Һуңғы өмөтөн бағлағандар ҙа бар...05.07.2014
Көтөп алған йәйҙең тәүге айы үтеп тә китте. Шулай көн артынан аҙналар, айҙар, йылдар һиҙҙермәй елә генә. Ер йөҙөндәге һәр кеше үҙ эшен башҡарып, тормош ҡуласаһы әйләнешенә өлөш индерә. “Башҡортостан” гәзите лә халыҡ тормошон әҙгә генә булһа ла яҡшыртыу ниәтенән арымай-талмай эшләүен дауам итә.


Йәйге ял осоро башланыуға ҡарамаҫтан, июндә гәзит уҡыусыларҙан байтаҡ хат алдыҡ. Кемдер шатлығы менән уртаҡлаша, кемдер ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Шуныһы мөһим: гәзит менән халыҡ араһында бәйләнеш өҙөлмәй, беҙгә ышанып яҙалар икән, һәр кемеһен аңларға, ярҙам итергә тырышабыҙ. Һуңғы өмөтөн бағлап яҙғандар ҙа бар бит.
Сайтҡа килгәндә, Илнур Усмановтың “Бай­ҙар­ҙың нәфсеһен кем тыйыр?”, Азамат Тажет­ди­нов­тың “Атайымдың һуңғы төйәге”, Рәлиф Кин­йә­баевтың “Атайымды һәр саҡ һағынып көттөм...”, хәбәрселәребеҙ Айһылыу Низа­мованың “Журналистар – Ҡырмыҫҡалы ерендә”, Венер Исхаҡовтың “Элек тә һыр бирмәгәндәр, әле лә бирешмәйҙәр”, Элена Ғилмуллинаның “Үҙе уйнай, үҙе йырлай” , Эльдар Фәттәхов менән Рәмил Мансуровтың “Ҡала көнө күңелле булды” мәҡәләләрен Интернет ҡулланыусылар яратып ҡабул итте.
Кәримә Усманованың Магнитогорск ҡала­һынан яҙған репортажы уҡыусыларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты, даими авторҙарыбыҙҙың береһе – Бөрөнән Рияз Мәсәлимов – түбәндәге фекерен яҙып ҡалдырған: “Ҡайһылай оҫта һәм матур репортаж! Афарин, Кәримә һылыу! Ырымбур, Пермь, Силәбе, Һамар башҡорттары хаҡында шулай йыш яҙып тороу кәрәк. Улар беҙҙең бер туғандар бит, бер ҡан милләттәштәр. Халыҡ уҡыһа, милләтебеҙҙең берләшеүе хыял ғына булып ҡалмаҫ. Мин быға ныҡ ышанам...”
Рәмил Мансуровтың “Урал-пресс” агентлығы тураһында “Баҫмалар һуңламай килә” тигән мәҡәләһе лә гәзит уҡыусыны битараф ҡал­дырманы. “Салауат ҡалаһы башҡорттарының бәхете бар икән! Ә бына беҙгә, бөрөләргә, әйткәндәй, өфөләргә лә, ундай бәхет тә­темәй, – тип яҙа Р. Мәсәлимов. – Өфөнөң мат­буғат киосктарында, почта бүлек­сәләрендә башҡорт телендә баҫмалар юҡ! Баш ҡалала йәшәгән таныштарым билдәләүенсә, өйҙәренә лә гәзит-журналдарҙы почта онотҡанда бер килтерә. Ә бына Бөрөлә хәл тағы ла хөртөрәк. Почта бүлексәләрендә башҡорт телен белгән бер әҙәм дә юҡ. Ҡала хакимиәтендә, китап­ханаларҙа ла шул уҡ хәл. Башҡорт баҫмаларын тик Бөрө башҡорттары ҡоролтайы әүҙем­се­ләре һәм БДУ-ның Бөрө филиалының башҡорт филологияһы кафедраһы ғына алдыра. Почта бигерәк насар эшләй. Әгәр “Урал-пресс” агент­лығы һеҙҙә яҡшы эшләй икән, әйҙәгеҙ Рәсәй почтаһы хеҙмәтенән баш тартайыҡ, шул агентлыҡҡа тапшырайыҡ был эште. Башҡа әмәл юҡ бит...”
Күрше төбәк – Татарстандан Рәхимә апай Вә­лиуллинаның “Алтын балдаҡ” хикәйәһен айы­рыуса билдәләп үтергә кәрәк. Был әҫәрҙе гәзит уҡыусылар бик йылы ҡабул итте, редакцияға шылтыратып, рәхмәт әйткәндәр ҙә булды.
Баҫманың эстәлеген байытыуға, уны уҡымлыраҡ, халыҡсаныраҡ итеүгә көс һалған барлыҡ авторҙарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Артабан да дуҫлығыбыҙ шулай нығынһын ғына. Йәмле йәйҙең сағыу биҙәктәрен сағылдырған матур хаттар көтөп ҡалабыҙ һеҙҙән!
Әйткәндәй, баҫмабыҙ быйыл иғлан иткән бәйгеләр (“Талантлыны данлай “Башҡортостан”, “Тыл һалдаттары”, “Балыҡ һәм балыҡсы”, “Изге эшем”) дауам итә.



Вернуться назад