Тешһеҙ булмай...24.01.2012
Башҡортостанда айырым категорияға ҡараған граждандарға льготалы шарттарҙа теш протезы ҡуйыу буйынса республика маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Ул 2012 – 2014 йылдарға иҫәпләнгән.
Тештәрҙе протезлау йәки теш протездарын ремонтлау өсөн субсидия өс йылға бер тапҡыр бирелә, быйыл ул 5 220 һум тәшкил итәсәк. Программала ҡатнашыуҙың аныҡ шарттары бар: Башҡортостанда даими йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ – 58, ир-ат 63 йәште үткән булырға тейеш.


Вернуться назад