Ҡайғы һеҙҙе урап үтһен05.07.2014
Илем, телем, милләтем тип йәшәп, тарихтың аҡ таптарын асҡан, шәхестәр билдәһеҙ булып ҡал­маһын тип ижад иткән журналист-публицист, яҙыусы Рәүеф Хәй улы Насировтың оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң вафат булыуы барыбыҙҙы ла ауыр ҡайғыға һалды.
Оло юғалтыу кисергән көндәребеҙҙә хәсрә­те­беҙҙе уртаҡлашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған респуб­ликабыҙ Президенты Хакимиәтенә, Хөкү­мәтенә, Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәҙәниәт министрлыҡтарына, Яҙыусылар һәм Журналистар союздарына, “Башҡортостан” гәзите редак­цияһына, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә, Республика Милли музейына, Учалы районының яҡташтар ойош­­маһына, шәхсән Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Сол­тановаға һәм Рәүеф Хәй улын һуңғы юлға оҙатып ҡалған барлыҡ яҙыусыларға, шағирҙарға, дуҫ-ишкә, таныш-белешкә күңел түренән сыҡҡан сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ, ҡайғы һеҙҙе урап үтһен.

Ҡатыны, балалары.



Вернуться назад