Эшендә, донъя көтөүгә бик тилбер үҙе. Олатайымдарҙа йәшәгәндә үк картуф менән кесерткәндән башҡа һис нәмә күрмәгән баҡса ерен тултырып кәбеҫтәһен, шалҡанын, кишерен, һуғанын, борсағын, тағы әллә нәмәләрен ултырта-сәсә башланы еңгәм. Беҙ, балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә күп ниғмәтте тәү башлап Маруся еңгәй ҡулынан тәмләгәнбеҙҙер әле.
Ғилман ағайҙар башҡаланып, әсәй беҙҙе лә икенсе өйгә күсереп алып сыҡҡансы, Маруся еңгәй минең яҙмышыма артабан ныҡ йоғонто яһаясаҡ бер эш башҡарып өлгөрҙө. Күмәк балалар араһынан ни сифаттарым менән айырғандыр, еңгәм миңә урыҫ теленән һабаҡ бирергә булды. Йә урыҫса китаптар уҡырға ҡуша, йә диктант яҙҙыра. Ғөмүмән, урыҫ теленә, урыҫ халҡы донъяһына илтә торған һуҡмаҡ яғына аҙға булһа ла ыңғайлатты ул. Рәхмәтлемен, шул һуҡмаҡ менән оло юл араһында урта мәктәптәге урыҫ теле һәм әҙәбиәте мөғәллимәһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Роза Сәйфиева апай ҙа көтөп торған икән. Ошо еңгәй менән апай тормошомда осрамаһа, ниндәй шөғөлдәр менән йәшәр ҙә ул йәшәүҙән мәғәнә таба алыр инемме икән?
Шулай ҙа Маруся еңгәйгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Май заводы ҡабаттан сепаратор пункты рәүешенә ҡалғас, ул эшен ташланы. Бәлки, ташламаҫ та ине, сабыйҙары береһенең артынан икенсеһе тыуа торҙо. Ира донъяға килеп күп тә үтмәҫтән, олатайымдар ихатаһына терәтеп пятистенка һалып ебәрҙеләр. Өй ҙур, әлбиттә, тик эсен йыһазлар әйбер генә юҡ. Уның ҡарауы ошо йортта еңгәм менән ағайымдың Олег, Валерий, Вадим, Дим исемле малайҙары, йәнә лә Венера тигән ҡыҙҙары тыуҙы. Донъя ваҡлыҡтарынан сығып ҡына фекер йөрөткәндә, әлбиттә, етешмәгән тормошта ишле бала ауырлыҡ һымаҡ. Төптәнерәк уйлағанда, баланан да олораҡ ҡыуаныс, аҫылыраҡ хазина буламы икән? Унан һуң, һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа бит әле.
Ҡыҫҡаһы, Ихсановтар, етешмәгән ерҙе бөтәйтеп, ғаиләне тарҡатмай- туҙҙырмай, балаларын үҫтерҙе. Хәҙер улар үҙҙәре олатай, өләсәй дәрәжәһенә етте. Маруся еңгәм, Хоҙайға шөкөр, оҙаҡ йәшәне, Ғилман ағай гүр эйәһе булғас, инде нишләр, тип хафаланғайныҡ та, бирешмәне, балалары иғтибарһыҙ, яңғыҙ-яры ҡалдырманы.
Мария Алексеевна Карпустең Ҡаҙмашҡа килеп Ихсановаға әйләнеүенә алтмыш йыл ғүмер үтеп киткәйне. Өфөнән уның туғандары килеп-китеп торҙо, әммә ул ауылдан сығып бер аҙым атламаны. «Баллар күп, уларды кем ҡарай?» — тип туғандарының тәҡдимен ҡайыра торҙо. Башҡорт рухын, башҡорт булмышын баштан-аяҡ ҡабул итһә лә, теле саф башҡортсалаша алманы. Ләкин телдәге һикәлтәләр рухҡа ҡамасауламай икән.
Журналист хеҙмәте ул юлда йөрөүсегә мәшәҡәттән бүтән бер нәмә лә бирмәй һымаҡ. Бары әлеге юлды теүәлләй һәм ғүмер ебен йомғаҡлай килә генә яҙмыштың һиңә ниндәй хазиналар бүләк иткәнен аңлай башлайһың. Был бүләктәрҙең ҡәҙер-ҡиммәте баһаларға ла, самаларға ла һыйырлыҡ түгел.
Рәми Ғарипов ағайыбыҙҙың: «Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..» — тип яҙыуы шағир йөрәкһеүе генә булмағандыр ул. Әсәйең, хәләлең күңелеңдә һәр даим яҡтыртып һәм йылытып торған ут булып янһа, хеҙмәт һуҡмағына Тәҡдир сығарып ҡуйған бүтән гүзәл һәм уңған заттар ҙа рәхмәтле хәтерҙә һаҡлана.
