Ялыу – Интернет аша24.01.2012
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы халыҡҡа яңы хеҙмәт тәҡдим итә: әгәр ҙә һалым хеҙмәткәрҙәренең эшенә ҡарата дәғүәгеҙ бар икән, Интернет аша ведомствоға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Уның сайтында "Ялыу кенәгәһе" тигән һылтанмаға инеп, аныҡ территориаль органды күрһәтеп, һалым буйынса бәхәстең айышын аңлатырға кәрәк. Мөрәжәғәт подразделениеның судҡа тиклем аудит белгестәре тарафынан тикшереләсәк һәм тиҙ арала саралар күреләсәк.


Вернуться назад