Тыл эшсәндәре – исемһеҙ геройҙар05.07.2014
Бына Еңеү көнө лә үтеп китте. Бындай оло байрамда ауылдың олоһо ла, йәше лә әүҙем ҡатнашты. Яугирҙәрҙән иһә тик бер генә иҫән ҡалған кеше килде.


Ауыл мәҙәниәт йорто директоры Хәлим Хәлилов китапхана хеҙ­мәткәрҙәре менән берлектә сараға бик етди әҙерләнгән. Тәүҙә яуҙа һәләк булғандарға ҡуйылған һәйкәл янында митинг булды. Сығыш яһаусылар ауылдан нисә кеше һуғышҡа киткәне, нисәүһе әйләнеп ҡайтҡаны тураһында ентекле һөйләне, шулай уҡ еңеүҙе тиҙләтеү өсөн тыл эшсәндәре – погонһыҙ һал­даттарҙың күрһәткән ҡаһар­манлыҡтарын, хеҙмәтен билдәләп үттеләр. Йәшлегендә һабан һөргән, иген иккән, урман ҡырҡҡан, фронтҡа ярҙам итер өсөн бөтә көсөн һалған, ҡулдары һөйәл­ләнеп бөткән, әммә йөҙөнән йылмайыу китмәгән инәйҙәргә ҡарап һоҡ­ланып ҡуяһың. Улар бит ­– исемһеҙ геройҙар!
Һәйкәлгә сәскә һалынғас, бар халыҡ клубҡа йүнәлде. Бында Яңы Күл “әртистәре” бай йөкмәткеле концерт программаһы менән сығыш яһаны. Сараны әҙерләп алып барыусылар – китапхана хеҙмәткәр­ҙәре Резеда Нуриманова менән Гөлсирә Бикбаева һәр ваҡыттағыса үҙ эшен намыҫлы, еренә еткереп башҡарҙы. Юҡҡа ғына Р. Нуриманова Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен йөрөтмәй!
Р. Исрафилова “Ҡыр ҡаҙҙары” (Рафаэль Сафин) шиғырын һөйләп ишеттерҙе, Р. Бикбаева менән Х. Хәлилов дуэты һуғыш йылдарының мөхәббәт хәтирәләренә алып ҡайтты. Х. Ситдиҡов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле, шулай уҡ баянсылар төркөмө, ир-егеттәр хоры, “Йондоҙлоҡтар” ансамбле, А. Бик­мөхәмәтовтың сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Диана исемле ҡыҙҙың гитарала уйнауын, хәрби-патриотик йырҙар башҡарыуын халыҡ аяғүрә баҫып тыңланы.
Концерт тамамланғас, тамашасылар бер тауыштан: “Үҙе­беҙҙең әртистәр барында, Өфөнөкөләр ары торһон!” – тип һөйөндө. Бындай баһа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ысын йөрәктән әйтелгән рәхмәт һүҙе ине. Сара һуңында ауыл Советы рәйесе Глүс Сакаев барлыҡ ҡатнашыусыларҙы сәй табынына саҡырҙы.





Вернуться назад