С. Ә. Әлибаев08.07.2014
С. Ә. Әлибаев Башҡортостан сәнғәте һәм мәҙәниәте оло юғалтыу кисерҙе: 6 июлдә бил­дәле башҡорт шағиры, драматург, прозаик, тәрже­мәсе, журналист Сафуан Әфтәх улы Әлибаев оҙаҡ ауырығандан һуң 74-се йәшендә вафат булды.
С. Ә. Әлибаев 1941 йыл­дың 21 февралендә Салауат райо­нының Тирмән ауылында тыу­ған. 1966 йылда Башҡорт дәү­ләт университетын та­мамлағандан һуң “Баш­ҡорт­остан пионеры” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, артабан баш мөхәррир булып эшләй. 1995 — 1998 йылдарҙа Әх­мәт­зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры, 1998 — 2002 йылдарҙа “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире була.
Сафуан Әлибаев әҙәби эшмәкәрлек менән иртә шөғөлләнә башлай. Балалар өсөн “Сағыу ҡояш — беҙҙең юлдаш” исемле тәүге шиғыр­ҙар йыйынтығы 1968 йылда донъя күрә. Шул осорҙан алып кескәйҙәр һәм өлкәндәр өсөн тиҫтәнән ашыу китабы нәшер ителә.
1986 йылда “Өйөрмә” шиғырҙар йыйынтығы өсөн С.Ә. Әлибаев Ғ. Сәләм исе­мендәге республика йәштәр премияһына, 1996 йылда “Тылсымлы шар” китабы өсөн ЮНЕСКО-ның Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы дипломына ла­йыҡ була. 2013 йылда уға Башҡортостан Респуб­лика­һының балалар һәм үҫмер­ҙәр әҙәбиәте, сәнғәте өл­кә­һендәге Һәҙиә Дәү­ләт­шина исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
Шағирҙың лирик әҫәрҙәре урыҫ, ҡаҙаҡ, украин, төркмән, немец, монгол һәм башҡа телдәргә тәржемә ителә. С.Ә. Әлибаевтың пьесалары төрлө театр сәхнәһендә уңышлы бара. Уның “Ҡояш, болот, ел”, “Серле сәйәхәт”, “Салауат тауышы”, “Кескәй ҡуян” һәм “Тайыштабан йоҡ­лай алмай” кеүек спек­таклдәрен тамашасылар айырыуса яратып ҡабул итте.
Композиторҙар Р. Ғәзизов, З. Исмәғилев, Р. Сәхә­үет­динова, Д. Хәсәншин, Р. Хә­сәнов Сафуан Әлибайҙың шиғырҙарына байтаҡ йыр яҙҙы. “Сермәнем”, “Фронтовиктар”, “Мин һаман да 17-лә кеүек” һәм башҡалар ба­рыһына ла яҡшы таныш. А. Пушкин, Р. Ғамзатов, Д. Кугультинов һәм башҡа шиғриәт классиктарының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеү уның ижадында сағыу бит булды.
Сафуан Әфтәх улы йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнде. Төрлө йылдарҙа республиканың Яҙыусылар союзы идараһы, Башҡортостан Хөкүмәте ҡа­рамағындағы Терминология комиссияһы ағзаһы, республика Балалар фонды рәйесе урынбаҫары булды.
Сафуан Әлибаевтың ижа­ди эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһаланды. Уға “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Салауат Юлаев ордены, Башҡортостан Рес­пуб­ликаһының Почет гра­мотаһы менән бүләкләнде.
Һоҡланғыс кеше, оло профессионал, талантлы шағир Сафуан Әфтәх улы Әлибаев хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, С.А. МОЛЧАНОВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, Р.С. НОҒОМАНОВ, Л.С. ҒҮ­МӘ­РОВА, Ә. И. ШАФИҠОВА, Ғ.Ғ. ХӘЙРЕТДИНОВ, И.И. ЯЛАЛОВ, Н. Ә. ҒӘЙЕТБАЕВ, А.Х. ИГЕБАЕВ, Н.С. МУСИН, Р.Т. БИКБАЕВ, Т.Й. ЙОСОПОВ,
Ф.Х. ТУҒЫҘБАЕВА.


Вернуться назад