Енәйәтсе ҡаса алманы09.07.2014
Енәйәтсе ҡаса алманы
Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбендә уҡыған Ринат Ғәлиев менән Данил Мачихин, 2011 йылда ҡурҡыныс енәйәтсене тотоуҙа ярҙам итеп, Башҡортостан Эске эштәр министрлы­ғының бүләгенә һәм Сибай ҡала округының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була.


Спорт менән шөғөлләнгән егеттәр кискә ҡарай “Атлант” үҫмерҙәр клубынан ҡайтырға сыға. Оҙаҡ та үтмәй, улар янына ике полиция хеҙмәткәре килеп: “Ете йәштәр тирәһендәге ҡыҙҙы етәкләгән ир кеше күренмәнеме?” – тип енәйәтсенең кейгән кейемен, йөҙ һыҙаттарын тасуирлап бирә. Ринат менән Данил шикле кешене осратмауҙарын әйтә.
– Полиция хеҙмәткәрҙәре киткәндән һуң, күп тә үтмәй, эргәләге киоскка барһаҡ, бая һүрәтләнгән ир менән ҡыҙҙы абайлап ҡалдыҡ, — тип хәтерләй Ринат Ғәлиев.
Артабан егеттәр алыҫ китеп өлгөрмәгән полицейскийҙарға тиҙ генә хәбәр итә. Уларҙың йүгереп килгәнен күргән енәйәтсе, ҡыҙыҡайҙы этеп ебәреп, үҙе ҡаса башлай. Ҡыйыу егеттәр уның артынан ҡыуа төшә. Енәйәтсене тотоп алып, ҡулдарын артҡа шаҡарып, полиция хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе ебәрмәй торалар.
Шулай итеп, үҫмерҙәр хәүефле енәйәтсене тоторға ярҙам итә: үзбәк милләтле был әҙәм йораты, кескәй ҡыҙҙарҙы әүрәтеп алып китеп, яман эштәр ҡылған. Әле уға суд сығарылған, иркенән мәхрүм иткәндәр.
Ҡыйыу һәм тәүәккәл егеттәрҙе Өфөгә Эске эштәр министрлығына тәбрикләү тантанаһына саҡыралар. Ринатҡа бүләккә – йорт кинотеатры, ә Данилға фотоаппарат эләгә. Бөгөн егеттәрҙең икеһе лә – студент, үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙе һайлап, белемдәрен камиллаштыра.


Вернуться назад