— Мәләүез һөт-консерва комбинаты, “Вимм-Билль-Данн”дың һөт эшкәртеү заводтары, “Башспирт”, төҙөлөш компаниялары, ит эшкәртеү предприятиеларында эшләргә теләйһегеҙме? Автомобиль йүнәтеү буйынса шәхси эшегеҙҙе асырға хыялланаһығыҙмы? Һөнәрле лә, икмәкле лә булам тиһәң, туп-тура Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан механика-технология техникумына юллан, тип әйтке килә йәштәргә. Бында баҙар иҡтисады талап иткән һөнәрҙәргә уҡыталар. Техникумдың иҡтисад, төҙөлөш, механика, технология бүлектәрендә бөгөн меңдән ашыу студент белем ала.
Уҡыу һәм көнкүреш өсөн бында уңайлы бөтә шарттар бар. Бер нисә корпустан торған техникумда кәрәкле йыһаз, заманса техникалы уҡыу кабинеттары, оҫтахана, ике спорт, шулай уҡ тренажер, тамаша залдары, хатта музей ҙа бар. Һуңғы йылдарҙа компьютерҙар, спорт ҡорамалдары, телевизор һәм видеомагнитофондар, башҡа техник кәрәк-яраҡ алынған. Ситтән килеп уҡыусылар өсөн ике ятаҡта (егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн айырым) һәйбәт мөмкинлектәр тыуҙырылған, унда ял, уҡыу бүлмәләре бар.
Һөнәри белемде нығытыу өсөн төрлө факультатив эштәр, түңәрәктәр ҙә ойошторола. Шулай уҡ ижади яҡтан үҫеш өсөн йыр, бейеү ансамблдәре, театр, ҡурай, гармун түңәрәктәре уңышлы эшләй, йәнең теләгәненә барып шөғөллән, һәләтеңде үҫтер.
Уҡыу йортонда спортҡа ҙур иғтибар бүләләр. Спорттың 15 төрө буйынса секциялар эшләй. Студенттар йыл һайын ҡала, республика ярыштарында лайыҡлы урындар яулай. Ғөмүмән, Мәләүез механика-технология техникумы етәкселеге үҙ студенттары һәр яҡлап үҫешһен өсөн тырыша. Бында белем һәм рухи көс алған студенттар оло тормошҡа ныҡлы әҙерлек менән килә, унда үҙ урынын табыуға өлгәшә.
Һәр ерҙә уңыш, ҡаҙаныштар нигеҙен етәксе һала, уның ойоштороу һәләте, кешеләргә мөнәсәбәте коллективтың эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Техникум директоры, Рәсәй Федерацияһының почетлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Хәмит Рәшит улы Ҡунаҡҡоловтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның етәкселегендә коллектив агросәнәғәт тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүҙең яңы алымдарын тормошҡа ашыра. Уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр Мәләүез ҡалаһы һәм районында ғына түгел, республика, Рәсәй төбәктәрендә лә эш таба. Мәҫәлән, В. Кирсанова — Белорет һөт заводында цех начальнигы, В. Саглаев — “Мәләүез шәкәр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры.
Студенттар юғары белем алһын өсөн техникум Башҡорт дәүләт аграр университеты, Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университеты менән килешеүҙәр төҙөгән. 2011 йылда, Башҡортостан Республикаһының урта һөнәри белем биреү буйынса уҡыу йорттары араһында иң яҡшы учреждение булараҡ, диплом менән бүләкләнгән. Ә инде 2013 йылда мәләүездәрҙең Рәсәйҙең “Иң яҡшы 100 уҡыу йорто” иҫәбенә инеүе техникумдың абруйы хаҡында асыҡ һөйләй.