Яҡташым Фуат Толомбаев хаҡында шулай тип әйтеп булыр ине. Белеүебеҙсә, “егәрле” һүҙе кешенең уңғанлығын, алтын ҡуллы булыуын, бар эште теүәл башҡарыуын билдәләй.Фуат Фәтҡулла улын яҡташым тип иҫәпләүем шунан: уның тыуған ауылы Үрге Бикбирҙелә Мөфиҙә апайым менән Нәбиулла еҙнәм ут күрше булып йәшәне. Барғанда йыш ҡына Фуат менән бергә уйнарға, бал ҡорто күсен ауларға тура килгеләне. Үҫмер ҡорона ингәс, һәр кем үҙ яҙмышына тәғәйен юлдан атлағандыр. Тик тау менән тау ғына осрашмай, тиҙәр. Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында эшләгән дәүерҙә республика кимәлендәге умартасылар бәйгеһендә осраштыҡ.
Беҙ уның менән ауылдарҙы һаҡлауҙа тәүге сараларҙың береһе булараҡ умартасылыҡты үҫтереүҙе күрҙек. Мәктәп уҡыусыларына уны предмет рәүешендә өйрәтеүҙең әһәмиәте хаҡында һөйләштек. Уйыбыҙҙы ҡеүәтләгәндәй, ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды: көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисади үҫеш программаһына ярашлы, умартасылыҡ фән булараҡ ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡытыла башланы.
Фуат Толомбаев – райондың умартасылар ассоциацияһы рәйесе лә, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең “Ейәнсура” фәнни-тәжрибә станцияһы етәксеһе лә. Станция ҡарамағындағы Саҙалы, Байдәүләт, Бикҡужа, Буранғол, Үрген ауылдарында урынлашҡан умарталыҡтарҙың эше көйлө бара. Тынғыһыҙ умартасы ҡышын да тик тормай: нәҙекәйбилдәрҙең хәлен белеп, кәрәк саҡта уларға ярҙам итеүҙе лә хәстәрләй, киләһе йыл уңышы өсөн умарталарҙы һәм рамдарҙы төҙәтеп, яңыларын яһай. Әйткәндәй, Фуат Фәтҡулла улы яратҡан баҫмаһының тиражын арттырыуға үҙ өлөшөн индерҙе – һигеҙ хеҙмәткәренә “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырҙы.