Республикабыҙҙа продукция (тауарҙар, хеҙмәттәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты премияһына конкурс иғлан ителде. Бындай сара республика Президенты Указы менән 2002 йылда ғәмәлгә индерелә. Унда сифат, продукция һәм хеҙмәттәрҙең конкурентлылығын арттырыу өлкәһендә ҙур уңышҡа өлгәшкән предприятиелар ҡатнаша. Былтыр Нефтекама автозаводы, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Нефтте химик эшкәртеү институты премия лауреаты, иҡтисад тармағында эшләгән тағы ла ете ойошма дипломант булды.
Башҡортостан Президенты премияһының талаптары Рәсәй Хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге премияһы критерийҙарына тап килә. Шуға күрә бәйгелә ҡатнашыу шарттары ябай тип әйтеп булмай. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 10 авгусҡа тиклем Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгендә ҡабул ителә. Ентеклерәк мәғлүмәтте www.bashtest.ru сайтынан алырға мөмкин.
Марина СӘЙФЕЛМӨЛӨКОВА,
Стандартлаштырыу, метрология һәм
сертификация үҙәгенең бүлек начальнигы.