Йәшлек эҙҙәре буйлап09.07.2014
Йәшлек эҙҙәре буйлап Табип һөнәренән дә изгелеклеһе юҡ

Йыл ярым бер юғары урында эшләгән яҡташтарын­да өйҙәш булып торҙолар. Унан һуң ғаилә медицина институтының ятаҡ бүлмә­һенә урынлашты. Бәлә­кәй­ҙән атай­һыҙ үҫһә лә, бик оҫта ҡуллы булды Иш­мырҙа. Телевизор, радио, үтек, сәғәт кеүек әйберҙәрҙе гел үҙе төҙәтте; карауат, ул­тырғыс, шкаф һымаҡ кәрәк-яраҡтары эшләү ҙә ҡулы­нан килде. Шул бер бүлмәне бик оҫта итеп ҡулайлаштырып йәшә­гәс, күңел киң булғас, балалар янына ҡәйнә лә һыйҙы. Айырым аш бүлмәһе юҡ. Душ, ванна тура­һында әйтеп тораһы ла түгел. Гөрләтеп йәшәлгән икән барыбер. Бер-береңде аң­лау, хөрмәт итеү, ғүмер буйына ғаиләне һаҡлап, йылытып торған ысын саф мөхәб­бәт ауырлыҡтарҙы еңел, донъяны яҡты иткән, хыял-ынты­лыштарҙы тормошҡа ашы­рырға булышҡан.
Сәғәттәргә һуҙылған ауыр операция­лар­ҙан һуң атай кешенең өйгә ашҡынып ҡай­тыуы, ихлас йылмайып хәл-әхүәл һо­­­­­ра­шы­уы, балаларҙың тормошо, уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһыныуы, бергәләп саңғы шыуырға, туп тибергә сығыуы, улар ҡай­тыуына әсә кешенең тәмле-тәмле ризыҡтар әҙерләп, яғымлы йылмайып ҡаршы алыуы, кино-театрҙарға йөрөүҙәр, күмәкләп сығып магазиндан кәрәкле аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алып ҡыуаныуҙар, бергәләп тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙәр, шифаханаларҙа сәләмәтлекте нығытыу, сит илдәргә туристик походтар ғүмерҙең ҡабатланмаҫ биҙәк­тәре булып хәтерҙә ҡалған.
Бер-береһе менән кәңәш-төңәш итешеп эш буйынса ла тәжрибә туплай бара Һиҙиә­товтар. Ишмырҙа Хәйернур улы 33 йәшендә үк кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Док­торлыҡ диссертацияһын да әҙерләй, ниңә­лер яҡларға ғына ашыҡмай. Ғилми эш менән шөғөлләнһә лә, практик хирургия, студенттар менән хеҙмәттәшлек итеү күңе­ленә нығыраҡ яҡын булғандыр, күрәһең.
Биш кешелек ғаиләнән, студенттарға урын кәрәк тигән һылтау менән, ятаҡтан сы­ғыуҙы һорайҙар. Һиҙиәтов, бер аҙ ҡалдырып то­роуҙарын үтенеп, ректорға мөрәжәғәт итә. Ректор билдәле хирургтың, ғалимдың ғаи­ләһе ошондай шарттарҙа йәшәүенә ышанмай, уларға үҙе килә. Бер аҙ һөйләшеп ултырғас, Венера Фәрит ҡыҙына ҡарап былай ти: “Һеҙгә өсөнсө бәпесте табырға кәрәк, шул саҡта ғына, күмәк балалы ғаилә булараҡ, өс бүлмәле фатир бирә алам”.
Икенсе йылына бәхетле ғаилә башлығы тағы ла ректорға мөрәжәғәт итә: “Ҡатыным өсөнсөгә бәпәй бүләк итте, һеҙ ҙә һүҙегеҙҙә торһағыҙ ине”. Ул саҡтағы директор, драматург булараҡ та билдәле З. Ихсанов, бер һүҙле кеше икән, ата менән әсәне ихлас ҡотлап, Черниковканан өс бүлмәле фатир бирә.
Венера Фәрит ҡыҙы ла бала ҡарап, өйҙә генә ятмай. Ординатура бөтөргәс тә, республика дауаханаһына консультант-терапевт булып урынлаша. Аҙаҡтан Мәскәүҙә ике айлыҡ курста уҡып ҡайтып, аллергия ауырыуы буйынса үҙәк аса.
Башҡа поликлиникаларҙа ла, хатта бер юлы дүртәр урында консультант булып эшләргә лә тура килгеләй уға. Аллергологтар, ул саҡта дефицит һөнәр эйәләре һаналып, бик аҙ була.
Черниковканан фатир алғас, шул яҡҡа кү­сеп, эш урынын алмаштырырға мәжбүр булды Венера Фәрит ҡыҙы. Унда ла аллергиянан дауалау үҙәге асып ебәрҙе. 1978 йылға тиклем, республика дауаханаһына яҡын ғына ерҙән өс бүлмәле яңы фатир алғансы, эшләргә тура килә уға Черниковка биҫтәһендә.
Аҙаҡ 1-се ҡала дауаханаһына табип-аллерголог булып эшкә күсте, поликлини­каларҙа ла ҡабул итеүҙәр ойошторҙо.

