Атайымдың һуңғы төйәге21.06.2014
Атайымдың һуңғы төйәге
2014 йыл, 8-9 май. Калуга өлкәһенең Спас-Деменск районына был ерҙәрҙе азат иткән яугирҙәрҙең балалары, ейәндәре булараҡ, беҙ атайыбыҙ, олатайыбыҙ ҡәберенә баш эйергә район хакимиәтенең һәм Спас-Деменск хәрби комиссары саҡырыуы буйынса килдек. Байым–Баймаҡ–Сибай–Өфө–Ҡазан–Чебоксар–Мәскәү–Смоленск–Спас-Деменск маршруты буйлап ике машинала сәфәргә сыҡтыҡ – барлығы 1700 саҡрым юл үттек.



Мин, һәләк булған һуғышсы­ның уртансы улы Азамат – Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге әҙәбиәт пре­мияһы лауреаты; өс улым, ейәнем төркөмөндәге делегация ҡәҙерле кешебеҙҙең ҡәберенә барып баш эйҙек, тыуған ауылынан алып килгән изге тупраҡты һалдыҡ, тере сәскәләргә күмдек, Башҡортостан әләмен ҡаҙаныҡ. Ауырыу сәбәпле был тантанаға килә алмай ҡалған ике улы, Салауат һәм Сәфәрғәле, туғандары, ауылдаштары исеменән сәләм тапшырҙыҡ.
Шулай 72 йыл үткәс, 76 йәшлек улы һәм ейәндәре, 146-сы уҡсылар дивизияһы яугире, ҡыҙылармеец, уҡсы Әғзәм Ғөбәйҙулла улы Та­жетдиновтың һуңғы төйәге – Калуга өлкәһенең Спас-Де­менск ҡалаһының туғандар ҡәберлегендә Бөйөк Еңеү­ҙең 69 йыллығында уның исем-шәрифен күреп, берсә шатландыҡ, берсә моңһоуландыҡ.
Ҡәҙерле кешебеҙҙең ҡә­беренә баш эйгәс, күңел бер аҙ тыныслана төштө. Беҙ тиҫтә йылдар буйы уның ту­раһында мәғлүмәт эҙләнек, әммә таба алманыҡ. Тик быйыл ғына ҡайҙа һәләк булыуы, ерләнеүе асыҡ­ланды.
2010 йылдың ғинуар айында илебеҙҙә Совет Дан Яланы фонды ойошторола. Уның төп маҡсаты – 1941–1945 йылдарҙа һәләк булған һуғышсыларҙың ҡәбер­ҙәрен эҙләп табыу һәм был мәғлүмәтте туғандарына, яҡындарына еткереү. Ошонан сығып, Башҡортостан буйынса эҙәрмәндәр отряды төҙөлә. Етәксеһе, Илдар Зиннур улы Бикбаев, архив материалдарын оҙаҡ өйрәнеп, атайымдың 1943 йылдың 19 мартында Смоленск өлкәһенең Наумово (хәҙер Калуга өлкәһе) ауылы өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк булыуын асыҡлаған, уның тураһын­да ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе лә тапҡан.
Илдар Бикбаев раҫлауынса, атайым Ҡазанда ойош­торолған 146-сы уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. Дивизия 1942 йылдың ғинуарында Башҡортостан, Татарстан һәм Волга буйы халыҡтарының иң аҫыл егеттәренән төҙөлә. Фронтҡа Смоленск йүнәлешенә оҙатҡанда Татарстан Юғары Советы Президиумы ағзаһы яугирҙәргә: “Бер аҙым сигенмәҫкә! Еңелеүҙе белмәҫкә! Берлинға хәтлем барып етергә!” – тигән наказ бирә. Һуғышсылар был бурысты намыҫ менән үтәй. Бик күп ҡала һәм ауыл өсөн 146-сы уҡсылар дивизияһы батырҙарса алыша. Дивизияның командиры – полковник Балоян, ә сәйәси бүлек начальнигы полковник Юдин була.
Һуғыш был ҡалала һәр бер ғаиләгә ҡағыла. Дошман Спас-Деменск ҡалаһын 1941 йылдың октябренән 1943 йылдың авгусына хәтле оккупацияла тота. Ҡала ҡот осҡос хәлдә була. Халыҡ тотошлай ҡырыла.
Билдәле булыуынса, Смоленск, Калуга ерҙәре өсөн һуғыш бик көсөргәнешле бара. Дошман бында “Үҙәк” төркөмөнә ингән ике танк армияһын, 18 йәйәүле диви­зияһын, унан тыш 600 километр киңлектә 40 ди­ви­зияһын тота. Унда хеҙмәт иткән һалдат һәм офицерҙар һуғыштың тәүге көндәренән алып ҙур тәжрибә туплап һуғыша. Ҡорал, көс яғынан уларҙа өҫтөнлөк була. Смоленск йүнәлешен дошман бирмәҫкә тырыша, сөнки был ер – Днепр, Көнбайыш Двина йылғалары араһы – бик уңайлы, Мәскәүгә лә яҡын. Әммә 1943 йылда, Курск дуғаһында булған бәрелештән һуң, фашистар үҙ позицияларынан китергә мәжбүр була.
