Ҡатын-ҡыҙ эше булмаһа ла...08.07.2014
Ҡатын-ҡыҙ эше булмаһа ла...
Иңдәрендә күпме бурыс ятыуына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ гүзәл һәм нескә, иң мөһиме – хөрмәткә лайыҡ булырға тейеш.


Мәҫәлән, троллейбус йөрөтөүсе ҡа­тын-ҡыҙҙы, кондукторҙарҙы алайыҡ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ әле: таң һары­һынан тороп эшкә бар, икенсе смена тура килһә, тағы таң алдынан ғына ҡайт. Әйтәйек, тәүге рейсҡа сығыр өсөн улар­ға иртәнге 4-тән торорға кәрәк, һуңғы троллейбус иһә депоға төнгө 2-лә генә инә, өйгә ҡайтып етәһе лә бар бит әле. Эйе, эштәре тәү ҡарашҡа еңел күренһә лә (хеҙмәт хаҡы ла, әйтерһең, шул “күренеүгә” генә нигеҙләнеп билдә­ләнә), һис шикһеҙ, ҙур хөрмәткә, һоҡла­ныуға лайыҡ улар. Ғөмүмән, был ҡыҙ­ҙар­һыҙ халыҡты йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеүҙе күҙ алдына килтереп тә булмай.
Үкенескә ҡаршы, ошо хаҡ­та ҡайһы саҡта онотоп китәбеҙ, шикелле. Әрләшеүҙәр, һанға һуҡмауҙар, юл хаҡын түләмәү – барыһы ла быға асыҡ дәлил. Ә һин көнө буйы аяғөҫтө ба­ҫып тороп, бер туҡтауһыҙ ялыуҙар тың­лап ҡара әле, йә булмаһа өҫтөңә менеп тигәндәй килгән машиналарҙы йыра-йыра троллейбус йөрөт. Үҙ эшенә мө­киб­бәндәр генә тоғро был һөнәргә.
Мәҫәлән, сығышы менән Ишембай ра­йонының Әхмәр ауылынан Рәзилә Ҡас­ҡымова 22 йыл инде троллейбус йөрөтә.
— Ҡатын-ҡыҙға хас һөнәр булмаһа ла, үҙемде башҡа эштә күҙ алдына кил­терә лә алмайым. Заводта эшләгәндә үк ошо хаҡта хыяллана инем, — ти ул.
Ирина Мушниевич та күп йылдар “троллейбустан төшмәй”. Кондуктор булып эшләй ул, кеше менән аралашмай тора алмайым, ти үҙе. Илһөйәр Ғәй­фул­лина менән Нина Иванова ла ихласлап билет һата, бер нигә ҡарамай, хеҙмә­тенән кинәнес таба.
Уңған ҡатындарҙың барыһы ла ҡала­ның 1-се депоһында хеҙмәт итә. Әйтергә кәрәк: иң уңған, иң яуаплы водитель-кондук­торҙар рәтендә улар. Бер уйла­һаң, был хаҡта апайҙарҙың йөҙҙәренә ҡарап та белеп була, шикелле. Үҙ эшен яратҡан, унан йәм тапҡан кеше генә улар һымаҡ балҡыйҙыр.


Вернуться назад