Тәбиғәт яҡлау көтә24.01.2012
Башҡортостанда тәбиғәт ҡомартҡыларының рәсми һаны артты: уникаль ландшафттарҙы һаҡлау һәм рекреацион ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында дүрт тәбиғәт объекты рәсми статус алды һәм айырыуса һаҡланыусы биләмәләр тип танылды.
Исемлектә – Ғафури районындағы мәмерйәләр системаһы, Мәләүез районының Озерки ауылы менән Красногорка утары эргәһендәге ҡарағайлыҡтар, Нуриман районындағы
Билгеләр һаҙлығы. Тәбиғәт ҡомартҡылары биләмәләрендә һаҡ режимы индерелгән. Мәҫәлән, Ғафури районындағы мәмерйәләр эргәһендә урман ҡырҡыу, усаҡ яғыу, юл һалыу, төҙөлөш алып барыу тыйыла.