Араҡынан аң томаланһа…24.01.2012
Ял көндәрендә Сибай дауаханаһына билдәһеҙ кеше шылтырата һәм шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр итә. Тиҙ арала ауырыуҙарҙы хәүефһеҙ урынға күсерәләр, полиция, “Тиҙ ярҙам”, янғын һүндереү хеҙмәттәре саҡырыла.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары шылтыратыуҙың ялған икәнен асыҡлай. Шуныһы ғәжәп: шартлатҡыс һалынған тип шылтыратыусы ошо уҡ дауаханала эшләүсе табип булып сыға. Эш мәлендә ярайһы уҡ “төшөрөп” алғас, ауырыуҙарҙы дауаларға тейеш кеше, киреһенсә, уларға борсолоу һәм мәшәҡәт кенә тыуҙыра.