“Рәсәй аллеяһы”на өлөш индер05.07.2014
“Рәсәй аллеяһы”на өлөш индер
Күҙ алдына килтерәһегеҙме Ҡырымдағы Севастополь ҡалаһының Еңеү паркында Рәсәйҙең төрлө-төрлө төбәгендә осраған ағас-ҡыуаҡтарҙың, сәскәләрҙең бергә үҫкәнен! Булмаҫ, тиһегеҙме? Ә бит 21 сентябрҙә – Урман хеҙмәткәрҙәре көнөндә – тап шундай аллеяға нигеҙ һалынасаҡ.


Июль башынан илдә “Рәсәй аллеяһы” тигән акция башланды. 85 төбәктең һәр береһе үҙенең йәшел символын һайлаясаҡ. Онлайн тауыш биреү ruspriroda.ru сайтында 31 авгусҡа тиклем барасаҡ. 1 сентябрҙә иһә һәр төбәктән еңеүсе үҫемлек-ағастың исеме билдәле буласаҡ.
Мәскәү ҡалаһы халҡы йүкә, имән, миләш, шыма ҡарама, саған, сирень араһынан үҙ символын һайлаясаҡ. Һамар өлкәһе кешеләре – ябай шыршы, Себер ҡарағасы, ҡарағайҙан. Ростов өлкәһендә имән, саған, чубушник, аҡ сәскә, Вангутт спиреяһы варианттары тәҡдим ителгән. Комиҙа исемлеккә миләш, аҡ шыршы, ҡыуаҡлы ҡаҙаяҡ, марьямоль (пион) ингән. Ә бына төньяҡта ятҡан Ямал-Ненец автономиялы округынан нимә килтермәкселәр икән? Ҡыҙыл һәм күк көртмәле, мүк һәм һаҙ еләге, ҡарағас.
Башҡортостаныбыҙ иһә бай үҫемлек донъяһы менән маҡтана ала. Урман булып шаулаған ағастар төрө генә егермеләп. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан йүкә, пирамидаль тирәк ағас­тары, Салауат Юлаев сирене ҡыуағы, мәтрүшкә, ҡурай һайлап алынды. Әлеге мәлдә йүкә менән ҡурай алда бара. Битараф ҡалмағыҙ, тауыш биреүҙә ҡатнашығыҙ!
9 майҙа Севастополдә буласаҡ аллея урынында иҫтәлекле таш һалынды ла инде. Киләһе яҙҙа, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә, туристар бында килә аласаҡ.


Вернуться назад