Талпандан һаҡлан08.07.2014
Талпандан һаҡлан
Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратҡандар, баҡсасылар май айында ғына талпандан һаҡланырға кәрәк тип уйлаһа, хаталана. Июлдә лә ул бик хәүефле: энцефалит һәм боррелиоз сирҙәрен эләктереүегеҙ ихтимал.


Был инфекцияларҙы талпан тарата. Уның тешләүе генә түгел, бөжәкте яңылыш бармағығыҙ менән иҙһәгеҙ ҙә ҡурҡыныс, сөнки микробтың яра аша ҡанға йәки күҙгә, танауға эләгеүе ихтимал.
Бындай бәләгә тарымаҫ өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Иң мөһиме: бөтә тәнегеҙҙе ҡаплаған кейем кейегеҙ. Бынан тыш, төрлө репелленттар – еҫенән талпан ҡурҡыр матдәләр һөртөгөҙ. Үләнгә, ағас ышығына ята күрмәгеҙ, тап ошондай дымлы, күләгәле урындарҙы төйәк итеүсән ул. Өҫтәүенә, бөжәк күберәк һуҡмаҡтар тирәһендә була, сөнки ул эргәһенән үтеп барған кеше йәки йәнлек еҫен бик тиҙ һиҙә, кәрәк икән, ҡорбанына ҡаҙалырға әҙер генә тора. Шуға кейемде, тәнде даими тикшереү зарур.
Әгәр талпан тәнегеҙгә ҡаҙалған икән, сәбәләнергә кәрәкмәй, уны һаҡ ҡына тартып алып, берәй һауытҡа һалығыҙ. Артабан медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ – бөжәкте махсус лабораторияға тапшырығыҙ. Бөтә талпандар ҙа зарарлы тип әйтеп булмай, әммә энцефалитлы тип табылһа, тиҙ арала дауаланыуҙы башларға кәрәк. Иммуноглобулин ҡаҙау – иң яҡшы ысул. Был осраҡта организм вирусҡа ҡаршы көрәшәсәк. Әммә сирҙе булдырмау күпкә отошлораҡ.


Вернуться назад