Республика башлығы Рөстәм Хәмитов “Рәсәй” телеканалының Башҡортостандағы пункты хеҙмәткәрҙәре — хәбәрсе Азамат Сәлихов менән оператор Сергей Шелепинды Украинаға командировка барышында һөнәри бурысты үтәгәндә ҡыйыулыҡ күрһәткән өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Өфө вәкилдәренән торған төркөм апрель аҙағынан алып июнь уртаһына тиклем Донецкиҙа эшләне. Уларҙың сюжеттары нигеҙендә Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһы каналдарында, шулай уҡ Интернет селтәрендә төрлө жанрҙағы 100-гә яҡын тапшырыу донъя күрҙе.
Азамат Сәлихов “Рәсәй” телеканалында 2000 йылдар башынан эшләй. Башҡортостандағы пункттың эшмәкәрлек даирәһенә шулай уҡ Удмурт Республикаһы менән Ырымбур өлкәһе инә.
Өфө телеканалы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең коллегаларын Рәсәй һәм Башҡортостандың ысын патриоты, үҙ эшенең оҫталары булараҡ баһалай.