Беҙҙең бейеклектән сикһеҙ булып күренгән баҫыуҙағы үләнде сабып, бесән урғыс комбайн килеп туҡтаны. Заман техникаһы!

– Техника нимә ул, — ти уның хужаһы Илһам Килдейәров, — быйыл үлән шәп!
Уның һүҙҙәрен райондың баш агрономы Рафиҡ Алтынсурин да ҡеүәтләне:
— Күп йыллыҡ үләндең төрлөһөн сәсеп ҡараныҡ, сөнки һуңғы йылдар ҡоро килде бит. Былай, исмаһам, береһе үҫмәһә, икенсеһе һынатмай. Нисек кенә булмаһын, районда мал күп. Айырым хужалыҡтар, һыйыр малынан тыш, һарыҡсылыҡты үҫтерә, йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнә...
Эйе, һыйырҙың һөтө — телендә тигәндәй, уларҙың нисек ҡыш сығыры нәҡ бөгөн хәл ителә.

“Инәк” хужалығы бүлексәһе етәксеһе Рәфис Шәйәхмәтов әйтеүенсә, өс бүлексәгә бүленгән элекке “Инәк” совхозында ғына ла 20 мең гектар самаһы ерҙәре бар икән. Бындағыһында 2500 баштан ашыу мал аҫрала. Шунан уйлап ҡарайыҡ инде күпме аҙыҡ кәрәккәнен. Башлыса донник, люцерна, эспарцет һымаҡ күп йыллыҡ үләнгә өҫтөнлөк бирелә. Ваҡытында сенажын да, силосын да һалып ҡалырға кәрәк.
Бөгөн ейәнсуралар 6 мең тоннанан ашыу бесән, 13 мең тоннанан ашыу сенаж һалған. Айырыуса МТС, “Зенит”, “Импульс” хужалыҡтарында эш дәррәү бара.