫлы, юғары патриотик рухлы шәхес итеп тәрбиәләүҙә БДИ-ның файҙаһын күрмәйем. Ауыл мәктәптәренең күпләп ябылыуы, бәғзеләрендә түңәрәктәрҙең, секцияларҙың йүнләп алып барылмауы, уҡытыусыларҙың эшһеҙ ҡалыуы ҙур борсоуға һала. Аҡсаны БДИ-ға сарыф иткәнсе, ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә тотонһалар, күпкә отошло булыр ине, тип уйлайым.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.