Йөҙҙәренән нур бөркөлә08.07.2014
Егет ҡорона инеү менән көслө заттың һәр вәкилен Ватанын һаҡлау бурысы уйландыра башлай. Хеҙмәт итеп ҡайтҡан ир-аттың әрмегә ҡағылышлы мауыҡтырғыс хикәйәттәрен тыңлау ошо юҫыҡта хыял утында янырға ла мәжбүр итеп ҡуйғылай. Мәктәпте тамамлаған Булат Йәнешевтең дә хыялланған саҡтары йыш була. Кем генә уйлаһын яҙмыш йәш егетте һуғыш өйөрмәһенә илтеп тығыр тип? Ил алдындағы мөһим бурысты уға Афғанстанда үтергә яҙған икән.



Максим Горький ауылындағы мөһабәт йорт янында туҡталам. Ба­ҫалҡы ир-уҙамандың шундай мәхшәр эсендә лә үҙенең күркәм сифаттарын юймай, һуғыш ялҡынынан имен-аман әйләнеп ҡайтҡандан һуң ошондай иркен йорт ҡалҡытып, башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәүенә һоҡланып торҙом да өй эштәре менән мәшғүл хәләл ефете Рәйсә Йәғәфәр ҡыҙы янына барып иҫәнләштем.
Торлаҡ эсе зауыҡлы итеп йы­һазландырылған. Һәр бүлмәнең стенаһын биләгән фотокүргәҙмә хужабикәнең оҫталығын күрһәтеп, уның яратҡан шөғөлө булыуына ишаралай. Рәйсә Өфөлә фотографҡа уҡыған икән. Һәр һүрәте – сәнғәт әҫәре. Тәбиғәт, балалар һәм ата-әсә – барыһы ла Тыуған ил, йәнтөйәк, ғаилә тигән изге төшөнсәләргә барып тоташа.
Булат Йәнешев, иҫтәлектәргә бирелеп, хәтер ебен һүтте:
– 1983 йылдың 20 ноябрендә хеҙ­мәткә алындым. Десант ғәскәрҙәренә эләктем. Тәүҙә Өфөлә уҡыныҡ, парашюттан һикереп, әҙерлек үттек. Унан ике ай Грузияла булғандан һуң, поезға тейәлеп, Афғанстанға юл тоттоҡ. Хәрби часть тулыһынса шунда күсте. Ҡандағарға барып төштөк. Таулы урында палатка ҡаласығы ҡороп ебәрҙек. Күп тапҡыр дошман менән йөҙгә-йөҙ осрашырға, алыштарҙа ҡатнашырға тура килде. Бер ваҡыт аҙашып та йөрөнөк, Пакистан яғына 15 километр самаһы үтеп киткәнбеҙ икән, төндә кире әйләндек. Ҡурҡыу тойғоһо кисергәнебеҙ булманы. Бәлки, яуҙаш­тарым эстән уйланған булғандыр ҙа, тик ысынбарлыҡта үҙ бурысыбыҙҙы намыҫлы үтәнек, ҡаушауҙы, шөрләүҙе белмәнек.
Тәбиғәте менән яҙҙы, көҙҙө хәтер­ләтә ине беҙ хеҙмәт иткән урын. Ике йыл ҡар күрмәнек. Яҡташым Рәйес Юламанов менән карауаттар йәнәш торҙо. Ул бөгөн баш ҡалала йәшәй, хәбәрләшеп торабыҙ, ҡунаҡҡа ла килеп сыға.
Командирыбыҙ Владимир Пимченко ине. Ете рота Ҡандағар янындараҡ урынлашты. Урындағы халыҡ та яныбыҙға йомош менән йыш килде, балалар ҙа йә икмәк, йә һабын һәм башҡа кәрәк-яраҡ һорап йөрөр ине. Хатта урындағы халыҡ менән шул телдә иркен аралаша башлағайныҡ. Һал­даттар төрлө милләт вәкиле – урыҫ, татар, тажик, әрмән, грузин... Ләкин башҡорттар күберәк булды. Байтаҡ йыл үтһә лә, һуғыш тураһында фильмдар ҡарағанда, хәтерҙәге шомло хәл-ваҡиғалар бөгөнгөләй күҙ алдына баҫа.
Донъяларын ал да гөл итеп тотҡан Йәнешевтәр үҙҙәренең дүрт ғәзиздәре янына тағы дүрт баланы патронат тәрбиәгә алған.
– Азамат эшләп йөрөй, Айһылыу менән Азат БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында белем ала, Лианабыҙ IV класты тамамланы. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Света менән Леня Степановтар – ете, Вика менән Антон Санниковтар өс йыл инде тәрбиәләнә беҙҙә, – ти Рәйсә менән Булат. – Антон төҙөлөш колледжында уҡый, Леня эшләй. Света – IХ, Вика II класты бөтөрҙө. Азамат – Сахалинда, Леня Һарытауҙа хәрби бурысын үтәп ҡайтты.
Бына шулай замандан ҡалышмай донъя көтә Йәнешевтәр. Уңғандарҙың йөҙөнән дә, өйөнән дә нур һибелеп тора.






Вернуться назад