Дошман һәр яҡтан ҙур өҫтөнлөккә эйә булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙекеләр күп юғалтыуҙар менән 1943 йылдың август айҙарында Смоленск, Калуга ерҙәрен дошмандан тулыһынса азат итә.
...Спас-Деменск ҡалаһында байрам Азатлыҡ урамында башланды. Һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйыл­ған һәйкәл эргәһендә уҡсылар бер-бер артлы почетлы ҡарауылда торҙо. Бында ҡаланың хеҙмәт коллективтары, һуғыш һәм тыл ветерандары йыйылған. Ҡала хакимиәтенән Э.А. Афанасьев сығыш яһаны. Һәйкәл, обелиск алдына, туғандар ҡәберлегенә тере сәскәләр һалынды. Әйтергә кәрәк, унда Совет Ҡораллы Көстәренең 18 000 һалдаты һәм офицеры ерләнгән. Шулар араһында минең атай ҙа бар.
Колонна теҙелеп, ҡала халҡы барабандар ҡағыуы, музыка аҫтында һуғыш барған иҫтәлекле Комаров һәм Совет урамдары аша үтте. Ҡасандыр ташландыҡ, емерек хәлдә булған урындар бөгөн төҙөк, таҙа, һәр ерҙә – һәйкәлдәр, аллеялар, стелалар.
Еңеү байрамының символы – Георгий таҫмаһы – һәр кемдең күкрәгендә. Яңғыраған Еңеү йырҙары – былар барыһы ла тантана билдәһе. Спас-Деменск районы хакимиәте башлығы В.А. Бузанов сығышында һуғыштың район ерлегендә 1941 йылдың октябренән 1943 йылдың авгусына хәтлем дауам итеүен иҫкә төшөрҙө.
Район башлығы был алышта меңәрләгән яугирҙең ил азатлығы өсөн баш һалыуын телгә алды: “Шуларҙың береһе – башҡорт халҡының данлыҡлы улы Әғзәм Ғөбәйҙулла улы Тажетдинов. Ул Наумово ауылы өсөн барған һуғышта 1943 йылдың 19 мартында батырҙарса һәләк була. Һуңынан Спас-Деменск ҡалаһының туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Яугирҙең улы, ейәндәре тантаналы рәүештә уның һуңғы төйәге – ҡәберенә баш эйергә 72 йыл үткәс килгән. Беҙ уларҙың Еңеү тантанаһында ҡатнашыуына шатбыҙ”, – тине ул. Киләһе йыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына килеүебеҙҙе һораны.
Беҙ, һуғыш осоро балалары, фашизмдың нимә икәнен яҡшы аңлайбыҙ, беләбеҙ. Мин 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында атайымды һәм ағайымды юғалттым. Беҙ, атайһыҙ алты бала, яңғыҙ әсә ҡарамағында ҡалдыҡ. Иң өлкән апайыма ни бары 13 йәш ине.
Һуғыш һәм уның шауҡымы һәр ғаиләгә ҡағылды. Тыныслыҡ һәр кемгә кәрәк. Митингта ҡатнашҡандар бандеровсылар тарафынан Украинала ҡуҙғатылған фашизмды фашланы, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡайтанан ҡушылыуын хупланы. Меңәрләгән халыҡ йыйылған митингта ҡала халҡын Бөйөк Еңеү менән ихлас ҡотланыҡ, барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, эштәрендә уңыш, тыныс тормош теләнек. Ҡала хөкүмәте һәм район хәрби комиссариаты етәкселәренә ошондай тулҡынландырғыс осрашыуға саҡырғандарына оло рәхмәтен белдерҙек.
Ошонда Зәки Вәлидиҙең әйткән тапҡыр һүҙе иҫкә килеп төштө. “Башҡорт халҡы – аҡтамыр һымаҡ, бер генә тамыры ҡалһа ла, тиҙҙән барлыҡ баҡсаны баҫып алыр”. Эйе, бөгөн беҙҙең атайҙан ҡалған нәҫел-нәсәбебеҙ – 150-нән ашыу.
Тажетдиновтар исеменән ҡала хакимиәте башлығы В.А. Бузановҡа башҡорт халҡының милли кейемен, “Башҡортостан энцикло­педияһы”н, республика тура­һында бик күп китаптар, ә Калуганың мәҙәниәт министры А.И. Типаковҡа ҡурай комплексы бүләк итте. Улар ҙа беҙгә китап, сувенирҙар тапшырҙы.
Йәш быуын күп юғалтыуҙар аша яуланған Бөйөк Еңеүҙең ҡәҙерен белеп, һуғыш батырҙарын онотмаһын ине. Бөгөн Ер шарының төрлө төбәктәрендә булып торған ҡанлы бәрелештәр, милләт-ара ыҙғыш, Украинала барған хәл-ваҡиғалар беҙҙе борсоуға һала. Еребеҙҙә һәр саҡ тыныслыҡ һәм азатлыҡ булһын!


Вернуться назад