Ватан һағына ысын ир-егет тәрбиәләп үҫтергән, уны әрмегә оҙатып, йылдар буйы сабыр ғына көткән әсәләр оло хөрмәткә лайыҡ. Шундайҙар рәтенә Әбйәлил районының Әлмөхәмәт (МТС) ауылында йәшәүсе Хәлиҙә инәйҙе индерергә мөмкин. Ишмырҙиндар ғаиләһендә ете бала буй еткергән: биш ул һәм ике ҡыҙ.
Балаларын кескәй саҡтан уҡ көслө, эшсән һәм спорт менән дуҫ итеп үҫтереү өсөн бар тырышлығын һала улар. Шуҡ малайҙар йәй көнө Ҡыҙыл йылғаһында бер-береһе менән уҙышып йөҙһә, ҡышын күрше Сиҙәм урта мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡый. Ә инде буш ваҡыттарында үҙ-ара көрәшеп, таһыллыҡта көс һынаша. Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы Шәфҡәт Ишмырҙин ғүмер буйы “Урал” совхозының алдынғы тракторсыһы була. Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй, ҡул араһына ингән һәр улы тракторға ултырып, рулен борғослап, техниканы белеп үҫә. Илшат менән Мәсғүт мәктәптә ойошторолған бокс түңәрәгендә шөғөлләнеп, ярайһы уҡ ҙур еңеүҙәргә лә өлгәшкән.
Улдарын буй еткереп, әрмегә оҙата башлағас, әсә йөрәге тынғыһыҙлана. Тәүҙә Вәлит ил һаҡларға китә, Латвияға эләгә. Ул ҡайтып та өлгөрмәй, Вәхиттәрен әрмегә саҡыралар. Германияға ебәргәндәрен белгәс, Хәлиҙә Хажмөхәмәт ҡыҙының борсолоуҙары бермә-бер арта, әммә, улы яҙған хаттарҙы уҡығас, сит илдә ниндәй яҡшы тәртип, һалдаттарға йылы мөнәсәбәт икәнлеген аңлап, бер аҙ тыныслана төшә. Оло улы хәрби кейемдә ҡайтып төшөүгә, Илшатҡа ла саҡырыу ҡағыҙы килә. Уныһы әрме тормошона ныҡлы әҙерлекле була. Мәктәптә алған физик күнекмәләр, бокс түңәрәгендә шөғөлләнеү ярҙам иткәндер, күрәһең. Шуға күрә Илшат Шәфҡәт улы хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас та Күмертау ҡалаһындағы физкультурниктар әҙерләү техникумына уҡырға инә. Бер аҙ мәктәптә эшләй, аҙаҡ бокс буйынса тренер була. Өс йыл контракт буйынса Шишмә районының Алкин ауылы эргәһендәге хәрби часта хеҙмәт итә. Әле Асҡарҙа спорт мәктәбендә бокс һәм кикбоксинг буйынса тренер булып эшләй.
Хәлиҙә инәйгә, Мәсғүт армия сафына алынғас, айырыуса ныҡ борсолорға тура килә. Сөнки егет Тажикстан сигенә эләгеп, утлы ғәрәсәттәрҙә ҡатнаша. Кинйәләре Хөсәйен Ростов өлкәһендә хеҙмәттә булып, Ишмырҙиндарҙың ғаилә тарихын йәнә хәрби фотолар менән тулыландыра.
Бер йорттан биш һалдат оҙатып, уларҙың һәр береһен түҙемһеҙләнеп көтөп ала Хәлиҙә инәй. Вәхит менән Мәсғүт — сик буйы һаҡсылары, Вәлит һәм Илшат – водитель, Хөсәйен – мотоуҡсы.
— Улдарымдың һәр береһен, изге теләктәремде әйтеп, фатихамды биреп оҙаттым. Аллаға шөкөр, барыһы ла имен-һау әйләнеп ҡайтты. Әрме сафында хеҙмәт иткән улдарым — минең өсөн оло ғорурлыҡ, — ти бәхетле әсә.
Ысынлап та, биш һалдат тәрбиәләгән оло йөрәкле, сабыр Хәлиҙә Ишмырҙинаға һоҡланмау мөмкин түгел. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн уның ейәндәре лә Ватан һаҡсылары сафын тулыландыра.
Килен ҡәйнә тупрағынан, тигәндәй, уның тәүге иренән булған улы Мәүлиттең кәләше лә ҡәйнәһенән ҡалышмай: дүрт малайға ғүмер бирә. Сәғиҙә менән Мәүлит Ҡасимовтар Әлмөхәмәт ауылында йәшәй. Күптән түгел икенсе улдары Юнир хәрби хеҙмәттән ҡайтты.
— Ҡәйнәмдең биш улын хәрби хеҙмәткә оҙатып, уларҙы уйлап көнө-төнө борсолоуҙарын үҙемдең башыма төшкәс кенә тулыраҡ аңланым, — ти Сәғиҙә Нуретдин ҡыҙы. – Бәхеткә күрә, улдарыбыҙ бер йыл ғына хеҙмәт итә. Телефон аша көн һайын һөйләшеү мөмкинлеге ҡыуандыра — элек бит хат-хәбәр айҙар буйы килгән. Ҡәйнәмдәр быуыны сабыр, түҙемле булыуы менән беҙгә оло үрнәк.
Бына шундай ябай, әммә һоҡланғыс ғаилә йәшәй Әбйәлил районында. Ҡарап торғанда башҡаларҙан айырылған яҡтары ла юҡ кеүек. Улдарынан ысын Ватан һаҡсылары тәрбиәләй алыуы сифаттары менән күптәргә өлгө улар.