Рәсәй кимәлендә тәүге хоспис асалар

Ғүмер яйлап ҡына үтә торҙо, балалар берәм-берәм мәктәп тамамланы, үҙҙәре һайлаған һөнәргә эйә булды, гөрләп өс туй үтте. Атай-әсәй 80-90 йәште үтеп, фатихаларын биреп вафат булды. Бер көн профессор Ишмырҙа Һиҙиәтов 21-се дауахананың бер йыйылышында үҙенең пен­сияға китә­сәген әйтеп, бөтәһен дә шаҡ ҡатырҙы. Шап-шаҡтай ир-уҙаман түгел, 75-80 йәшлектәр ҙә вузда ең һыҙғанып эшләп йөрөй бит әле!
Ҡатыны, тормош юлдашы ғына аңланы уның күңел торошон. Тыуған яғына, тәбиғәт ҡосағына, яҡташтары янына ашҡына бит ул. Тап йәшлектәге һымаҡ, Венера Фәрит ҡыҙы ире артынан уның ауылына юллана. Ҡу­жанда йорт һалып инәләр. Икеһе лә дәртләнеп Асҡар дауаханаһында яңынан эш башлай. Еңел машина “һә” тигәнсә да­уаханаға илтеп еткерә, кисен бергәләп өйгә ҡайталар. Көньяҡ Урал район үҙәгендә ошондай белемле, тәжрибәле, күренек­ле белгес­тәрҙең эшләүе дауахана коллективы өсөн күктән төшкән бәхет булды. Бигерәк тә дауаланыусылар ҡыуана ине.
Халыҡ менән аралашып йәшәнеләр. Йәйге ялға, бай­рамдарға Өфөнән балалар ғаи­ләләре менән ҡайта. Кү­ңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ. Иш­мырҙа Хәйернур улы элеккесә саңғыла, велосипедта йөрөй, район спортсылары менән шахматта алыша.
Яҡташтары өсөн тағы ла бер изге эш эшләне Иш­мырҙа Хәйернур улы. Райо­ныбыҙҙа республика­быҙҙа ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә берҙән-бер булған хоспис асты. Ул – бик ауыр һаналған ауырыуҙарҙы ҡарау һәм дауалау йорто. Кеше ниндәй генә хәлдә лә өмөтһөҙлөккә бирелеп, һыҙла­ныуҙарҙан интегеп, дауалауға, тәрбиәгә мохтаж булып йәшәргә тейеш түгел. Был – профессорҙың инанғанлығы.
Эшкә бөтә көсөн, дипломатик мөмкинлек­тәрен, белемен, абруйын ҡулланып тотондо күренекле профессор. Һаулыҡ һаҡлау министрлығын да, район етәкселәрен дә был эштең кәрәклегенә ышандыра алды. Төҙөлөш ойошмаларын табыу, эшселәргә күрһәтмәләр биреү кеүек эштәрҙе лә үҙ өҫтөнә алырға тура килде уға.
Районда ғына түгел, бөтә илдә ва­ҡытында хеҙмәт хаҡы ала алмаған саҡ. Ит, йәшелсә, емеш һәм башҡа аҙыҡ-түлек һатып алып, эшселәрҙе үҙҙәренә ашатырға тура килә. Эш туҡтамаһын тип, күп осраҡта төҙөлөш кәрәк-ярағы ла ике энтузиастың пенсия һәм хеҙмәт хаҡына һатып алына.
Ире яғымлы тауышы менән: “Венера, аҡса кәрәк бит әле”, – тиһә, бер һүҙһеҙ сығарып бирә Венера Фәрит ҡыҙы. Уртаҡ эш бит. Туҡтап ҡалһа, яңынан башлап ебәреүе ҡыйынға төшәсәк. Райондың ярҙамы ла ҙур булды, әлбиттә. Хоспистың тәүге табиптары ла – Һиҙиәтовтар үҙҙәре. Алтын ҡуллы хирург ине бит Ишмырҙа Хәйернур улы. Һуңғы сиккә еткән ҡаты ауырыуҙар ҙа ул яһаған операциянан һуң кәм тигәндә ун-ун биш йыл йәшәне. Ни хәл итәһең, ике йыл ярым ғына эшләп ҡалды Ишмырҙа Хә­йер­нур улы ме­нән Венера Фәрит ҡыҙы үҙҙә­ренең дауа­ханаһында. Ул 2000 йылда асылғайны, 2003 йылда профессор үҙе вафат бул­ды. Тәҡдирҙер инде: уның сәлә­мәтлегенә һоҡ­ланма­ған кеше юҡ ине. Бер көндә уларға бесән килтерәләр. Һуң бул­ғас, егеттәр ашап-эсеп, иртән килеп бу­шатырға булып таралыша. Ә Иш­мырҙа Хә­йернур улы, бушата то­ра­йым тип, бесән башына менә һәм уңайһыҙ йы­ғылып төшә, эске ағ­залары, бигерәк тә бауыры ҡаты йәрә­хәтләнә. Өфө, Мәскәү, Төркиә ға­лимдары бер нисек тә ярҙам итә ал­май. Тәжрибәле хирург була­раҡ, үҙе лә яҡшы белә хәленең насар икә­нен. Бәлә һалмаҫҡа, ауырыуы хаҡында һөйләшмәҫкә, ыңғырашмаҫҡа тырыша.