Беҙҙең илдә ҡатын-ҡыҙҙы төрлө сүрәттә күрергә мөмкин. Ул — мөғәллимә лә, һауынсы ла, фәндә лә үҙ кеше, дауалай ҙа, завод цехтарында ла һин дә мин, шиғыр ҙа, көй ҙә сығара — әгәр ҡатын-ҡыҙ ҡулы ҡағылмаған һөнәрҙе эҙләһәгеҙ, еңелерәк булыр. Рәсәй йәмғиәтендә тик хакимлыҡ ишектәре генә зирәк аҡыллы, белемле һәм йүнсел ошо замандаштарыбыҙ алдында асылып бармай.
Тураһын әйтеп һөйләшкәндә, тормошобоҙҙа төп урынды биләгән был кешеләр тураһында ҡалыплашҡан «ҡатын-ҡыҙ» һүҙен ҡулланыу минең күңелгә хуш килмәй. Рәсмилек түгел, юҡ, әллә ниндәй һалҡынлыҡ бөркөлгәндәй күнегелгән ошо һүҙҙән. Гүйә, әсәйебеҙҙең бөйөклөгөн, хәләлдәребеҙҙең сафлығын, ҡыҙҙарыбыҙҙың гүзәллеген күтәрерҙәй бүтән тел һәм сара тапмайбыҙ. Мөғжизә булып, әсәйем баҡый иленән ерҙәге фани донъяға әйләнеп ҡайта ҡалһа, күкрәгемдә уның йөрәген генә йөрөтөүемде әйтеп, тапалған һүҙҙәр сарыф итеп тә тормаҫ инем. Балаһының хис-кисерештәрен әсә ҡарашынан, тын алышынан да белеп тора ул.
Хәҙерге быуын йәштәре, бәлки, ғәжәпләнеүҙән аңлап та етмәҫ, әммә мин әсәйем тураһындағы хәтирәләремде һәр даим тиерлек һуғыш менән бәйләйем. Юҡ, ул ут кисеп яу юлдарын үтмәгән. Әммә уның көрәк менән ҡырташ аҡтарған, ҡосаҡ-ҡосаҡ сей утын яғып мәктәп йылытҡан, көҙгө әсе ямғырҙарҙа күшегеп, өс балаһын ас үлемдән йолоп алып ҡалыу өсөн баҫыу ҡыҙырған фронты, бәлки, тегендәгенән хәтәрерәк булғандыр. Яу менән дауҙың эргәләш йөрөгән саҡтары донъяла йыш күренә шул.
Илебеҙ тарихын яуһыҙ күҙ алдына килтереп булмағас, ҡәҙимге көндәрҙә лә шуға ҡағылышлы ваҡиғаларҙы хәтерләргә тура килә. Бөйөк Ватан һуғышының тотош тарихын күҙ алдынан үткәргәс, бер генә йөмләгә һыйған һығымтаға киләһең. Ысынлап та, сабыйлыҡтан сығып та өлгөрмәгән малайҙары ир-азамат була алған, ҡарт-ҡамҡылар таяҡтарын онотҡан, ҡыҙҙары иһә һуғыш йөгөн иңенә күтәргән халыҡты һындырыу түгел, сүктереү ҙә бер кемдең дә кәренән килмәй. Әйткәндәй, хәҙер мин хәтерегеҙҙә яңыртҡан миҫалдарҙан һөрәнле патриотлыҡты ла, ялтырауыҡты ла эҙләмәгеҙ. Тормоштоң, татлы емешенән бигерәк, әсе әремен күреп үҫкән һәм йәшәүҙең шул рәүешен тәбиғи тип ҡабул итеп өйрәнгән ханымдар ҙа, туташтар ҙа үҙҙәрен ир-ат нәҡ ошолай атап йөрөтөргә тейешлекте белмәгән. Уның ҡарауы, ҡаза килгәндә ауырлыҡ кем өлөшөнә төшөрөн әлеге миһырбанлы йәндәребеҙ өгөт-нәсихәттәрһеҙ ҙә аңлаған.
...Өндәремдә лә әсәйем һәр саҡ минең менән ине, төштәремдә лә яңғыҙ ҡалдырмай. Бына ул йәнә көрәк, балта, салғы менән. Әле йәш, кәүҙәгә таҙа ҡатындың күкрәгенән тын ауырлыҡ менән, һыҙғырып сыға. Ошо тауыштың йөрәгемде телгеләүенән һалҡын тиргә төшөп уянам. Әсәйем иһә — күптән үк тегендә. Яу тынғас та ул тамуҡҡа тиң әлеге йылдарҙы, бәхетһеҙлек һәм етемлек сәйен уртаҡлашып эскән әхирәттәрен йыш иҫкә төшөрөр булды, тик михнәтле хеҙмәтенең Еңеүҙе яҡынайтыуы тураһында өндәшмәне. Был хәҡиҡәт, бәлки, уның уйына ла инеп сыҡмағандыр.
«Була ла һуң ир-ҡыҙҙар!..» — тип һоҡланыуын йәшерә алмаған шағир. Ирлек — халҡыбыҙҙа иң юғары дәрәжә һәм баһа. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, наҙ һәм гүзәллектәрен һис сайпылтмай, әсә һәм ҡатын булыу бурысын онотмай, рухи йәһәттән ир бейеклегендә ҡалһын ине.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист.
(Аҙағы. Башы 131-се һанда).