Маҡсатыбыҙ – кешеләргә изгелек өләшеү05.07.2014
2005 йылда булдырылған “Балаларға – юл” хәйриә фонды приют, интернат, балалар һәм ҡарттар йорттарында йәшәгән, шулай уҡ холоҡ төҙәтеү колонияһында булған кешеләргә педагогик тәрбиә биреү менән шөғөлләнә. Еңел булмаған был эште йөрәк ҡушыуы буйынса ирекмәндәр үтәй.


Фонд директоры Аксель Гросс “Изгелек, Һөйөү һәм Гармония дәресе” тип аталған махсус проект әҙерләне. Ул изгелек, кешелек сифаттары, ижад тураһында һөйләшеүҙәрҙе, төрлө уйындарҙы үҙ эсенә ала. Бындай күнекмәләр балаларға социаль яраҡлашырға, үҙҙәренең ыңғай сифаттарын нығытырға ярҙам итә. Дәрестәрҙе ирекмәндәр үткәрә.
2013 йылда фонд директоры ике балалар йортон опекаға алырға тигән бурыс ҡуйғайны, әммә бер йыл эсендә уларҙың һаны 70-тән ашты. Бындай игелек күрһәтеп, һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барған өсөн быйыл фонд “Аргументы недели” гәзитенең “Бергәләп булдырабыҙ” премияһы менән бүләкләнде. Бындай награда Рәсәйҙә ни бары һигеҙ ойошмаға тапшырылды.
Ирекмәндәр республиканың барлыҡ ҙур ҡалаларында эшләй. Меңдән ашыу кеше ай һайын алда һанап үтелгән учреждениеларға йөрөй. Һәр ойошмаға берәр төркөм беркетелгән. Башҡортостан менән генә сикләнмәй, Татарстанда ла дәрестәр үткәрә улар. Оҙаҡламай Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә лә төркөмдәр булдырыласаҡ. Фонд менән хеҙмәттәшлек иткәндәр араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар, хеҙмәткәрҙәр, эшселәр, пенсионерҙар һәм хатта тотош ғаиләләр бар. Улар бер теләк менән яна – кешеләргә изгелек өләшеү.
Дәрестәр шулай уҡ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы менән берлектә ойошторола. Бер йыл эсендә балалар йорттарында һәм колонияларҙа 250-нән ашыу ошондай осрашыу үткәрелде.
Фонд үҙенең алдына әлеге дәрестәрҙе илдең барлыҡ интернат учреждениелары, артабан мәктәп программаһына индереү бурысын ҡуя, сөнки бындай тәжрибә бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Был хаҡта ишеткән тәрбиәселәр, класс етәкселәре, төрлө социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре әленән-әле үҙҙәрендә дәрес үткәреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә.
Ойошма ҡарамағында шулай уҡ ирекмәндәр үҙәге булдырылды. Унда ҡатнашыусылар власть органдары вәкилдәрен, бизнес-бер­ләшмә, йәштәр ойошмалары ағзаларын хеҙмәттәшлек итергә саҡыра.

“Балаларға – юл” фондының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре.




Вернуться назад