“44 йыл бергә йәшәп, әрләшергә лә өлгөрмәнек”

...Бына Ҡужан да күренде. Йыл да ҡай­тып йәй көндәрен ире менән икәүләп һалған өйҙәрендә үткәрә Венера Фәрит ҡыҙы. Күршеләре, ауылдаштары һағынып көтөп тора. Бында һәр нәмә Ишмырҙаһын хәтер­ләтә. Икеһе лә ҡош тауыштарын тыңларға, ағас, сәскәләргә ҡарап һоҡланып йөрөргә ярата ине.
Өй алдын таҙартып, ҡоймаларҙы тәр­типкә килтереп алаһы бар икән. Элек донъя мәшәҡәтен күбеһенсә Ишмырҙаһы үҙ елкәһенә ала ине.
Һүҙһеҙ ҙә аңлаша торғайнылар. Үлер алдынан һөйләшергә тырышты ҡәҙерлеһе. “Эй, Венераҡайым, 44 йыл йәшәгәнбеҙ, әр­ләшергә лә өлгөрмәгәнбеҙ икән”, – тине, бер көн моңһоу ғына шаяртҡан булып. Аҙаҡҡы көнгә тиклем ҡатынын ҡайғыртты: “Нисек кенә йәшәрһең икән инде минһеҙ, ҡайһы­лайтып ҡына донъя көтөрһөң?!”
Ә бер кис ҡатынының ҡулдарын усына ҡыҫты ла күҙҙәренә ҡарап уйындағын ет­керҙе: “Венера, нисек тә минһеҙ ҙә бәхетле булырға, донъяның ҡәҙерен белеп йәшәргә тырыш, таяныс булырҙай кеше күңелеңә яҡын булып, һоратһа, тормошҡа сыҡ. Минән фатиха!”
“Эй, Ишмырҙаҡайым, һинең кеүекте ҡайҙан тапмаҡ кәрәк? Ундай кешене мин ғүмер буйына ла осратманым. Мин яңғыҙ түгелмен бит, ҡәҙерлем: балаларыбыҙ иҫән-имен, изгелеклеләр. Һин бит рухың менән һәр саҡ янымдаһың. Ошо инаныуым бул­маһа, нисек йәшәр инем?! Бергә уҙғарған нурлы көндәребеҙ, һиҙелмәй ҙә үткән бә­хетле йылдарыбыҙ өсөн мең рәхмәтлемен һиңә.
Үҙебеҙгә лә, заманға ла лайыҡлы ба­ла­ларыбыҙ, ейәндәребеҙ илгә хеҙмәт итә, беҙ һауыҡтырған кешеләр ғүмер буйы рәхмәт уҡый, изгелекле, намыҫлы эштәребеҙ ҡала ерҙә. Һин хаҡлы, Ишмырҙа, юҡҡа йәшә­мә­нек беҙ, кешеләрҙе лә бәхетле итә, үҙебеҙ ҙә бәхетле була белдек. Шуға ла тиҙ үт­кән­дер ғүмер йылдары, әрләшергә лә өлгөр­мәнек бит”, – ти Венераһы.
...Быйылғы яҙ элеккеләренә оҡшаған да, оҡшамаған да кеүек. Икәү ҡаршылағанда са­ғыуыраҡ, наҙлыраҡ һымаҡ ине. Ҡош тауыш­тары ла һағышлыраҡ бит хәҙер, ниңәлер.
Өҙөлөп тә бер ҡош һайрай,
Һинең йәнеңдер инде.
Тыуған яғыма ҡайттым тип,
Сәләмләүеңдер инде.


(Аҙағы. Башы 130–131-се һандарҙа).


Вернуться назад